Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Июль 2012, 15:56

Димселәр эшен тергеҙәйек

Иртәгә тыуған көнөм... Миңә 40 йәш тула. Ошо йәшкә етһәм дә, үҙ тиңемде осратып, ғаилә ҡора алманым. Мин республиканың көнсығышында йәшәйем. Ауылда абруйым ҙур, хөрмәт итәләр. Шулай ҙа төртмәле һүҙ менән рәнйетеүселәр ҙә бар. Әммә бөгөн йәнемде ныҡ әрнеткән нәмә – ирһеҙ ҡалыуым түгел, ә балам булмауы.

Иртәгә тыуған көнөм... Миңә 40 йәш тула. Ошо йәшкә етһәм дә, үҙ тиңемде осратып, ғаилә ҡора алманым. Мин республиканың көнсығышында йәшәйем. Ауылда абруйым ҙур, хөрмәт итәләр. Шулай ҙа төртмәле һүҙ менән рәнйетеүселәр ҙә бар. Әммә бөгөн йәнемде ныҡ әрнеткән нәмә – ирһеҙ ҡалыуым түгел, ә балам булмауы. Үҙ тормошомдо яйлап ҡарарға маташманым түгел, тырыштым, әммә йөрәгемде яуларлыҡ кеше осраманы. Инде 40 йәшкә еткәс, бар өмөт-хыялымды өҙҙөм. Күрә­һең, ер йөҙөндә мине аңлай алырлыҡ ир-ат юҡтыр. Яратҡан, хөрмәт иткән ир-ат минән көлдө, мыҫҡыллап рәнйетте. Ни эшләйһең, Хоҙай шулай яралтҡандыр, бер кәмселегем бар – үтә ҡыҫҡа буйлымын. Ә һорап килеүселәрҙең береһен дә үҙһенмәнем. Эҙләп-эҙләп, үҙ йәремде таба алмағас, туғандарым: “Кемеһенә булһа ла сыҡ та ҡуй, оҡшамаһа, айырылырһың. Үҙеңә иптәшкә балаң ҡалыр, исмаһам”, − тине. Тыңламаным, улай тип кенә кейәүгә сығып, кемделер бәхетһеҙ иткем килмәй. Хәҙер инде киләсәккә пландар ҙа ҡормайым, баш ҡына һау булһын.
Мине шул аптырата − аҡыллы, тәрбиәле ҡыҙ эҙләгән егеттәр ни өсөндөр әрһеҙ, эсергә-тартырға яратҡанын йәр итә. Шулар менән ғаилә ҡорғас, үкенеп йәшәйҙәр. Элек димселәр ҡыҙ менән егетте яусылап өйләндергән. Шуға күрәлер, ундай ғаиләләр ныҡ булған. Ә бөгөн? Өйләнешергә өлгөрмәйҙәр, айырылышырға ғариза ла бирәләр. Миҫал өсөн алыҫ китергә кәрәкмәй. Дуҫ-таныштарымдың күбеһенең ғаиләһе тарҡалды. Бәлки, хәҙер ҙә элекке кеүек үк яусылар кәрәктер? Тик уларҙы ҡайҙан табырға? Ни тиһәң дә, нәҫел-нәсәбен, фиғелен өйрәнеп, бер-береһенә тиң килгән ике йөрәкте яусылап ҡауыштырыу уйын эш түгел.

Рәзилә.
Читайте нас: