йәки йәнә бергә осрашырға яҙһын
Бынан 45 йыл элек беҙ, ете райондан һәм Сибай ҡалаһынан 1-се төркөмдә 28 ҡыҙ, Сибай педучилищеһын тамамлап, башланғыс класс уҡытыусылары булып, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә таралғайныҡ. Һәммәбеҙ ҙә тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, балалар үҫтереп, бер-беребеҙҙең йөҙөн ҡыҙартмаҫлыҡ итеп йәшәнек һәм намыҫ менән хеҙмәт иттек. Ғүмер юлдары, тормош тулҡындары хәҙер беҙҙе сал сәсле өләсәйҙәргә әйләндерҙе. Үкенескә күрә, алты әхирәтебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте, ауыр тупраҡтары еңел булһын.
Ә шулай ҙа, ҡартлыҡ килеп ишек шаҡыһа ла, сәскә ҡырау төшөп, биткә бураҙналар ятһа ла, йөрәк ҡартаймай икән ул. Хис-моң менән тулы күңел йыш ҡына йәшлек яландарында тороп ҡалған шау-шыулы, тынғыһыҙ ҙа, күңелле лә студент йылдарын иҫкә ала, һағына. Ошо бик күп йылдар арауығында ни бары ике тапҡыр ғына осраштыҡ. Ә быйыл, ошо көндәрҙә генә, 45 йыл үтеп киткәс, Баймаҡ районының Аҡморон ауылында йәнә күрешергә насип булды. 22 кешенең 20-һе килде. Был ҙур ҡыуаныс! Бик алыҫта, зәңгәр томандар артында тороп ҡалған татлы, һағышлы ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙөк, хыял ҡанаттарында 45 йылды ҡалдырып, йәшлегебеҙгә ҡайтып әйләндек. Был матур осрашыуҙың шауҡымы һаман күңелдә йәшәй, шатлыҡлы, таныш ауаздар ҡолаҡта сыңлап тора.
Хәтирәләр, хәтирәләр…
Юҡ, бер нәмә лә онотолмаған. Оноторлоҡмо һуң? Тырышып-тырышып имтихандарға әҙерләнеүҙәр, ҡуна ятып ырҙын табағында эшләүҙәр, икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарында кемуҙарҙан бакуй буйлап йүгерә-йүгерә һалам яндырыуҙар, ә кистәрен, әлбиттә, уйынға сыға инек. Ә бер ваҡыт аҡ кофта, ҡара итәктәр кейеп Өфөгә экскурсияға барҙыҡ. Ул ваҡытта күптәребеҙ самолетҡа тәүге тапҡыр ултырҙы. Һуңғы йылда яратҡан уҡытыусыбыҙ Лидия Васильевна Зайцеваны бер автобус булып аэропортҡа тиклем оҙата барҙыҡ та һуңынан йәйәүләп йырлаша-йырлаша ҡайтып киттек. Ул йырҙар әле лә онотолмаған икән. Беҙҙең хушлашыу кисәһе 1967 йылдың 5 июлендә булды. Сибай урамдарында йөрөп, таң ҡаршылағас, класс етәксебеҙ Татьяна Александровна Палагичеваны өйөнә тиклем оҙата барҙыҡ. Ул бөтәбеҙҙе лә ҡосаҡлап үпте лә:
− Дорогие мои девушки, помните всегда, что дорогу осилит идущий, − тип хушлашты. Хәҙер ул да, бүтән уҡытыусыларыбыҙ ҙа фани донъяла юҡ инде, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, тыныс йоҡлаһындар. Уларҙы ла яҡшы хәтирәләр менән иҫкә төшөрҙөк.
Барыһы ла яңы ғына булған һымаҡ. Баҡһаң, 45 йыл үтеп тә киткән. Уйлап ҡараһаң, үҙе бер ғүмер.
Беҙгә бәхетле, онотолмаҫлыҡ татлы минуттар бүләк иткән, бик алыҫта ҡалған йәшлек хәтирәләренә илтеүсе был кисәне ойоштороусы әхирәтебеҙ Мөршиҙә Әбдрәхим ҡыҙы Абдразаҡоваға оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, уға әлеге кеүек көслө рухлы, дәртле, йәш йөрәкле булып ҡалыуын, ҡартлыҡҡа бирешмәй, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ауырымай-һыҙланмай, әлегеләй матур итеп оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләп, бик тә ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.
Тағы өс йылдан һуң осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Был юлы Йылайыр районының Юлдыбай ауылына әхирәтебеҙ Хәмиҙә Юланова саҡырып та ҡуйҙы. Донъя мәшәҡәттәрен бер аҙға онотоп, ҡырҡ эшебеҙҙе ҡырҡ яҡҡа ташлап, әлегеләй теүәл генә булып осрашырға насип булыуын теләйек.
Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ бәхетле киләсәк, күңел тыныслығы, донъялар именлеге теләп, тағы бер осрашырға өмөтләнеүсе − Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе әхирәтегеҙ
Наилә ҒӘЙНЕТДИНОВА-ШӘРИПОВА.