Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
31 Июль 2012, 17:20

Яйыҡ та мохтаж яҡлау-һаҡлауға

– Алло, мин ҡайтып киләм! Минһеҙ юлға сыҡмай тороғоҙ! – Ырымбур журналисы Наталья Веркашанцева Белоруссиянан ҡайтышлай әленән-әле «Урал йылғаһы башына» исемле экологик пресс-турҙы ойоштороу­сылар­ға шылтыратып, төркөмдән тороп ҡалмаҫҡа тырыша. Ул Урал өсөн яңы кеше түгел – өс тапҡыр экологик йөҙөүҙәрҙә ҡатнашҡан.

Яйыҡ та мохтаж яҡлау-һаҡлауға
Яйыҡ та мохтаж яҡлау-һаҡлауға

– Урал йылғаһын һаҡлап, беҙ тәү сиратта үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ, – тәбиғәтте һөйгән Наталья Петровна ғына түгел, экотурҙа ҡатнашыусы башҡа журналистар ҙа ошо фекер яҡлы ине. Шуға ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, һыу ресурстарын рациональ файҙаланыуға, производство ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләп, Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Гай тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселәре уҙғарған «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә әүҙем ҡатнаштылар. Таҙартыу ҡоролмаларына, ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урындарына экскурсия яһағанда хас та инженерҙар һымаҡ тәфсирләп технологик схемаларҙы өйрәнделәр, экологтар кеүек экология мәсьә­ләләренең төбөнә төшөргә тырыштылар.
Сибайҙа булғанда экотурҙа ҡатнашыусыларҙы тәү сиратта бөтә талаптарға ярашлы эшләнгән ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны ҡыҙыҡһындырҙы: биотуҡыманан һәм геомембрананан эшләнгән фильтрацияға ҡаршы экран зарарлы матдәләрҙең ергә һеңеүен тотҡарлай. Шахта һыуҙарын таҙартыу ҡорамалдары ла иң алдынғы технологиялар буйынса төҙөлгән. Даими рәүештә һауаны тикшереү маҡсатында филиал тарафынан экологик пост та булдырылған – «ГАЗель» автомобиле базаһындағы тәгәрмәсле лаборатория атмосфералағы зарарлы матдәләрҙең миҡдарын контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Фи­лиалдың байыҡтырыу фабрикаһында ла аспирация системаһын модернизациялау буйынса эштәр алып барыла.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов журналистар менән осрашыу ваҡытында, комбинат етәкселеге тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә, предприятие экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә аҡса йәлләмәй, тип билдәләне. Бында ла һыуҙы таҙартыу буйынса заманса технологиялар ҡулланыла. ҡорамалды сафҡа индереүгә комбинат яҡынса 580 млн һум аҡса сарыф иткән. Учалы һәм Межозерный сәнәғәт майҙансыҡтарында урынлашҡан шулай уҡ өс нейтрализация станцияһы комбинат файҙаланған һыуҙы 99 процентҡа тиклем таҙартырға булышлыҡ итә. Тәбиғәткә зарарҙы кәметеү буйынса комбинат мөмкин булғанды үҙе лә эшләй, ләкин ҡайһы бер мәсьәләләрҙе дәүләт, ғалимдар ярҙамынан тыш башҡара алмай. Әйтәйек, сәнәғәттә ҡулланыуҙа бысраған һыуҙы тағы ла яҡшыраҡ таҙартыу үҙәген төҙөргә кәрәк, ләкин иҡтисади йәһәттән үҙен аҡлаған технология юҡ! Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы яңынан эшкәртеү мәсьәләһе лә асыҡ килеш ҡала бирә. Был проблемалар Медногорск һәм Гай комбинаттарына ла таныш. Ошо уҡ мәсьәләләр Урал-Яйыҡ йылғаһы бассейнын һаҡлау буйынса үткәрелгән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ла ҡаралды. Уның эшендә Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте, ҡаҙағстан Республи­каһы Парламенты мәжлесе, Ырымбур ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм башҡа бик күп ведомство вәкилдәре ҡатнашты. Доклад яһаусылар бер тауыштан Урал-Яйыҡ йылғаһы бассейнында хәлдәрҙең мөшкөллөгөн билдәләне: һыу ресурстарын сәнәғәт һәм хужалыҡ маҡсаттарында күпләп файҙаланыу арҡаһында йылғаның бысраныуы, һыуы кәмеүе, ярҙарының емерелеүе күҙәтелә. Сәнәғәт предприятиелары ғына түгел, ярға яҡын урынлашҡан малсылыҡ фермалары ла, ауылдар ҙа, турбазалар ҙа йылғаның санитар-экологик хәлен ҡаҡшата. Һәр сығыш яһаусы, Урал-Яйыҡты киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу өсөн берләшәйек, тигән фекерҙе күтәреп сыҡты. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Чиновниктар, сәнәғәтселәр, ғалимдар, экологтар, ғөмүмән, һәр кем Волгаға ла, Обь йылғаһына ла ҡушылмай, үҙ һыуҙарын үҙе Каспийға тиклем алып барған төп йылғабыҙҙы һаҡларға бурыслы. Ғорур тәбиғәтле йылға алдында баш эйеп, экологик пресс-турҙа ҡатнашыусылар Урал-Яйыҡ йылғаһы ярында иҫтәлекле билдә ҡуйҙы һәм меңәр йылдан һуң да Яйыҡтың Каспийға тиклем ағыуын теләне: «Ул – йәшәү сығанағы!».
... «Ырымбур яғында Урал ҙур, тыныс һәм көслө баһадир һымаҡ, ә бында, Учалыла, ул хас шаян бәләкәй малай, – тине йылға башланған ерҙә журналистарҙың береһе. – Нисек итеп уны һаҡламайһың, яҡламайһың инде?» Эйе, иң көслө, ҙур йылғалар ҙа беҙҙең яҡлау-һаҡлауға мохтаж. Иртәгә түгел, бөгөн.

Әйткәндәй
«Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Баныу ҡаһар­манова «Урал йылғаһы башына» исемле экологик экспедиция сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Һыу ресурстары федераль агентлығы һәм Түбәнге Волга бассейны һыу идаралығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. ҡот­лайбыҙ!
Читайте нас: