Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Июль 2012, 15:45

Йылға-күлдәр һайыға

Был һыу транспорты эшендә ауырлыҡтар тыуҙыра Дүртенсе йыл рәттән йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында Башҡортостанда йылға-күлдәр һайыға. Был пассажир һәм йөк һыу транспортына проблемалар тыуҙыра.

Йылға-күлдәр һайыға
Йылға-күлдәр һайыға

Был һыу транспорты эшендә ауырлыҡтар тыуҙыра
Дүртенсе йыл рәттән йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында Башҡортостанда йылға-күлдәр һайыға. Был пассажир һәм йөк һыу транспортына проблемалар тыуҙыра.
Бер нисә йыл элек Ағиҙелдең туҡтал­ҡаһында тәрәнлек 2,5 метр булһа, хәҙер – 1,55 метр. Бындай шарттарҙа суднолар­ҙың һай урынға ултырыу ҡурҡынысы бар. Уларҙың эшендә өҙлөгөү булмаһын өсөн һыу кимәле 180 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел. Шул арҡала йөк һәм пассажир транспорты коммерция юғалтыуҙарына дусар.
Читайте нас: