Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Июль 2012, 14:52

Cифатһыҙ асфальт һалынған

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Өфө – аэропорт трассаһындағы ремонт эштәрен туҡтатып торҙо. Быға үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре сәбәпсе – тикшереү барышында сифатһыҙ юл япмаһы һалыныуы асыҡланды. Асфальт ныҡлығы норманан 25 – 30 процентҡа түбәнерәк булып сыҡты.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Өфө – аэропорт трассаһындағы ремонт эштәрен туҡтатып торҙо. Быға үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре сәбәпсе – тикшереү барышында сифатһыҙ юл япмаһы һалыныуы асыҡланды. Асфальт ныҡлығы норманан 25 – 30 процентҡа түбәнерәк булып сыҡты.
– Был йыл ярым – ике йылдан һуң унда тағы тәгәрмәс эҙҙәре барлыҡҡа киләсәк, һәм Өфө – аэропорт юлындағы асфальтты яңыртыу­ға тағы 400 миллион һум аҡса эҙләргә кәрәк буласаҡ тигәнде аңлата, – тине республика башлығы. – Ике йыл һайын бындай участкаларға асфальт һалыуға 400-әр миллион һум йүнәлтергә беҙ бай түгел. Ундағы юлдар ун, иң яҡшыһы – 15 йыл ятырға тейеш, мөмкин булһа, әлбиттә.
Президент асфальт һалыу технологияһын тиҙ арала ГОСТ-ҡа ярашлы хәлгә килтерергә ҡушты. Белгестәр әйтеүенсә, битумға юл япмаһына ныҡлыҡ биреүсе өҫтәмәләр ҡушып бөтөрөлмәгән. Хәҙер подрядсы иҫәбенә бығаса һалын­ған асфальт урынына яңынан ныҡлыһын һалырға, шулай уҡ подрядсыларҙы ҡаты контролдә тоторға кәрәк. Юл төҙөүселәрҙе даими контролдә тотоу өсөн Баш­ҡортостан Президенты Өфөлә даими рәүештә эшләйәсәк төҙөлөш һәм юл эштәренең сифатын контролдә тотоусы махсус лаборатория асырға ҡушты.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итеүенсә, юл япмаһының аҫҡы һәм өҫкө ҡатламы ГОСТ талаптарына яуап бирмәгән. Түбәнге ҡатлам буйынса асфальт-бетон ҡушылмаһы әле ГОСТ-ҡа еткерелгән, әлеге ваҡытта фрезерлау һәм аҫҡы ҡатламын һалыу эштәре алып барыла.
– Юлдың өҫкө ҡатламын ҡырсынташ, мастика һәм бетон ҡушылған асфальттан һалырға ҡарар ителде. Бөгөн уның аҫҡы ҡатламын һалыу эштәре бара. Юл республика халҡы өсөн оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн эш сифатын бынан һуң да тикшереп торасаҡбыҙ, – тине, был хәлгә асыҡлыҡ индереп, Ильяс Мөниров.
Читайте нас: