Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Ноябрь 2012, 17:13

19 000 тонна ядро ҡалдығы

2001 йылда Рәсәй президенты илгә юғары токсик ядро ҡалдыҡтары (яраҡ­һыҙланған ядро яғыулығы) индереү мөмкинлеген биргән указға ҡул ҡуйған. Ошонан һуң беҙгә Поль­ша, Сербия, ҡаҙағстан, Чехия, Лат­вия, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән тонна ҡалдыҡ килтергәндәр. Бөгөн ҡалдыҡтар Рәсәйҙә 19 мең тоннанан артығыраҡ булып киткән.

19 000 тонна ядро ҡалдығы
19 000 тонна ядро ҡалдығы

2001 йылда Рәсәй президенты илгә юғары токсик ядро ҡалдыҡтары (яраҡ­һыҙланған ядро яғыулығы) индереү мөмкинлеген биргән указға ҡул ҡуйған. Ошонан һуң беҙгә Поль­ша, Сербия, ҡаҙағстан, Чехия, Лат­вия, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән тонна ҡалдыҡ килтергәндәр. Бөгөн ҡалдыҡтар Рәсәйҙә 19 мең тоннанан артығыраҡ булып киткән. Улар Силәбе өлкәһенең “Маяҡ” йәм­ғиәтендә, Красноярск − 26, Томск − 7 биләмәләрендә күмелгән, тигән мәғлүмәт бар. Йәнә лә “Гринпис” хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Швей­цария­нан ике мең тоннанан ашыу яраҡһыҙ ядро яғыулығы һәм 550 кубометр ядро ҡалдығы килтереп түгеү тура­һында килешелгән. Үрҙәге илдәр, тимәк, үҙ биләмәләренең экологияһы өсөн борсолоп, хәүефле ҡалдыҡтар­ҙы ситкә сығарыу яйын күрә, ә беҙҙекеләр, аҡсаға ҡыҙығып, бөтөн сүп-сарҙы бәрәкәт килтерерҙәй тупраҡҡа күмә.

Poleznoeznanie. ru сайтынан һәм “Йәнле журнал” биттәренән
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: