Әсә ҡарғышы
Нурия мендәре менән юрғанын ҡосаҡлап, бәүелә-сайҡала палатаға килеп инде. Карауатын арлы-бирле рәткә килтерҙе лә, баш аҫтына мендәрен ҡыҫтырып, ята һалды. Йығылып китеүҙән ҡурҡты, буғай. Ни өсөндөр миңә шулай тойолдо.Бына хәҙер беҙ өсәү булдыҡ. Эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым. Оҙаҡ, дүрт көн буйы ҡолаҡҡа ҡатыраҡ әбекәй менән булыу ялҡытып киткәйне үҙемде. Һәр хәбәрҙе янына барып, ҡолағына ҡысҡыра торғас, көн аҙағына баш ауыртып бөтә ине. Әйтмәһәң, асыулана, сөнки холҡо менән үтә ҡыҙыҡһыныусан кеше.