Башҡа йәшелсә-емешкә ҡарағанда сливаны ҡырмыҫҡалар айырыуса ныҡ ярата. Шул уҡ ваҡытта был йән эйәләренең әлеге емешкә бер ниндәй ҙә зыян килтермәүен билдәләргә кәрәк. Әммә слива тирәһенә һырыҡҡан ҡырмыҫҡалар беттәрен бөтә баҡса буйлап таратып йонсота. Бөжәктәр башҡа йәшелсә-емешкә төрлөсә зыян килтерә һәм йортҡа үтеп инергә лә оҙаҡ уйлап тормай. Шуға ла уларҙан тиҙерәк ҡотолоу сараһын күрергә тура килә. Тик был уңғанбикәләрҙе биләмәңдән рәхәт кенә ҡыуып сығарырмын тимә, химикаттар ҡулланмайынса ҡотолорлоҡ түгел. Уларының да төрлөһөн алырға кәрәк – комплекслы юл ғына файҙа килтерәсәк. Махсус ағыуҙы ҡырмыҫҡаларҙың иләүенә генә түгел, тотош баҡсаға һибеп сығыу талап ителә. Эшсе ҡырмыҫҡалар ағыуҙы иләүгә үҙҙәре индереп, эстәге инә ҡырмыҫҡаларҙы ағыулаясаҡ. Уларҙың йортон туҙҙырып ташлау ҙа файҙаһыҙ, бөжәктәр тәүҙә төрлө ергә таралып бөтәсәк, һуңынан ҡабат тупланасаҡ. Иләү эсендәге ҡырмыҫҡаларҙы үлтермәй тороп, был бөжәктәр менән көрәштең бер мәғәнәһе лә юҡ – улар артып тик тора.
ҡырмыҫҡаларға ҡаршы көрәшеү өсөн химикаттарҙан да һөҙөмтәле ысул юҡ. Үкенескә күрә, был бөжәктәр тиҙ генә бирешеп бармай.