йәки Ошо бәләкәй генә транспорт сараһында йөрөүселәр араһында бәләгә тарыусылар көндән-көн арта
Эҫе көндә баш ҡалалағы транспорт хәрәкәтенән барлыҡҡа килгән “тығын”дарҙа тора-тора, машинала ташбаҡа кеүек әкрен генә китеп барабыҙ. Кис етеп килгәнлектән, юлда транспорт саралары шул тиклем күп. Ошондай эҫелә машина менән туҡтап тороу күптәрҙе сығырынан сығаралыр инде – юлда авариялар ҙа йыш күренә. Иғтибарымды алһыу төҫтәге скутерға ултырып, машиналар араһынан тығылып-тығылып, алға сығырға маташҡан йәш кенә ҡыҙ бала йәлеп итте. ҡолаҡсындар менән телефоны аша музыка тыңлап бара үҙе, етмәһә. Шлем тураһында уйлау ҡайҙа, исмаһам, музыкаһын һүндереп, иғтибарлыраҡ булһа икән… Үәт, исмаһам, “гламур” – алһыу төҫтәге скутер һәм сәстәре елгә уйнап барған 16 – 17 йәшлек музыка яратыусы ҡыҙ… Тик был “гламур”ҙы машиналарҙа ултырған водителдәр аңлап етмәне шикелле – дүрт-биш кеше, нимәлер аңлатырға теләгәндәй, ҡыҙға ҡаты ғына өндәшеп ҡараны. Ә тегегә нимә − нервыларын ҡолаҡсындар һаҡлай.
Йәйге эҫе көндә мотоциклда, скутерҙа елдәй елеү бик шәп, әлбиттә. Тик был күңелле сараға бәйле күңелһеҙ һандарға иғтибар итәйек әле – скутерҙар ҡатнашлығында булған юл-транспорт фажиғәләренең 95 проценты мототранспортта йөрөгән кешенең үлеме менән тамамлана. Ни өсөн, тип аптырарға түгел. Был транспорт сараһында йөрөүселәрҙең бик күптәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында уйлап та бирмәй. Үкенескә күрә, кешеләр скутер һәм мопедтарҙың уйынсыҡ түгеллеген онотоп ебәрә. Ул ҙур ғына тиҙлектә лә ҡыуа ала. Етмәһә, был транспорт сараһының мөмкинлектәре бер генә кешене йөрөтөүгә иҫәпләнгән. Уның техник хәле пассажир ултыртыуҙы күҙ уңында тотмай.
Шуныһы ҡурҡыныс – мототранспортта фажиғәгә тарыусылар, башлыса, баштарын яралай. Ә был инде иң ҡурҡыныс һәм ауыр яралар иҫәбенә инә. Сәғәтенә 20 километр тиҙлектә китеп барғанда ла үлемесле яра алырға мөмкин – экипировкаһыҙ булған ваҡытта юл ситендәге бордюрға, бағанаға бәрелеп, яҡты донъя менән хушлашыу ҡурҡынысы юғары. Берәй машинаға барып бәрелгәндә лә бик ауыр яралар алырға була.
Скутерҙа йөрөргә яратыусылар араһында: “Рәсәйҙә яҙылмаған ҡанун бар – юлда кемдең машинаһы ҡеүәтлерәк һәм ҙурыраҡ − шул батша”, − тип үпкәләүселәр ҙә бар. Уларса, скутерҙар һәм мопедтар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренең артыуын билдәләүсе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре булмаған нәмәләрҙе теркәй. Әлбиттә, скутерҙарҙа китеп барыусылар транспорт күп урында “ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған” һымаҡ та булып китәлер. Ләкин был айырым осраҡтар ғына. Ысынында, скутерҙа йөрөүселәр көндән-көн күбәйеү менән, уларға бәйле фажиғәләр ҙә арта.
Һандар ғына түгел – кеше ғүмерҙәре
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре республиканың бер районында ғына аҙна эсендә скутерҙарҙа йөрөгән бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығындағы өс фажиғәне теркәгән. Скутерға үҫмерҙәр ултырһа – бер хәл, был транспорт сараһы менән иадара итеүселәр араһында балалар ҙа йыш осрай. Йылы көндәр башланыу менән мотоциклдарҙа йөрөүселәр ҡалаларҙың машиналар күп йөрөгән урамдарында үҙ-ара ярыш ойоштороп “мәж” килә. Улар Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә лә уҙышырға оҙаҡ уйлап тормай. Үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуялар.
Әле яңыраҡ ҡына Өфөнөң Киров һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә бер мотоциклсыны бәрҙерткән автобус водителе, ҡатынын, балаларын етем итеп, үҙ-үҙенә ҡул һалды. Бында һүҙ фажиғәлә кем ғәйепле булыуы тураһында түгел, ә мототранспорттың юлда күп проблема тыуҙырыуы хаҡында бара.
Скутерҙарҙың хәрәкәт итеү транспорты итеп йылдан-йыл йышыраҡ һайланыуының сәбәптәре күп, әлбиттә. Беренсенән, улар әллә ни ҡиммәт түгел. Тағы ла бер ҙур мәсьәлә − скутерҙа йөрөү өсөн водитель таныҡлығы талап ителмәй. Тап ошо фактор был транспортҡа бәлиғ булмағандарҙы ла, юл ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләрҙе лә ылыҡтыра ла инде.
Ә бит скутерҙарҙы мәктәптә генә уҡып йөрөгән балалар үҙҙәре бер нисек тә һатып ала алмай. Был замана транспорты − ата-әсәнең балаһына бүләге. Шулай булғас, мототранспорт саралары менән бәйле бөтә ваҡиғалар өсөн дә яуаплылыҡты ололар үҙ өҫтөнә алырға бурыслы. Бер кем дә үҙ балаһына дошман түгел, әммә был ғына аҙ – бәлиғ булмағандарҙың именлеген хәстәрләү закон менән нығытылған мөһим сара.
Дөйөмләштереп алғанда, ике тәгәрмәсле был “дуҫ”тың хаҡы 25 – 70 мең һум тип билдәләргә була. ҡытайҙа йыйылғандары иң арзаны, әлбиттә. Эконом класлы 30 – 35 мең һумлыҡ скутерҙар Венгрияла эшләнә. Тайвань мопеды өсөн 40 – 60 мең һум аҡса кәрәк. Ә инде ҡиммәтерәктәре Италияла сығарыла. Транспорт саралары һатылған магазиндарҙа экипировка ла бар. Бер шлем 1200 – 3500 һум тирәһе тора. Махсус куртка менән салбарҙы 5000 һумға алырға мөмкин.
Ситтән генә йөрөгөҙ
Водитель таныҡлығы булмаһа ла, скутерҙа нисек теләйһең, шулай йөрөргә рөхсәт ителә тип аңларға кәрәкмәй. Иң мөһиме – был транспорт сараһы менән 16 йәшен тултырған кешеләр генә идара итергә хоҡуҡлы. Иғтибар итегеҙ әле − райондарҙа, ауылдарҙа бот буйы бала-саға ла, ҡулдары, аяҡтары саҡ етеп, мопедтарҙа, скутерҙарҙа йөрөй. Әлбиттә, уларҙы юл хәрәкәтен көйләүсе инспекторҙар контролдә тоторға тырыша. Ләкин һәр осраҡты иғтибарға алыу − мөмкин булмаған эш. Кеше һәр ваҡыт үҙ именлеге тураһында үҙе уйларға тейеш. Юлдағы машиналар араһында ҡыҫылып йөрөү ҙә дөрөҫ түгел – Рәсәйҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә, бындай транспорт сараһы юлдың ситенән генә йөрөргә тейеш, тип аныҡ билдәләнгән. ҡәтғи тыйыуҙар ҙа бар: рулгә, исмаһам, бер ҡул менән булһа ла тотонмай йөрөү, пассажирҙар ултыртыу, юлда бер яҡҡа хәрәкәт иткән транспорт өсөн махсус һыҙат берәүҙән артыҡ булған урында хәрәкәт иткәндә һулға боролоу һәм, ғөмүмән, боролоп китеү ярамаған хәрәкәттәр иҫәбенә индерелгән. Шулай уҡ башҡа шлем кеймәй йөрөү ҙә ҡәтғи тыйыла.
Рәсәйҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә “скутер” тип аталған транспорт тураһында айырып әйтелмәгән. Закон уны мопед кеүек артыҡ ҡеүәтле булмаған двигателле транспорт менән бер рәткә ҡуя. Ә бына Америкала скутерҙа йөрөү өсөн махсус уҡыйҙар. Италия, Япония, Бельгия, Һиндостанда унда йөрөү өсөн таныҡлыҡ алыу талап ителә. ҡытай менән Һиндостанда полиция үҙе скутерҙарҙа йөрөй. Шулай уҡ әлеге илдәрҙә был мототранспортты мотлаҡ рәүештә дәүләт теркәүенә алалар. Ә беҙҙә ул юҡ. Шуға ла балаларын скутерға ултыртып сығарып ебәргән ата-әсәләрҙең яуаплылығына ғына өмөт итергә ҡала. Ни тиһәң дә, улар үҙ балаларының һаулығын ҡайғыртырға бурыслы. Әгәр кем дә булһа балаһын, инспекторҙарҙың һүҙҙәренә иғтибар итергә теләмәйенсә, хәүеф аҫтына ҡуя икән, административ яуаплылыҡҡа ла тарттырыласаҡ.
Скутерҙар, мопедтар һәм, ғөмүмән, мотоциклдар – бөгөн популяр, әммә бик күп проблема тыуҙырған транспорт сараһы. Махсус уҡыу талап ителмәүе уларҙың хәүефһеҙ икәнлеген аңлатмай. Кәрәк була ҡалһа, бәлиғ булмаған балаһына скутер алып биргән ата-әсәне лә, юл ҡағиҙәләрен бар тип тә белмәгән мотоциклсыларҙы ла яуапҡа тарттырырға мөмкин. Ләкин штрафтар менән генә бер мәсьәлә лә хәл ителмәй, юлға сыҡҡан кешеләр үҙенең именлеген уйламай, башҡаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын аңламай тороп, үлем осраҡтары бөтмәйәсәк. ҡағиҙәләр юҡҡа яҙылмаған, уларға иғтибар итәйек!
Скутерҙар менән бәйле юл-транспорт фажиғәләренең күп булыуы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын да уйланырға мәжбүр итә. Мопед һәм скутерҙарҙа йөрөү өсөн водитель таныҡлығын талап иткән закон проекты бар. Әммә ул тулыһынса ҡаралып, ҡабул ителмәгән әле.
Лилиә СИРАЕВА.