Эскән һыуға төкөрмәйек!
Мин бала саҡта Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа эсәр һыу оло проблема булып торҙо. Ҡоҙоҡтар, колонкалар юҡ, барса халыҡ һыуҙы Таңатар йылғаһының төбөн уйып яһалған кескәй генә мәкенән ала. Бәғзе берәүҙәргә унда 2 – 3 саҡрымды үтеп йөрөргә тура килә. Ә инде ҡоҙоҡҡа яҡыныраҡ урынлашҡан Колхоз, Совет, Партизан урамдарында йәшәүселәр бәхетле. Айырыуса ҡыш көндәре ҡыйын була торғайны. Һыу яртышар сүмесләп кенә сыға һәм мәкегә егерме-утыҙлап кеше сиратҡа баҫа…