Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Сентябрь 2012, 14:21

50 миллион кешегә автотранспорт – ағыу

Рәсәй ҡалаларында 50 миллион самаһы кеше автомобиль транспортынан сыҡҡан тауыш һәм химик бысраҡлыҡ норманан үтә артыҡ булған урындарҙа йәшәй.

50 миллион кешегә автотранспорт – ағыу
50 миллион кешегә автотранспорт – ағыу

Рәсәй ҡалаларында 50 миллион самаһы кеше автомобиль транспортынан сыҡҡан тауыш һәм химик бысраҡлыҡ норманан үтә артыҡ булған урындарҙа йәшәй.
Йыл һайын тирә-яҡҡа авария һәм торбаларҙан сыҡҡан технологик бысраҡ арҡаһында 5 – 10 миллион тонна нефть продукттары эләгә. Ә Рәсәйҙә магистраль торба үткәргестәр селтәре генә 85 мең самаһы урында һыу ятҡылыҡтары аша уҙа.
Эксперттар һанауынса, экологияның бысраныуы арҡаһында илдә йылына 300 меңләп кеше үлә. Тап ошоға бәйле 25 – 30 йылдан Рәсәйҙә халыҡ һаны 100 миллионға ғына ҡалыуы ихтимал. Һуңғы тиҫтә йылда ғына автомобилдәр­ҙең нисек артыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, “тығын”дарҙа йонсоған саҡта, был фаразға ышанмай ҙа хәл юҡ. Нимә, машинанан төшөп, атҡа ултырырғамы?

Ekonom-priroda.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: