Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Июль 2012, 18:26

Булмағанды бар итә белгән ғаилә

Һуңғы тиҫтә йылда, ауыл ерендә эш юҡ, тип әйтергә күнегеп киттек. Эшһеҙлеккә һылтанып, эскегә бирелгән әзмәүерҙәй егеттәребеҙ ауыл күркен боҙоп йөрөһә, бына тигән йорт һалып, мал-тыуар үрсетеп, буш ятҡан баҫыуҙарҙы эшкәртеп, башҡаларға өлгө булырлыҡ йүнселдәр ҙә бар арабыҙҙа.

Булмағанды бар итә белгән ғаилә
Булмағанды бар итә белгән ғаилә

Һуңғы тиҫтә йылда, ауыл ерендә эш юҡ, тип әйтергә күнегеп киттек. Эшһеҙлеккә һылтанып, эскегә бирелгән әзмәүерҙәй егеттәребеҙ ауыл күркен боҙоп йөрөһә, бына тигән йорт һалып, мал-тыуар үрсетеп, буш ятҡан баҫыуҙарҙы эшкәртеп, башҡаларға өлгө булырлыҡ йүнселдәр ҙә бар арабыҙҙа.
Ғафури районының ҙур булмаған ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе Сәғитовтарҙың татыу, тырыш ғаиләһе был фекерҙе тулыһынса иҫбатлай. Светлана Исмәғил ҡыҙы менән Ришат Рәшит улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Ауылда эш урындары булмаһа ла, ғаилә юғалып ҡалмай, шәхси хужалыҡтарын киңәйтә. Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, тигән боронғолар. Ныҡышмалылыҡтары булмаһа, 110 гектар ерҙе алып эшкәртергә баҙнат итерҙәр инеме һуң?
Сәғитовтар 2009 йылда буш ятҡан баҫыу­ҙарҙы ҡуртымға алып, үҙ көстәре менән техника һатып алып, бойҙай, арыш сәсеп ҡарай. Уңыш мул сыға. Тик 2010 йылғы ҡоролоҡ улар­ҙы хафаға һала, ғаилә килемһеҙ ҡала.
– ҡоролоҡтан һуң бик мандып булмай, тип артҡа сигенергә ярамай, эште башлағас, еренә еткерергә кәрәк, – ти Ришат Рәшит улы. – Быйыл 30 гектар бойҙай сәстек.
Хужалыҡта – биш һыйыр, ете башмаҡ, ә ҡош-ҡорттоң иҫәп-хисабы ла юҡ. Былтыр иһә уңған хужалар бер башмаҡтан ғына 50 мең һум килем алған. Ә бер баш малды ҡарауға күпме хеҙмәт, тир түгелә. ҡыҙыу ҡояш аҫтында 50 – 60 эҫкерт бесән әҙерләүе лә, ай-һай, еңел түгелдер.
– Элегерәк иткә хаҡ бигерәк арзан ине, һуңғы ике йылда хаҡтар күпкә артты. Был ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә, – тип һүҙен дауам итте ғаилә башлығы.
Уларҙың унлап умартаһы бар. Бал һатып та аҡса эшләйҙәр икән.
– Балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә бигерәк ярап ҡала, – ти Светлана Исмәғил ҡыҙы, йылмайып. Әйткәндәй, тырыш ғаиләлә ике бала үҫә. Әлиә Красноусол башҡорт гимназия-интернатынын 7-се синыфын, ә Илмир ауыл мәктәбенең 2-се синыфын тамамланы.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, уҡыуҙа ла тырыш балалар күптән инде ата-әсәләренең ҡул араһына ингән. Әлиә әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итһә, Илмир – ата­һы­ның уң ҡу­лы. Һәр нәмәне ҡарап то­роп, отоп ҡалырға тырыша.
– Эшләгәндәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, – ти ата-әсә бер һүҙҙән.
Тырышҡан – тапҡан. Ысынлап та, Сәғитовтар һәр нәмәнән килем эшләй, үҙ һатып алыусылары ла бар.
– Йәйен Еҙем буйы ял итеүселәрҙән өҙөлмәй. Йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ, ит – барыһы ла үтемле. Көҙөн инде бал менән картуф һатып аласаҡтары хаҡында алдан хәбәр итеп ҡуялар, – ти хужалар.
Йәштәрҙең ата-әсәләре лә, бер ауылда йәшәгәс, балаларына һәр саҡ ярҙам итә. Оло терәк тә, кәңәшсе лә улар.
Уңған хужабикә бар ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған бәйләү, тәмле аш-һыу әҙерләү, гөлдәр үҫтереү кеүек шөғөлдәргә эйә. Тәҙрә төптәрендәге күҙҙең яуын алырҙай шау сәскәгә күмелгән гөлдәрҙе күреп, бының дөрөҫлөгөнә тағы бер инанаһың.
Ғаилә бер-береңде аңлап, ярҙам итеп, ғүмер ағышында йәнәшә атлаған саҡта ғына ныҡлы була. Шундай ғаиләләрҙе тормоштоң ямғыр-бурандары ла, көслө елдәре лә һындырмай. Сәғитовтарҙың татыу ғаиләһе лә шундайҙар рәтендә.

Диана ХӘБИБУЛЛИНА.
АВТОР фотоһы.

Читайте нас в