Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Бынан бер нисә йыл элек Өфө ҡала һәм райондары хакимиәттәре ойошторған алтаҡталарҙа булған хаталарҙы төҙәтеү эше киң ҡолас алды. Был башланғысты халыҡ та, киң матбуғат саралары ла дәррәү хупланы. Ошо йылдар эсендә баш ҡалабыҙҙы йәмһеҙләп торған байтаҡ хата юҡҡа сыҡты. Бындай йәмһеҙ осраҡтар бик һирәк осрай башланы. Был – бик ҡыуаныслы күренеш. Үҙең тапҡан хаталарҙың тиҙ генә төҙәтелеп тороуы ҡәнәғәтлек килтерә.