Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Сентябрь 2012, 15:32

Атайың кем?

Көҙгө һалҡын көндө була был хәл. Һыуыҡтан башын муйынына батыра яҙып өсөнсө синыф уҡыу­сыһы Вадим (исемдәр үҙгәртелде − авт.) мәктәп бәҙрәфенә елдереп китеп барғанда, уны ишек янында бер төркөм малай туҡтата. Туғыҙынсыла уҡып йөрөүсе Ильяс Вадимды елкәһенән тотоп ала ла: «Әйт әле, һин кем ул?» − тип ауыҙын салышайта. Кем булһын, кеше, тип ҡаты бармаҡтарҙан ҡотолорға самалаған Вадимды Ильяс ебәрергә уйламай:

Атайың кем?
Атайың кем?

Көҙгө һалҡын көндө була был хәл. Һыуыҡтан башын муйынына батыра яҙып өсөнсө синыф уҡыу­сыһы Вадим (исемдәр үҙгәртелде − авт.) мәктәп бәҙрәфенә елдереп китеп барғанда, уны ишек янында бер төркөм малай туҡтата. Туғыҙынсыла уҡып йөрөүсе Ильяс Вадимды елкәһенән тотоп ала ла: «Әйт әле, һин кем ул?» − тип ауыҙын салышайта. Кем булһын, кеше, тип ҡаты бармаҡтарҙан ҡотолорға самалаған Вадимды Ильяс ебәрергә уйламай:
− Кешеме һин, әллә юҡмы, хәҙер беләбеҙ. Ниндәй милләттән һин, тип һорайым?
− Башҡорт.
− Һинме? − шарҡылдап көлгән тауыштар мәктәп ихатаһын яңғырата. − Бына беҙ − башҡорт, ә һин − ... Белдеңме инде кем икәнеңде?!
Әле генә өшөп ҡалтырап торған Вадимды утҡа тыҡтылармы ни, ул кинәт тоҡанып-янып китте лә, йән асыуы менән:
− Һин үҙең шундай, ә мин − башҡорт! − тип ҡысҡырып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, Ильясҡа барып йәбешә. Бот буйындай ғына малайҙың үҙенә һөжүм иткәнен көтмәгән өлкән синыф уҡыусыһы саҡ артына йығылып китмәй. Һәм йәне көйөп Вадимды берҙе генә һелтәй. Бәләкәй балаға күп кәрәкме инде, малай йәнтәслим асфальтҡа барып төшә, бордюрға һуғылған башынан ҡан китә. Әллә ауыртыуҙан, әллә көсөргәнештән Вадим иҫен юғалта.
Иҫенә килгәндә уға уҡытыусылар кабинетында нишатыр еҫкәтәләр ине. Вадим тороп ултырырға тип ҡалҡынғас, химия уҡытыусыһы уны ипләп кенә кире ятҡыра:
− Ят, ят, хәҙер әсәйең килә.
Бер аҙҙан йән-фарман кабинетҡа әсәһе елдереп килеп тә инде. Ишек асылып ябылған арала Вадимдың күҙенә Ильяс салынып ҡалды − ул бөршәйеп, кесерәйеп ҡалған кеүек, йөҙө ап-аҡ. Был күренештән Вадимға нисектер ҡыйын да, рәхәт тә ине. Шул арала әсәһе диван янында тубыҡланып, уны ҡосаҡлап, башын, аяҡ-ҡулдарын һәрмәргә тотондо. Бармаҡтары сәскә уҡмашҡан ҡанға тейгәс, ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләй-тешләй шыбырланы: «Мин барығыҙҙы ла судҡа бирәм... Баламды нишләттегеҙ, нишләп ҡараманығыҙ?!» Күҙҙәренән йәш атылып сыҡҡан әсәһе шул саҡта Вадимға ныҡ йәл булып китте, һәм малай уға, әсәй, минең бер ерем дә ауыртмай, илама, йәме, тигән булды.
Директорҙың машинаһында уларҙы травмпунктҡа алып барҙылар. Яра, ысынлап та, ҡурҡыныс булмай. «Зеленка» менән эшкәртеп, повязка һалалар ҙа, физкультуранан бушатыуҙары тураһындағы белешмә тоттороп (мейе һелкенеүе ихтималлығы шулай ҙа бар, ти табип), өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Өйҙә, инде йоҡлар алдынан, әсәһе йылы усын маңлайына ҡуйып янында телевизор ҡарап ултырғанда, Вадим ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына уға һорау бирергә йөрьәт итә:
− Әсәй, һин башҡортмо?
− Эйе, ә ниңә һорайһың?
− Тик, былай ғына... Ә мин кем?
− Ә һин − Вадим, минең өлкән улым.
− Юҡ, милләтем буйынса мин кем?
− Мин башҡорт булғас, тимәк, һин дә башҡорт.
− Юҡ та инде... Әсәй, бына минең Илдар ҡустым менән Әлиә һеңлем − улар башҡорт, ә мин кем? − әҙерәк кенә өлкәнерәк булһа, ул, атайым ниндәй милләт кешеһе, тип һорар ине лә бит, әммә бәләкәс кеше үҙенең башында ҡайнаған уйҙарҙы туплай, уларҙың осона сыға алмай әлегә. Шулай ҙа әсәһе аңланы, тик үҙенекен тылҡыуын дауам итте:
− Һин дә Фәриттең улы, тимәк, һин − башҡорт.
− Фәрит ағай минең үҙ атайым түге-е-ел, − тип бошонҡо тауыш менән һуҙҙы Вадим. − Ул Илдар менән Әлиәнең атаһы.
Балаһының тауышындағы һағышты күтәрә алманы әсәһе, күҙен телевизор экранынан алды ла, уға тултырып ҡараны:
− Һинең үҙ атайың абхаз милләтенән ине.
− Тимәк, мин дә абхаз?
− Яртылаш ҡына, − тип үҙен көсләп йылмайырға мәжбүр итте әсәһе, − яртылаш һин башҡорт.
− Ә үҙ атайым ҡайҙа минең? − был һорау күптән тел осон ҡысыттырып тора ине, әле һорағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
− Үҙҙәрендә, Абхазияла.
− Ә нишләп беҙҙең менән йәшәмәй? − был һорауҙы биргәнгә үҙе лә аптыраны − әгәр үҙ атаһы улар менән йәшәһә, Фәрит ағай, Илдар менән Әлиә ҡайҙа йәшәр?
− Белмәйем, ҡайтты ла, башҡа килмәне.
− Ә исеме нисек уның? − үҙ атайымдың тип әйтергә теле әйләнмәне.
− Энвер.
Был исемде ишеткән Вадимдың көлкөһө килде. Ирмәк бит − ниндәйҙер Энвер. Ябай ғына Әнүәр түгел, ә Энвер. Яратҡан «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» тапшырыуы башланғас та, йәнһүрәтте ҡарамай, эстән генә «Энвер, Энвер» тип ят та, яҡын да кешенең исемен ҡабатлап ятты...
Ә әсәһе был минуттарҙа ун йыл элек Мәскәүҙә төҙөлөштә танышҡан киң яурынлы, ҡарсыға ҡарашлы Эн­вер­ҙы иҫләп, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Улар бергә ҡушылғандан һуң, ҡауышырға һүҙ ҡуйышып, отпуск мәлендә айырылыша. Энвер Абхазия­ға ата-әсәһе менән туй тураһында һөйләшергә ҡайтып китә, ә ул Башҡортостанға, туйға әҙерләнергә ҡайта. ҡайтып етеү менән Энверҙан уға һөйөү тулы хат килә, ул да яуапты оҙаҡлатмай. Тик сираттағы яуап хаты Энверҙан түгел, әсәһенән килә. Оло ҡатын, Энверҙың бында йәрәшкән ҡыҙы бар, беҙ барыбер сит милләттән кәләш алдырмаҫ инек, Энверҙы онот, тип яҙа. Алдағы гүзәл тормошҡа яҡты өмөттәр бағлап йәшәгән йәш ҡыҙҙың башына күҫәк менән тондоралармы ни, хатты уҡып та бөтә алмай, кинәт уҡшый башлай... Дауаханала үҙенең ауырлы икәнен белә. Мәскәүгә кире бармай, ауылда ҡала. Ата-әсәһенән, ауылдаштарынан ауырын йәшерергә маташып, эсен яулыҡ менән нығытып бәйләп йөрөһә лә, еңгәһе уның хәлен тиҙ арала һиҙеп ҡала.
− Һин ни эшләйһең, баланы үлтерергә итәһеңме? − тип зыҡ ҡупҡан һауынсы еңгәһе уны илатҡансы әрләй. − ... баш булмағас та, бала ғүмере менән үҙ оятыңды ҡапларға итәһеңме?
Асыуы бер аҙ баҫылғас, еңгәһе зар илаған бикәсен ҡосаҡлап, арҡаһынан һыйпай:
− Ярай, илама, һиңә иларға ярамай, балаң илаҡ булыр. Бер һинең генә баштан уҙмаған был хәл, берәй әмәлен табырбыҙ.
Еңгәһе шул уҡ көндө уның ата-әсәһе менән һөйләшә, хәлде аңлатып бирә. Ғәрлекте күтәрә алмай, сыбыртҡы менән ярып үлтерер, тип айырыуса атаһынан ҡурҡҡайны, ә ул нисектер сабыр ҡабул итә яңылыҡты. Ә бына әсәһе, беҙҙе рисуай иттең, нисек кеше күҙенә ҡарарбыҙ, тип уны туҡмап, саҡ өйҙән ҡыуып сығармай. Хатта көйәләнеүҙән ҡан баҫымы күтәрелеп, үҙен саҡ инсульт һуҡмай. Әйткәндәй, ауылдаштары геү килеп берҙе генә һөйләп алдылар ҙа был сираттан тыш ваҡиғаны, аҙаҡ тымдылар. Сөнки тәүҙә көтөүсе һаҙлыҡҡа батып үлә, аҙаҡ бер ҡыҙ урыҫҡа кейәүгә сыға, унан тағы, тағы ваҡиғалар теҙелеп китә лә, уны сәйнәүҙән туҡтай­ҙар. Хәйер, бөтөнләйгә үк түгел. Туптай бала табып алып, балалар йортонда үҫкән Фәрит исемле бер егет уға димсе ебәргәс, шул ыңғайы тағы бер шаулап алалар-алыуға, әммә ул ҡәҙәре иҫе киткән әҙәм булмай. Кескәй генә табын ойоштороп, йәштәр бергә йәшәп китә. Вадимдан һуң Фәриткә ике бала табып бирҙе ул. Ире тыныс, балалар­ҙы айырмай, барыһын да тигеҙ күрә, һәүетемсә йәшәп яталар, уға башҡа тағы нимә кәрәк? Бөгөн Вадимды туҡмауҙары ғына йөрәккә ҡаҙау булып ҡаҙалды, үткәндәр­ҙе аҡтарып өҫкә ҡалҡытты, яралар­ҙы яңыртты. Нишләп Энвер унан шулай көлдө икән, нишләп ҡулланды ла ташланы, йәне юҡмы икән − икһеҙ-сикһеҙ һорауҙарҙы йоҡо йотто. Ә Вадим төшөндә йөҙөн күләгә ҡаплаған берәүҙең артынан йүгереп һаташты, уға, Энвер, тип ҡысҡырып үҙ тауышына үҙе уянды ла, нимәгәлер үкһеп илап ебәрҙе...
Был ваҡиғаны Вадим ун бер йыл үткәс кенә яңынан хәтерләне. Бергә дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыҡай өҙмәй ҙә ҡуймай һөйләтте бит. Вадимды армияға оҙатып, көтөп алған Алина шаярып уның сәстәрен ойпалағанда бәләкәй генә, сәс үҫмәгән йөйҙө күреп ҡалды ла, быуынына төштө: «ҡайҙан был яра? Ни булды?» һ.б., һ.б. Бер-ике һүҙ менән генә сикләнергә уйлаһа ла, һөйгәненең яҡынлығынан, өйгә имен-һау ҡайтыу бәхетенән иҙрәп китеп, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләне лә ташланы. Шуның менән ҡотолормон тип уйлағайны ла, ҡайҙан, Алина оторо ҡыҙыҡһынып китте:
− Ә атайыңдың фамилияһы нисек?
− Белмәйем, һораманым.
− Уға нисә йәш?
− Әлләсе... Бәлки, әсәйем менән бер йәштәлер.
− Улар әсәйең менән ҡайҙа осрашҡандар икән?
Вадим, белмәйем, тип иңбаштарын ғына һикертте. Уның өсөн әллә ҡайҙағы Энвер исемле кеше түгел, ә тубыҡтарына ултырып, ҡосағына уңайлы ғына һыйынған ҡыҙҙың яҡынлығы күпкә мөһимерәк ине. Һөйөклөһөнөң сәстәренән килгән илерткес еҫ танауҙы ҡытыҡлағанда, алйытҡыс уйҙар башын бутағанда, етди мәсьәләләр ҡайғыһы буламы ни?!
− Уны ниңә эҙләп ҡараманың?
− Мине уллыҡҡа алған Фәрит ағайҙы рәнйетермен тип уйланым.
− Әйҙә бергә эҙләйек!
− Китсәле, Алина, әсәйем менән мине ташлап киткән бәндәне нишләп эҙләйем ти мин, − Вадим артыҡ асыуланмай ғына алдында ултырған Алинаны тубығында һелкетте, − һин дә онот, нимәгә ул ят бер әҙәм.
− Нисек инде ят?! Ул бит һинең атайың! Шулай уҡ бер грамм да ҡыҙыҡ түгелме уның хаҡында белергә?
− Юҡ, юҡ һәм юҡ!
Ул саҡта был күңелһеҙ һөйләшеүгә Алинаны үбеп, ҡытыҡлап нөктә ҡуйғандай итһә лә, һөйгәне Энвер исемен хәтер һандығына һалып, һис бер ҡасан үҙ атаһын оноттортманы. Өйләнешеүҙәренең ун һигеҙ йыллығын билдәләгәндә, дүртенсегә ауырға ҡалып йомрайған Алина тағы шул һөйләшеүҙе ҡаҙып сығарҙы. Һаман бер балыҡ башын күпме сәйнәргә була, тип йөҙөн сытырайтһа ла, Вадим һүҙҙе шаяртыуға борҙо:
− Ярай, эҙләнек тә, таптыҡ та ти беҙ уны. Здрасьте, я ваш сыночек, тип барып төшәйемме?
− Нишләп, здрасьте, мы ваши дети, тип барып төшәбеҙ, − Алина ауыҙын йырҙы. − Минең һиңә һөйөнсөм дә бар. Әгәр атайыңды эҙләргә ризалыҡ бирһәң − әйтәм.
Вадим уға һынсыл ҡарап торҙо-торҙо ла, ярай, әйҙә эҙлә, тип ҡулын һелтәне:
− Шунан, ниндәй һөйөнсөң бар?
− Беҙҙең улыбыҙ буласаҡ! − Алина шарҡылдап көлөп уның муйынына аҫылынды.
Был яңылыҡтан Вадим ҡатынын зыр әйләндерҙе:
− Был ысынмы?
− Ысын, ысын, бөгөн УЗИ-ҙа ышаныслы әйттеләр, һеҙҙең ул, тинеләр.
ҡыҙҙарын өҙөлөп яратһа ла, тәүҙән үк ир бала көткән Вадим өс тапҡыр ҙа өмөттәре аҡланмағас, тағы ла ҡыҙ бала булыр инде, тип көтәүелләп йөрөгәйне. Ә бында шундай ҡыуаныс! Алина, ирен шатландырғанға ҡыуанып, дәртләнеп китеп ҡәйнәһенән ирҙең фамилияһын белеште лә, шул уҡ көндө интернет аша Энверҙы эҙләргә йәбеште. «Бәйләнештә» сайтында шул уҡ фамилиялы өс кеше бар ине. Өсөһөнә лә, һеҙ Энвер тигән кешегә туған булып сыҡмайһығыҙмы, тип яҙып ебәрҙе. Яуап бер ҡыҙҙан ғына булды. Ул, Энвер бабайҙы беләм, ул минең атайымдың ағаһы, тип яҙғайны: «Ә һеҙ бабайымды ҡайҙан беләһегеҙ?». Быны уҡыған Алинаның башы әйләнеп китә... Ул ҡәйнәмдең танышы, тип, Алина шул ҡыҙҙан Энверҙың йорт адресын ала.
«Һеҙ аптырарһығыҙ инде, ләкин бында, Башҡортостанда, һеҙҙең улығыҙ бар. Исеме Вадим, уға утыҙ туғыҙ йәш. Мин уның ҡатыны, беҙҙең өс ҡыҙыбыҙ бар, дүртенсе балабыҙҙы көтәбеҙ», − хатта төп һүҙҙәр ошо була. Шулай уҡ ғаилә фотоларын һала. Яуап «Бәйләнештә» сайтынан, теге ҡыҙҙан килә: «Нишләп алдан әйтмәнегеҙ − һеҙ беҙҙең туғандар икән дәһә! Энвер бабайым, һеҙҙән хат алып, тулҡынланыуҙан саҡ йөрәге ярылып үлмәне. Ул бит унда улы барлығын белмәгән! Телефонығыҙҙы яҙығыҙ, Энвер бабайым һеҙҙең менән һөйләшергә теләй». Был ҡыуанысты Вадим бүлешергә ашыҡмай, хатта Абхазиянан шылтыратҡас, өйҙән сығып китә. Алина ҡайныһы менән үҙе һөйләшә. Трубканың теге яғында илаған оло кешене йәлләп, үҙе лә күҙ йәшенә бата. Энверҙың да өс ҡыҙы бар, имеш, абхаз ҡатынына өйләнгән, ауылда йәшәйҙәр. Һәр һүҙ һайын уларҙы ҡунаҡҡа саҡырғас, Алина, мотлаҡ килербеҙ, тип вәғәҙә бирә. Вәғәҙә − иман, тип ул, Вадимдың ай-вайына ҡарамай, алыҫ Абхазияға йыйына башлай. Ә инде барып ҡайтҡас, Алина ихлас тәьҫораттары менән бүлеште:
− Беҙҙе ил сигендә үк ҡаршы алдылар. ҡайным да өйҙә ултырып түҙмәй килгәйне. Энверҙы күргәс, хайран ҡалдым − Вадим атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаш икән! Һуйған да ҡаплаған! Ауылға килеп ингәйнек, унда беҙҙе тотош ауыл ҡаршыларға сыҡҡан! Барыһы ла ҡосаҡлай, арҡанан һөйә, Вадимды атаһына оҡшатып тел шартлаталар. Көнө буйы байрам иттек. Икенсе көнө күршеләр табынға саҡырҙы, өсөнсө көндө лә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Шулай йөрөй торғас, бөтә өйҙәрҙә лә ҡунаҡ булып сыҡтыҡ. Энверҙың ҡатыны − гүзәл, алсаҡ ханым, тумһайып йөрөмәне. Балалары ла беҙҙе тәүҙән үк үҙҙәренеке итеп ҡабул итте. Вадим барыһы менән дә тиҙ арала уртаҡ тел тапты, тик атаһына ғына яҙылып, асылып китмәне. Атаһы уның менән һөйләшергә итә, ә Вадим тораташтай ҡата ла ҡуя. Үҙем һөйләштем ҡайным менән. Баҡтиһәң, Энвер бер йыл буйына һөйөклөһөнә хаттар яҙған, тик улар­ҙы әсәһе, почтальон менән килешеп, почтанан алып торған, ебәрттермәгән икән. Мәскәүҙә осрашырҙар тип, ҡаты ауырығанға һалышып, улын ауылда ҡалдырған һәм бер ни тиклем ваҡыттан әхирәтенең ҡыҙына өйләндергән. Минең балам барҙыр, тигән уй ғүмерҙә лә башыма инеп сыҡманы, белгән булһам, осоп барып алып ҡайтыр инем икеһен дә, тип илай ҡайным. Ул үҙе бик һәйбәт кеше, уны йәлләп, иремде әрләйем, һөйләш, тип, тик ул барыбер атаһына туң ҡалды, ғәфү итә алманы. Үткәндәргә − салауат, тим, аңларға теләмәй. ҡәйнәм дә Вадимдың атаһы менән һөйләшеүҙән ҡырҡа баш тартты, унан күргәнде һис бер ҡасан онотаһым юҡ, тип ҡырт киҫте. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем, бәлки, тора-бара үҙ-ара күперҙәр нығыр. Беҙ бөтөнләй сит-ят кешеләр түгел бит.
Алинаның ышанысы аҡлана башланы кеүек: бәпәй тыуғас, Вадим атаһына, һинең ейәнең бар, тип шылтыратҡан бит. Энвер, Алинаға шылтыратып, беҙҙең ауылда бөгөн байрам − миңә ейән бүләк итеп, мине бәхетле иттең, килен, тип уны ҡотлаған. Шул мәлдә Башҡортостанда тыуған бәпесте сәләмләп, алыҫ Абхазияла мылтыҡтан атҡандар...

Баныу ҡАҺАРМАНОВА
Читайте нас: