Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Сентябрь 2012, 15:46

Тәмәке ҡабында – 12 сир

Насар ғәҙәттәргә ҡаршы нисек кенә көрәшмәйек, әллә ни ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҙә ҡуя. Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенконың да ышанысы бөткәндән-бөтә, ахыры. “Рәсәйҙә ”ҡоро закон“ индереүҙең файҙаһы булмаясаҡ, – тигәйне ул, төшөнкөлөккә бирелеп, – сөнки беҙҙә эсмәйенсә йәшәй алмаған өс миллион алкоголик бар, йәнә лә был диагноз әлегә ҡуйылмағаны бер нисә миллион”.

Тәмәке менән дә хәл шулайыраҡ. Иҫегеҙҙәлер, былтыр ҡабында “курение убивает” тигән кеүегерәк һүҙҙәр яҙыла башлағайны. Эргә-тирәләге тәмәкеселәр күҙенең сите менән дә ҡараманы шикелле – нисек тартһалар, әле лә шулай тарталар. Ә бына тиҙҙән яңы төҫлө һүрәттәр барлыҡҡа киләсәк. Уның һөҙөмтәһенә ышаналар.
ҡабына яман шешкә, эмфиземаға дусар булған үпкәләр, пародонтоз, ҡырҡылған ҡул-аяҡтар, ҡартайыу, үле йә ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар, импотенция, үҙ-үҙеңде юҡ итеү, хәүеф, ғазапланыу, бәйлелек төшөрөлгән тәмәкене лә һис ниндәй уйланыуһыҙ ауыҙына ҡабырмы икән алйоттар?
RG.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: