Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Ноябрь 2012, 18:18

Ышанысһыҙ кредит

Бөгөн аҡсалата кредит алыуы ауыр түгел. Тик уларҙың проценттары бәләкәй тип әйтеп булмай. Коммерция банкылары клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн йыш ҡына почта аша, ябай хат менән кредит карталары ебәрә. Аҡсаны алыу өсөн уны активлаштырырға ғына кәрәк. Уларҙы, моғайын, һәр берегеҙ алғанығыҙ барҙыр.

Бөгөн аҡсалата кредит алыуы ауыр түгел. Тик уларҙың проценттары бәләкәй тип әйтеп булмай. Коммерция банкылары клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн йыш ҡына почта аша, ябай хат менән кредит карталары ебәрә. Аҡсаны алыу өсөн уны активлаштырырға ғына кәрәк. Уларҙы, моғайын, һәр берегеҙ алғанығыҙ барҙыр.
35 йәшлек Ғәбиткә лә шундай хат килә. Ул, берәй заман кәрәге тейер әле, тип картаны активлаштырып ҡуя.
Бер нисә көндән картаның кәрәге тейә – Марат исемле күптәнге танышы ҡунаҡҡа килә. Ул да уның кеүек үк эшһеҙ. Был икәү осрашыуҙы билдәләргә була. Әммә береһенең дә аҡсаһы булмай, шул саҡ Ғәбит кредит картаһы барлығын иҫләй. Был уйҙы Марат хуплай (кемгә икенсе кеше иҫәбенә һыйланыу оҡшамаҫ?). Ғәбит урам буйына сығыр­ға ялҡаулана, дуҫына картаны тоттороп, уның пин-кодын әйтә һәм магазинға оҙата. Марат тиҙ генә араҡы, ҡапҡылып ултырырға әсе-сөсөһөн тотоп ҡайта. Эсәләр. Бер кистә Марат тағы ла ике тапҡыр магазинға барып урай. Хужа кеше иҫереп йоҡлап та китә.
Икенсе көн Ғәбит башы сатнап ауыртыуға уяна. Өҫтәлдә – буш шешәләр, дуҫы ҡайтып киткән. Алпан-толпан баҫып тора ла, кисәге ваҡиғаларҙы иҫләй башлай. “Их, кредит картамды урлаған, ҡәһәрең”, – тип крандан һалҡын һыуҙы һемерә лә полицияға хәбәр итә.
Марат, Ғәбиттең йортонан сыҡҡас, урам буйында таныш-тоноштарын осратып, кәйеф-сафа ҡороуын дауам итә. Ике көн эсендә 30 мең һумдан ашыу аҡсаны туҙҙырып бөткәс, фатирына ҡайтһа, унда уны погонлылар көтә.
“Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны, әлеге енәйәт өсөн ул биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк”, – ти полиция хеҙмәткәрҙәре.
Ә Ғәбиткә банкыға хәҙер үк бурыстарҙы ҡайтара башларға кәрәк. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән хәмер ҡолона ай һайын аҡса түләү, ай-һай, еңелдән булмаҫ. Ошо хәл гәзит уҡыусыларға һабаҡ булһын.


Гүзәл БИКМӘТОВА.
Читайте нас: