− Мәрхүм булды кәләшем, − ирекәй тәмәке алып тоҡандырғас, мин ирекһеҙҙән тағы ситкәрәк күстем. − Йәшләй генә. Ә уның менән танышҡанда беҙгә ун бишәр йәш ине... Мин үҫмер саҡта атай бер май байрамынан һуң боларып китеп, әсәйҙе күм-күк иткәнсе туҡмағайны. Хәйер, ул эскән һайын туҡмағы миңә лә, ике ҡустыма ла күп эләкте. Әммә был юлы әсәйем, башҡаса түҙә алмайым, тип беҙҙе алды ла, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып китте. Беҙ унда йыш барманыҡ, ике-өс йылға бер генә, сөнки районы алыҫ, юлдар юҡ, машиналар ҙа иҫәпле. Барһаҡ та, гел эш менән булабыҙ, шуға таныштар ҙа аҙ. Өләсәйҙең йорто бәләкәс кенә, тығыҙ, әсәй менән өләсәй урындыҡта йоҡлап йөрөй, беҙ өсөбөҙ иҙәндә ҡунабыҙ. Мәктәпкә барғас, барыһы ла ситләткән һымаҡ, айырыуса егеттәр бүре күҙҙәре менән ҡарай. Бер генә ҡыҙ миңә йылмайып баҡты ла, күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп китте. Кәйефем юғыраҡ ине, орҙо-бәрҙе генә һорауҙарына яуап бирҙем. Түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыҫҡа сәсле Сәлиә исемле ҡыҙыҡайҙың йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй. Кеше шул тиклем дә алсаҡ булыр икән, тип ҡыуаныр урынға ниңәлер йәнем ҡарайҙы. Бер-ике аҙнанан синыф мине ҡабул итте. Минең менән һөйләшә башланылар, айырыуса ике егет менән һүҙебеҙ беректе − улар ҙа техника менән ҡыҙыҡһыналар икән. Иң тәүҙә һүҙ ҡушҡан ҡыҙыҡай менән генә борсаҡ бешмәне. Мәктәптән ҡайтһам, йөҙө күҙ алдымдан китмәй, нисек итеп уға һүҙ ҡушырға икән, тип баш ватам. Икенсе көнөнә мәктәптә Сәлиәнең һәр кем менән йылмайып-көлөп кенә һөйләшкәнен күрәм дә, йәнем көйә. Миңә һүҙ ҡушһа, теш ҡыҫып ҡына яуаплайым, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарайым, йәнәһе лә, нимә кәрәк һиңә, нимә кешегә бәйләнәһең. Инде уҡыуҙар тамамланғас, документтарымды колхоз үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына тапшырҙым. Унда стипендия түләйҙәр, ашаталар, кейендерәләр. Киң профилле тракторист-машинисҡа уҡып сыҡҡас, колхозда эшләп алдым, унан аҙаҡ хәрби хеҙмәткә барыр ваҡыт етте. Бәләкәй генә ауылда йәшәһәк тә, өс йыл эсендә Сәлиәне бер нисә тапҡыр ғына күрергә яҙҙы. Ул унынсыны уҡып бөткәс, юғары уҡыу йортона уҡырға инеп маташҡан, тик белеме етмәгән. ҡалала балалар баҡсаһына эшкә урынлашып, ауылға аҙна һайын ҡайтты. Һирәк күрһәм дә, үҙен уйламаған көнөм юҡ. Эсемдә ҡайнаған хис-тойғоларҙы уға белдереп яҙырға ҡат-ҡат уҡталдым да ярты юлда туҡтап ҡалдым, ул көлөр, мине мәмәй тип ҡабул итер, тип яндым. Сәлиә тип ут йотҡанымды башҡаларға асыу түгел, хатта үҙемдән йәшерҙем. Клубҡа, тансыларға йөрөргә әүәҫлегем булманы, ә ул кеше уртаһында ҡайнарға яратты. Тансыға барып сыҡһам, уның йырлап, бейеп күңел асҡанын күрәм дә, үҙен быуып үлтерер хәлгә етәм. Сөнки башҡа егеттәрҙең ҡулдары уның йылы устарынан тота, йомшаҡ биленә ҡағыла, күҙҙәре осҡонло күҙҙәренә ҡарай... Ә уның өсөн мин бар ни, юҡ ни, уға барыбер. Шарҡылдап көлөп, елбәҙәк күбәләк кеүек осоп-ҡунып тик йөрөй. Шулай ҙа бер көн, армияға китергә ике ай ваҡыт самаһы ҡалғайны, буғай, бөтә батырлығымды йыйып, уны бейергә төшөрҙөм. Ул йылмайып усын усыма һалды, ҡыймай ғына ҡулымды биленә төшөрҙөм. Бәхеттән таҡта кеүек ҡаттым. Аяҡтарына баҫа-баҫа (ә ул сытыраймай ҙа, башҡа ҡыҙҙар кеүек юрый асыуланып ҡысҡырмай ҙа, әйтерһең дә, һиҙмәй!) бер-икене әйләнеп тә өлгөрмәнек, гармунсы көйҙө тамамланы ла ҡуйҙы. Сәлиә инде китәйем тигән саҡта, ҡулым яңылыш уның ҡабарып торған түшенә тейҙе. Тәнемде ток һуҡҡандай тойолдо! Усым өрөлөп янып сыҡтымы ни, шундай ҡыҙҙы! Сәлиә бер ни булмағандай китеп барҙы, ә мин аңшайып тороп ҡалдым. Аҙаҡ ҡып-ҡыҙыл булып, йылғаға һыпырттым. Барған ыңғайы усымды еҫкәйем, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә Сәлиәнең еҫе килә. Үҙем иҫерәм был еҫтән, үҙем барыһы менән дә бейергә әҙер булған, үҙенең тәненә ят ҡулдарҙы ҡағылдырған көләкәс ҡыҙға енләнәм. Асыуымдан ярыла яҙып, усымды һалҡын һыуҙа әллә күпме йыуҙым, ә ул һаман янды... Хәҙер генә ул егеттәр менән ҡыҙҙар ғишыҡ-мишыҡ уйындарын иртә башлай, был барыһы өсөн дә ғәҙәти хәл. Ә беҙҙең саҡта ҡыҙҙарға ҡағылыу ҡайҙан, оялдыра ине. Армияға киткәнсе башҡа тансыға аяҡ баҫманым, Сәлиәне оноторға маташтым. Хеҙмәттә саҡта танауҙарына еҫ керә башлаған ҡустыларымдан оҙаҡ ҡына уның турала һорашырға ҡыйыулығым етмәне. Шулай ҙа бер йылдан һуң синыфташтарҙың (барыһын да исемләп) хәлен һорап яҙҙым. Яуапты зарығып көттөм. Минән ике йәшкә кесе ҡустым хатында барыһы тураһында ла тәфсирләп яҙып тормаған, теге кейәүгә сыҡты, был армияла, ә был уҡып йөрөй, теге урамда б... тибә, ә быларҙы белмәйем, тиеү менән сикләнгәйне. Мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған Сәлиә хаҡында ләм-мим. Шуға, Сәлиә лә кейәүгә сыҡтымы әллә, тип төпсөнөп яҙырға тура килде. Яуап хатын тыным менән һурып алғандаймын. Өс аҙна тигәндә, ниһайәт, яуап килде. ҡустым, механизатор ярҙамсыһы булып эшләйем, баҫыуҙан һуң арып ҡайтыла, шуға яуапты тотҡарланым, тигән. Бында һинең төн йоҡоларын йоҡламай хат көтөүеңдә эше юҡ. Йөрәгемде өҙгән һорауға, Сәлиәгә нимә булһын, йөрөй шунда ихахай-михахай килеп һикерәңләп, тип яуаплаған. Бер яҡтан, Сәлиәгә шулай һүҙ тейҙергәне өсөн ҡустыма асыуланам, икенсе яҡтан, һөйөнәм − иң мөһиме, ул кейәүгә сыҡмаған! Күңел төбөндә йәшерен уй нығынғандан-нығына − ҡайтҡас та Сәлиәгә өйләнәм. Ә Сәлиә миңә кейәүгә сығамы-юҡмы, тип баш ҡатырмайым, сөнки ул турала уйлай башлаһаң, ниәтеңдән ваз кисергә лә мөмкин. Армиянан, барыһына ла бүләктәр алып, изге йома көнө елкенеп ҡайтып төштөм. Сәлиәгә тигән бүләкте − модалы ҡайышты − сумаҙандың иң төбөнә йәшергәнмен. Минең иҫән-һау ҡайтыуым хөрмәтенә әсәйемдәр табын әҙерләне. Әсәйҙәрҙән йәшереп кенә ҡустылар менән бал эсеп ҡыҙышып алғас, тиҙерәк клубҡа ашыҡтыҡ. Йәштәр күп, мин армияла саҡта үҫеп буй еткергәндәр байтаҡ, улар араһында Сәлиә күренмәй. Барыһы ла килеп мине ҡосаҡлай, күрешә, ҡыуана, ә минең танау һәленде. Инде бөтөнләй кәйефем төштө тигәндә, Сәлиә килеп инде. Ул өлкәнәйеп киткәндәй, һурылған йөҙөндә борсолоу күләгәһе. Шулай ҙа мине яҡын кешеһендәй күреп, ҡосаҡлап алды, хәлдәрҙе һорашты. ҡыуанысымды күрһәгеҙ! Түбәм күккә тейҙе, тигәндәрен шунда белдем. Хәҙер мин етлекмәгән үҫмер түгел, ир ҡорона ингән кеше. Шуға ла бөтә күңелемде асып һалам, тип дәртләнеп, уны етәкләп урамға, кеше күҙенән алыҫҡараҡ алып киттем. Клуб артына сығып, икәүҙән-икәү ҡалғас, әсегән бал шатлыҡ менән ҡушылып мине бөтөнләй иҫертте. Бүләгемде усына йомдороп, мин һине оҡшатам, тигәс, Сәлиә: «Нимәмде оҡшатаһың һуң, мин бит ни сибәр түгел, ни һомғол түгел?» − тип ҡайышты әйләндереп-тулғандырҙы, ипле генә көлдө. Ана шул саҡта миңә уны ҡосаҡлап ирендәренән һурып үбәһе лә бит, ә мин иҫерек баштан, һуң һин уйнаш ҡына бит, тип яңылыш әйттем дә ташланым. Көләкәс, уйынсаҡ ҡынаһың, тип әйтергә теләгәйнем, ә ауыҙымдан бөтөнләй икенсе һүҙ килеп сыҡты. Сәлиә көлөүҙән шып туҡтаны, битемә шап иттереп сапты ла, һинең ни хаҡың бар миңә шулай тиергә, тип ҡараштары менән көйҙөрөп ҡарап, бүләк ҡайышты йөҙөмә бәреп, ҡараңғылыҡҡа атылды. Башымда балдың эҙе лә ҡалманы. Мин артынан ынтылдым: «Ғәфү ит мине, зинһар, ғәфү ит, мин һине бөтөнләй уйнаш тип уйламайым, һине яҡты йөҙлө, барыһы менән дә аралашып бараһың, тиергә генә теләгәйнем». Ләкин ул артына боролоп та ҡараманы, өйҙәренә инеп юғалды. Таңғаса ишек алдарында эскәмйәлә ултырып, башымды ташҡа бәрерҙәй булып, ҡара янып ҡайттым. Хеҙмәттән һуң ял итергә ваҡыт бирелһә лә, шул уҡ көндө ҡалаға йүнәлдем, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә урынлаштым. Сәлиәнең эшләгән урынын белешеп, янына барҙым. Ләкин ул минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Ныҡышып, көн дә эштән һуң балалар баҡсаһына йөрөнөм, артынан бер тотам ҡалмай, ятағына ҡәҙәр оҙатып ҡуя инем.