Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Июль 2012, 17:27

Нимә булды һиңә, июль?..

Йәйҙең иң матур айы көтөлмәгән фажиғәләре менән шаңҡытаТәбиғәтме, әллә?..Үткән ял көнөндә Рәсәйҙең иң матур, унда йәшәгән халыҡты ғына түгел, тотош илебеҙ, сит ил туристарын ылыҡтырған Краснодар крайы бер нисә минут эсендә һыу даръя­һы аҫтында ҡалды. Геленджик, ҡырым, Новороссийск ҡалаларын, Дивноморское, Кабардинка һәм Нижнебаканское ауылдарын күҙ асып йомғансы тиерлек болғансыҡ, сүп-сарлы һыу тулҡындары баҫып китте.

Нимә булды һиңә, июль?..
Нимә булды һиңә, июль?..
Йәйҙең иң матур айы көтөлмәгән фажиғәләре менән шаңҡыта
Тәбиғәтме, әллә?..

Үткән ял көнөндә Рәсәйҙең иң матур, унда йәшәгән халыҡты ғына түгел, тотош илебеҙ, сит ил туристарын ылыҡтырған Краснодар крайы бер нисә минут эсендә һыу даръя­һы аҫтында ҡалды. Геленджик, ҡырым, Новороссийск ҡалаларын, Дивноморское, Кабардинка һәм Нижнебаканское ауылдарын күҙ асып йомғансы тиерлек болғансыҡ, сүп-сарлы һыу тулҡындары баҫып китте. Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, Кубандә бер тәүлек эсендә йыллыҡ нормаға торошло ямғыр яуған. Тап ошо хәл һыу ятҡылыҡтарында даръялар барлыҡҡа килтергән дә инде. Һәр хәлдә, белгестәр ҡырым районындағы ҙур һыу һаҡлығыстың йырылып китеүе арҡаһында һыу ташыуын инҡар итә. Улар фекеренсә, бөтәһенә лә тәбиғәт кенә ғәйепле. Ә халыҡ араһында төрлө хәбәр йөрөй. Әлбиттә, власть вәкилдәрен вайымһыҙлыҡта ғәйепләүселәр ҙә күп.
Халыҡ әйтеүенсә, тулҡындың ете метр бейеклеккә еткән урындары ла булған. Быны цунами менән сағыштырып булыр ине. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, Краснодар крайында 5,2 мең тирәһе йорт тулыһынса һыу аҫтында ҡалған, ташҡын булған урындан өс меңгә яҡын кеше эвакуацияланған. Улар ваҡытлыса төҙөлгән палаткалар лагерында йәшәй. Фажиғә урынын РФ Президенты Владимир Путин да барып ҡараны. Ил башлығы унда урындағы власть вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
Улар әйтеүенсә, ғәрәсәт яҡынлашыуы хаҡында халыҡҡа смс-хәбәрҙәр ебәрелгән, урындағы телевидение аша ла хәбәр ителгән, кешеләрҙе иҫкәртеү өсөн йорттар буйлап та йөрөгәндәр. Тик, дөрөҫөн билдәләргә кәрәк, халыҡтың күпселеге бер ниндәй ҙә смс-хәбәр алмаған. Төн булғас, телевизор ҡарап ултырыу­сылар ҙа әллә ни күп булмаған. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ – меңләгән халыҡ бер юлы ҡуллана башлаһа, мобиль телефондар­ҙа ла өҙлөклөк китә, шуға ла килгән смс-хәбәрҙәрҙең дә аныҡ ҡына аңлашылмауын да билдәләй­ҙәр. Нимә генә булһа ла, халыҡты ваҡытында иҫкәртеп өлгөрмәгәндәр. Быға урындағы власть органдары ғәйеплеме, әллә инде тәбиғәт ҡазаһымы икәнен ваҡыт ҡына күрһәтер. Әлегә өҫтөндәге бер ҡат һыулы кейеме менән урамда тороп ҡалған, яҡындарын юғалтҡан, документтарын да алып өлгөрмәгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү саралары мөһимерәк.
Йортһоҙ ҡалған халыҡҡа бөтә ил ярҙам итәсәк

Краснодар крайы етәкселеге матди зыян күргән, фажиғәлә яҡындарын, һаулығын юғалтҡан кешеләргә ярҙам күрһәтергә ниәтләй. Кисә һыу аҫтында ҡалған йорттарҙа йәшәгән һәр кемгә унар мең һум аҡса бирелде. Был тәү сиратта күрһәтелгән ярҙам ғына, артабан һәр кемгә урындағы бюджеттан 50 мең һум матди ярҙам бүлеү ҡаралған. Федераль бюджеттан һәр кешегә 100-шәр мең һум аҡса бүленә. Фажиғә арҡаһында яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә икешәр миллион һум аҡса биреләсәк. Бынан тыш, йортһоҙ ҡалған халыҡҡа торлаҡ төҙөү өсөн ярҙам күрһәтелә. Был сығымдарҙы урындағы бюджет менән федераль ҡаҙна уртаға бүлеп ҡаплаясаҡ. Яңы йорттарҙы башҡа урындарҙа төҙөргә ниәтләйҙәр, сөнки тәбиғәт катаклизмының тағы ҡасан ҡабатланасағын берәү ҙә күҙаллай алмай.
Илебеҙҙең күпселек төбәктәрендә Краснодар халҡына гуманитар ярҙам йыйыу башланды. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, төбәк кәмендә 1 миллиард һумлыҡ зыян күргән. Әле унда барса халыҡҡа дизентерия, гепатит кеүек сирҙәргә ҡаршы прививкалар эшләйҙәр. Тулҡындарҙың зыяраттарҙы, сүплектәрҙе лә йыуып алып китеүен күҙ уңында тотҡанда, эпидемия булмаһын өсөн ныҡ тырышырға кәрәклеге аңлашыла.
Ташҡында 171 кешенең һәләк булыуы билдәле. Үкенескә күрә, был һандың артыуы бар. Сөнки һыу һаман тулыһынса ҡайтмай, бәләгә тарыған кешеләрҙе эҙләү тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.

Их, июль…

Үкенескә күрә, Рәсәйҙә июль – август айҙары йыш ҡына ауыр фажиғәләр менән йөрәктәргә ҡан һауҙыра. Былтыр 10 июлдә Татарстанда “Болғар” теплоходы батып, 122 кеше һәләк булғайны.
Тағы ла бер фажиғә тетрәндер­ҙе – 7 июлдә Украинала 40 Рәсәй гражданын алып китеп барған автобус түңкәрелгән. Унда 14 кеше һәләк булған, 22 кеше яраланған. Краснодарҙағы һәм ошо фажиғә буйынса ла илебеҙҙә матәм көнө иғлан ителде.
Әле Краснодар крайында, емерек йорттар, һыуҙа ағып йөрөгән транспорт, палаткаларҙа йәшәгән халыҡ менән бер рәттән, ысын ығы-зығы бара. Гуманитар ярҙам итеп килтерелгән нәмәләрҙе бүлеп биреү ҡыйынға төшә, әйбер­ҙәр юғала, паникаға бирелгән кешеләр кәрәк-кәрәкмәгән нәмәләрҙе лә ҡулына төшөрөргә тырыша. Шулай инде – ауырлыҡтар кешеләрҙе сыныҡтырып ҡына ҡалмай, әҙәм сифаттары хаҡында ла оноттора.
Эй, Хоҙай, бындай бәлә-ҡазалар башҡаса ҡабатланмаһын ине.


Лилиә СИРАЕВА.

Читайте нас: