Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Сентябрь 2012, 17:41

Оло йәштә булһалар ҙа

Тынғыһыҙ ветерандар йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәКөйөргәҙе районының ветерандар ойошмаһы бер саранан да ситтә ҡалмай. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почетлы гражданы, СССР-ҙың халыҡ депутаты, бихисап орден-миҙал менән бүләкләнеүсе Алексей Павлович Тарасов.

Оло йәштә булһалар ҙа
Оло йәштә булһалар ҙа

Тынғыһыҙ ветерандар йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә
Көйөргәҙе районының ветерандар ойошмаһы бер саранан да ситтә ҡалмай. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почетлы гражданы, СССР-ҙың халыҡ депутаты, бихисап орден-миҙал менән бүләкләнеүсе Алексей Павлович Тарасов. Ветерандар төрлө йүнәлештәрҙә эшләй — йәштәрҙе илебеҙҙең үткәне менән таныштырыу, хәрби-патриотик тәрбиә биреү, илебеҙҙең азатлығы өсөн башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл, обелискылар асыу, күренекле хеҙмәт ветерандары хөрмәтенә таҡтаташтар ҡуйҙырыу һәм башҡа изге эштәр менән шөғөлләнә. Райондағы 22 беренсел ойошмаларҙы ла халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, матур хеҙмәт юлын күрһәткән оло йәштәге шәхестәр етәкләй. Бигерәк тә Ленин ауылы биләмәһенән Петр Щербатов, Таймаҫтан Хәбил Килмәтов, Ермолаевканан Дмитрий Краснов һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара.
Ветерандар ойошмаһының әүҙемлеге менән һуңғы биш йыл арауығында 17 мемориаль ҡоролма, 20 таҡтаташ асылды. Бөгөн районда 34 обелиск иҫәпләнә. Күптән түгел элекке Воротыновка ауылы урынында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә бик матур обелиск асылды. Ә обелиск һалыу мөмкин булмаған осраҡта, таҡтаташтар мә­сеттәрҙә урынлаштырыла.
Ғәрәсәтле яуҙа ятып ҡалыусыларҙың исем-шәрифтәрен асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эшләйҙәр. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа 650 самаһы фронтовиктың исеме асыҡланып, дөйөм исемлеккә индерелде. Былтыр Ермолаевкалағы ял паркында Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған мемориаль комплекс киңәйтелеп, исемлек тулыландырылды. Күре­некле яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә скульптор Өлфәт ҡобағошев, урындағы оҫта Федор Чернышов, тыуған яҡты өйрәнеүселәр Георгий Фомичев, Харрас Биктимеров ҙур өлөш индерә.
Йәштәр менән осрашыуҙарға, Тыуған илгә ҡарата һөйөү уятыуға йүнәлтелгән сараларға ололар айырым иғтибар бүлә. Был юҫыҡта Роман Козолупенко, Иван Волков, Софья Запольская, Вилүрә Шәйхәдәрова теләп ҡатнаша.
Генерал Ростислав Сибәғәтуллин йыл да тиерлек беҙҙең төбәккә аяҡ баҫа. Тере сағында атаҡлы «ҡара генерал» Даян Мурзин да районды иғтибар үҙәгенән ысҡындырманы. Ветерандар берлеге райондың тыуған яҡты өйрәнеү, Кинйә Арыҫланов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм мәктәп музейҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Көйөргәҙе еренән сыҡҡан шәхестәрҙе теүәлләүҙе үҙ бурысы итеп ҡарайҙар. Мәҫәлән, яңыраҡ яҡташ генералдар Николай Данилов һәм Владимир Федотовтарҙы табып, улар менән бәйләнеш булдырҙылар. Киләсәктә яҡташ хәрбиҙәр, халыҡ менән осрашыу өсөн, йәнтөйәгенә ҡайтыр тип көтөлә.
Әлбиттә, ветерандар, район хакимиәте башлығы Әхәт ҡотләхмәтов, ауыл биләмәләре башлыҡтары яғынан ярҙам булмаһа, әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Етәкселәрҙең яҡшы ҡарашы арҡаһында күп мәсьәлә ыңғай сиселеш таба, финанс проблемалары хәл ителә.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәй, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған район ветерандар ойошмаһы ағзалары көн дә алға ынтыла, бурыстарҙы атҡара, тейешле органдарҙан талап итә, кәңәшләшә, ойоштора һәм иң мөһиме, оломо, кесеме, уңышҡа өлгәшә.

Урал ҡӘЙҮМОВ.
Көйөргәҙе районы.
Читайте нас: