Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Июнь 2012, 14:32

Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел

– Минең атайым мулла булған, Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәттә белем алған. Колхозлашыу осоро башланғас, бөтә нәмәһен тартып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Белоретта алты ай ултырып ҡайтты, – тип ауыр бала саҡ хәтирәләренә бирелде Әхиәт Ғәйетбаев олатай. – Беҙ һигеҙ бала – алты ул, ике ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе ҡыуып сығарып, өйөбөҙҙө Беренсе Этҡол ауылына мәктәп иттеләр. Өйһөҙ тегендә-бында көн иттек инде. 1933 йылда Ғәҙелбайҙа йәшәнек. Атайым, ағайҙар старатель булып эшләне.

Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел
Тормошо “Кәмһетелгәндәр” романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел

– Минең атайым мулла булған, Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәттә белем алған. Колхозлашыу осоро башланғас, бөтә нәмәһен тартып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Белоретта алты ай ултырып ҡайтты, – тип ауыр бала саҡ хәтирәләренә бирелде Әхиәт Ғәйетбаев олатай. – Беҙ һигеҙ бала – алты ул, ике ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе ҡыуып сығарып, өйөбөҙҙө Беренсе Этҡол ауылына мәктәп иттеләр. Өйһөҙ тегендә-бында көн иттек инде. 1933 йылда Ғәҙелбайҙа йәшәнек. Атайым, ағайҙар старатель булып эшләне. Ә 1937 йылда Таналыҡ ауылы янындағы Күлйортауға күстек. Уны Йылҡыбай ауылы тип тә йөрөттөләр. Унда атайымдар алтын йыуҙы. Тормошобоҙ бөтәйеп, һыйыр, ат тота башланыҡ. Мин 2-се класта уҡығанда, атайымды Буранбайға ураҙа ғәйетенә алып киттеләр. Шунда аят уҡып торғанда ике милиционер, ике коммунист, бер комсомол килеп инеп, уны ҡулға алып, Баймаҡ төрмәһенә ултыртҡан. Шул китеүҙән атайым ҡайта алманы. Уны 1940 йылда атҡандар. 1982 йылда район гәзитендә атылып, аҙаҡ аҡланыусы 50 кешенең исемлеге сыҡты. Унда минең атайымдың да фамилияһы бар ине...
Йосоп Ғәйетбаевты шулай ҡулға алғас, ғаиләһе эт күрмәгәнде күрә, эш бирмәй ыҙалаталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, дүрт улы ла һуғышҡа китә. Шуларҙың берәүһенә генә тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була...
1943 йылда Әхиәт старатель булып алтын йыуыу эшенә төшә. Бер йылдан Күлйортауҙа шахтала эшләй башлай. “Беҙ алтынды күпләп Америкаға оҙаттыҡ. Бер айҙа ғына 3 кг ҡиммәтле металл тапшыр­ғайныҡ, Сталиндан Рәхмәт хаты, бүләктәр килде. Артелебеҙҙе Сибайға күсергәс, “Сибай­золото”ла эшләнем”, – ти Әхиәт олатай. Артабан Күлйортау шахтаһына кире ҡайта. 1952 йылда, экскаваторҙар килгәс, ул экскаваторсы һөнәрен үҙләштерә. 1958 йылда, карьер бөтөү сәбәпле, Таналыҡ йылғаһы буйында гидравлика эше башлана. Әхиәт олатай унда мониторсы тигән яңы һөнәргә өйрәнә. “Граф күле – шул гидравлика арҡаһында килеп сыҡҡан күл ул. Мин монитор аша ҡарап тупраҡты һыуға төшөрәм. Ере йыуыла ла, алтыны ҡала”. Ошондай яңы ысул менән байтаҡ алтын йыуа үҙ заманында олатайыбыҙ. 1967 – 1977 йылдарҙа Ғәҙелшала гидравликала эшләргә насип була. Ә 1978 йылда Семеновскиҙа урынлашҡан Түбә руднигында ул экскаваторсы хеҙмәтен башҡара. 1982 йылда Әхиәт Ғәйетбаев, 39 йыллыҡ ғүмерен алтын йыуыу эшенә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Үҙ ғүмерендә күпме ауырлыҡта алтын тапшыр­ғандыр – бер Хоҙай ғына беләлер. “Йәй айҙарында туғыҙ кешенән торған бригада менән бер айҙа 7 кг алтын тапшыра торғайныҡ. Алтындың вағын да, эреһен дә күп күрҙем инде. Ул саҡта 1 г алтын 25 һум торҙо – был аҡсаға 1 бот он алып була ине. Старателдәр етешерәк йәшәне, ә колхоз-совхозда эшләгәндәргә ҡыйыныраҡҡа тура килде”, – тип хәтерләй шул заманды.
Әхиәт олатай 1950 йылда Ярат ауылынан Яңылбикә Баймө­хәмәтова исемле һылыуға өйләнә. Матур ғаилә һигеҙ балаға ғүмер бирә. Әммә кинйәләре Мирас тыуып, һигеҙ көн йәшәгәс, бала табыу йортонда Яңылбикәнең йөрәге туҡтай.
– Һигеҙ бала менән етем тороп ҡалдым, – тип йәш аралаш һөйләй олатай. – Бер йылдан Йомабикә Мәхийәнова исемле ике балалы ҡатынды алдым. Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы бар бит. Минең тормошто яҙһаң да, шулайыраҡ уҡ әҫәр сығыр ине, моғайын.
Олатай атаһының аҡланыуы хаҡында белгәс, прокуратураға күп хат яҙа. Уға “ағас ҡырҡҡанда ағас баҫҡан” тип тә, “хәбәрһеҙ юғалған” тип тә яуап бирәләр. Ғәзиз кешеһенең Баймаҡта өс ай бикле ултырып, артабан Өфөгә Аҡморон ауылы аша йәйәү китеүҙәре хаҡында ғына белә алған. ҡайҙа, нисек атҡандар, ҡәбере ҡайҙа – бер ни мәғлүм түгел.
Олатайҙан билдәле ҡурайсы, яҡташыбыҙ менән аҙаш булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынып һорашам. “Икебеҙ ҙә Буранбайҙан, дүртенсе быуын туған булабыҙ. Мин хаҡлы ялға сыҡҡанда Әхиәт район мәҙәниәт йортонда ҡурайсы булып эшләне. Хәҙер ана ниндәй ҙур кеше булып китте!” – тип аҙашы менән ғорурланып алды. Йәнәһе, бындай исемде шәләй-вәләйҙәр йөрөтмәй. ҡырлатып ҡына Буранбай сығышлы әңгәмәсемдең йыр-моңға маһирлығы хаҡында һорашам. “ҡайҙан беләһең?” – тигән кеүек аптырап ҡарап торҙо. “1948 – 1953 йылдарҙа әртис булып йөрөнөм. ҡурайҙа, мандолинала уйнай торғайным. Гармуным өйҙә оҙаҡ ҡына йөрөнө, тик балалар ғына нишләптер өйрәнмәне. Түбә руднигының клубында концерт ҡуя инек. Халыҡ йырҙарын, бигерәк тә “Ғилмияза” йырын башҡарырға ярата торғайным”, – тип татлы хәтирәләргә бирелде ул.
Хәтер шундай иҫ киткес әйбер: әле генә ҡайғылы мәлдәре күңелде тырнай, шул арала ҡыуаныслы, матур саҡтар йөҙҙө йылмайыу итеп нурлай. “Мине “Горняк” тип йөрөттөләр!” – тип үҙ алдына тағы бер тапҡыр йылмайып ҡуйҙы ул. Моғайын, ошо ҡушаматтың тарихы мейеһендә сағылғандыр. Әммә уйҙарға бирелгән олатайҙы матур иҫтәлектәренән айырып, һорау биреп йонсотоп торманым. Таусы тип таш аҡтармай, кабинетта ғына ултырып эшләгән кешегә әйтмәҫтәре былай ҙа билдәле.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: