37 йәшлек ир балкондан урамдағыларға ут аса. Пневматик винтовка менән ул бер үтеп барыусыны ныҡ ҡына яралай. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы талап ителә, тап «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте табиптары был хәл хаҡында полицияға хәбәр итә лә инде.
БР буйынса Эске министрлығының лицензия-рөхсәт итеү хеҙмәте, енәйәти эҙләү оперативниктары законлы рәүештә теркәлгән ҡорал хужаларын тикшерә башлағас, шикле кешене таба.
Күңелһеҙ хәлгә әлеге лә баяғы араҡы ғәйепле булып сыға. Эсеп алған ике йәш егет үҙҙәрен иркен тота, эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәргә йоҡларға бирмәй. Ныҡ асыуланған ир сығып, егеттәрҙе тыйып ҡарай, тик бушҡа ғына. Йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға ҡаршы ул үҙенсә яза уйлап таба – йүгереп өйөнә ҡайта һәм винтовкаһын алып, урамдағыларға ата башлай.
Был йорттағы йәшәүсе ирҙе ҡасандыр винтовка менән күреүе хаҡында хәбәр иткәс кенә ғәйепләнеүсенең эҙенә төшәләр. Ир шунда уҡ ғәйебен таный, уның фатирында тотош арсенал табыла – пистолет, винтовка, хатта арбалет. Тәфтишселәр бай арсеналдың ҡайҙан килеп сығыуын һәм быға тиклем ҡулланыу-ҡулланылмауын тикшерә.