Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Июль 2012, 17:04

Посылкала – радиациялы әйбер

Нефтекамалағы һәм Өфөләге Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре радиоактив посылкалар тапты. «Munami Inc.» фирмаһы медальондары һа­лынған ике бандероль дә Канаданан килгән.Әйберҙәрҙең радиациялы булыуын асыҡлағас, таможня хеҙмәткәрҙәре «Роспотребнадзор»ҙың территориаль органына эксперттар һығымтаһын һорап мөрәжәғәт итә.

Нефтекамалағы һәм Өфөләге Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре радиоактив посылкалар тапты. «Munami Inc.» фирмаһы медальондары һа­лынған ике бандероль дә Канаданан килгән.
Әйберҙәрҙең радиациялы булыуын асыҡлағас, таможня хеҙмәткәрҙәре «Роспотребнадзор»ҙың территориаль органына эксперттар һығымтаһын һорап мөрәжәғәт итә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре медальондарҙың санитар талаптарға яуап бирмәүен раҫлай.
Республика халҡы шифалы биҙәүестәр булараҡ медальондарға интернет аша заказ биргән. Рекламаға ярашлы, улар янартау лаваһынан эшләнгән һәм сәләмәтлекте нығытыуға һәм арыуҙы бөтөрөүгә һәләтле. Шул уҡ ваҡытта һәр медальон янында радиоактив нурланыш сәғәтенә 0,50 – 0,67 микрозивертҡа тиң, ә тәбиғи радиация фонында ул сәғәтенә ни бары 0,06 – 0,08 микрозиверт тәшкил итергә тейеш.

С. АМАНТАЕВА.
Читайте нас: