Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Октябрь 2012, 17:10

Чупакабра?! Малдарҙы нимә ҡыра?

Төмән һәм Силәбе өлкәләрендә яңыраҡ билдәһеҙ йән эйәһе йорт малдарын тамаҡлаған. Урындағы халыҡ чупакабра, йәғни Кариб мифологияһынан йән эйәһе был яҡҡа эйәләшкән тип фаразлай. ҡан һурыусы мифик зат тик йорт малдарының ҡаны менән генә туҡлана. Төмән өлкәһенең Копытово ауылында йәшәүсе Владимир Чернов иртән тороуға һарайында ҡырҡ ҡуян, ике сусҡа һәм ун ете себештең үле кәүҙәһен таба. Уларҙың муйынынан бары ҡаны һурылған.

Төмән һәм Силәбе өлкәләрендә яңыраҡ билдәһеҙ йән эйәһе йорт малдарын тамаҡлаған. Урындағы халыҡ чупакабра, йәғни Кариб мифологияһынан йән эйәһе был яҡҡа эйәләшкән тип фаразлай. ҡан һурыусы мифик зат тик йорт малдарының ҡаны менән генә туҡлана.
Төмән өлкәһенең Копытово ауылында йәшәүсе Владимир Чернов иртән тороуға һарайында ҡырҡ ҡуян, ике сусҡа һәм ун ете себештең үле кәүҙәһен таба. Уларҙың муйынынан бары ҡаны һурылған. Шуныһы аптырата – һарайҙың ишеге ватылмаған, кемдер уны һаҡ ҡына асып ингән. Урамдағы эт тә был хайуанға өрмәгән. Эт-бүре йәки төлкө булһа, ҡорбанын йә алып китер, йә урында уҡ өҙгөсләр ине. Ә ҡалған эҙҙәр беҙгә таныш булған хайуандарҙыҡына оҡшамаған, улар бик ҙур.
Урындағы халыҡ эттән бер аҙ ҙурыраҡ, алғы тештәре ыржайып торған йән эйәләрен күреп тә ҡалған. “Улар сос һәм һиҙгер, кешеләргә ҡарағанда ла аҡыллы. ҡойма аша үткәндә бер-береһенең арҡаһына баҫып сыҡты”, – ти улар, хафаланып. Билдәһеҙ хайуандар яҡын тирәләге ауылдарҙа ла “һыйланып” сыҡҡан.
Төмән полицияһы иһә чупакабраға ышанмай. Улар, был берәҙәк эттәрҙең эше, тигән һығымтаға килгән. Ә халыҡ полицияның версияһына шикләнә, улар хәҙер төн йоҡоларын йоҡламай, йорт хайуандарын ныҡлы бик аҫтында тота. Ә иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә тиклем оҙаталар.
Силәбе өлкәһендә лә шундай осраҡ булған. Иҫке ҡамышлы ауылынан Эльвира Шереметтың тиҫтәләгән ҡуянының башына ниндәйҙер хайуан еткән. Урында ҡалған тырнаҡ эҙҙәрен һәм йөндө һунарсылар менән зоологтар тикшергәс, бында һеләүһен булғанын асыҡлаған.
Г. ЯХИНА.
Читайте нас: