Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Сентябрь 2012, 14:04

16 бала ағыуланған

Белорет ҡалаһының 3-сө мәктәбендә 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусылары газ менән ағыу­ланған. 18 сентябрҙә бер уҡыусы мәктәптә үҙ-үҙеңде һаҡлау сараһы – газ баллонын һиптерә. Һөҙөмтәлә 16 бала үҙен насар тоя башлай, күҙҙәре әсетә, тын алыуы ауырлаша. Дауаха­нала уларға “газ менән ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла.

Белорет ҡалаһының 3-сө мәктәбендә 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусылары газ менән ағыу­ланған.
18 сентябрҙә бер уҡыусы мәктәптә үҙ-үҙеңде һаҡлау сараһы – газ баллонын һиптерә. Һөҙөмтәлә 16 бала үҙен насар тоя башлай, күҙҙәре әсетә, тын алыуы ауырлаша. Дауаха­нала уларға “газ менән ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла.
Әлеге мәлдә балаларҙың хәле яҡшырған. Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәптә тикшереүҙәр үткәрә, кемдең газ баллоны һиптергәне асыҡлана. Хулигандың ата-әсәһенә улдарының был ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Читайте нас: