Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Май 2012, 15:20

Ҡуңыр буға, һәү-һәү...

Һөнәрҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһиме? Был хаҡта оҙон-оҙаҡ фәлсәфә һатырға, бәхәсләшергә мөмкин. Төрлө өлкәлә эшләүселәрҙең ышаныслы дәлилдәр килтерәсәгенә шик юҡ. нанотехнологиялар, модернизация һәм башҡа юғары үҫештәр заманында иң ябай һөнәр эйәһе – һауынсылар хаҡында яҙғы килә. Үҙ елкәңдә татып ҡарамайынса, был эштең нескәлеген белеп булмауы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә, ҡәләм менән блокнотты бер аҙға ҡалдырып, һауынсы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар иттем.

Ҡуңыр буға, һәү-һәү...
Ҡуңыр буға, һәү-һәү...

Иң алда кесе йәштән хаҡлы ялға сыҡҡансы хужалыҡта һауынсы булып эшләгән Миңнур инәй Ниғмәтуллина менән аралаштым. 27 йәшендә генә өс бала менән тол ҡалған ҡатын ул саҡтағы ауырлыҡтарға зарланманы. “Таңдан тороп һауынға бараһың, кис тә шул уҡ... Йәйгеһен йәйләүҙә ята торғайныҡ. Элек һауыу аппараттары булманы, ҡул менән һауа инек. Минең ҡарамаҡта яҡынса 20 – 25 баш мал була торғайны, ҡайһы саҡ утыҙға ла барып етте”, – тип һөйләне.
Миңнур инәйҙән ҡыҫҡаса теоретик курс алғас, ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Илшат Мөхәмәт­ғәлиев менән күрештек. Ул, теләгемде хуплап, фатихаһын бирҙе лә, мине иртәнсәк фермаға еткереү бурысын зоотехник Азамат Йомағужинға йөкмәтте.
Таңғы 5.30. Сәғәт зыңғырлай. Их-х, торғо килмәй. Фермаға бармаҫ өсөн мең сәбәп уйлай башланым. Тышта һыуыҡ... Етмәһә, ауыр болоттар күк йөҙөн ялмап алған. Юҡ, ҡыҙыҡһыныусан күңел ялҡаулыҡты еңде, эшкә йыйына башланым. Ауылда тыуып үҫһәм дә, оят булһа ла әйтәйем, бер ҡасан да ферма юлын тапаған юҡ ине. “Һәнәк” журналындағы карикатураларҙы хәтерләп, ул, моғайын, шөкәт­һеҙ һәм бысраҡ урындыр тип, ҡат-ҡат ҡалын кейемдәргә урандым. Ауыр резина итектәрҙе һөйрәй-һөйрәй урамға сыҡҡанда, Азамат машинаһын ҡабыҙған килеш көтә ине. Тулы “боевой” экипировкамды күреп, көлөп ебәрҙе. Ул тыумышы менән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан. Үҙ бурысын намыҫ менән башҡарған алсаҡ, итәғәтле зоотехник халыҡта ихтирам яулап өлгөргән, күптән үҙ кешегә әйләнгән. Азамат, Троицк ҡалаһындағы Урал дәүләт ветеринария академияһын тамамлағас, йүнәлтмә менән ошо хужалыҡҡа эшкә ебәрелә. Йәш белгескә дәүләт программаһы сиктәрендә матди ярҙам күрһәтелә икән. Тормош иптәше менән ул үҫтерә.
Ямғыр тамсылары юлаҡ-юлаҡ булып аҡҡан машина тәҙрәһе аша ауылды күҙәтәм. Уңған хужалар күптән аяҡ өҫтөндә, кәртә тирәһендә булыша, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон тәрбиәләй. Ауыл иртәһе шул тиклем хозур була! Күңелде аңлатып бөтмәҫлек еңеллек биләне, көс-ҡеүәт артҡандай булды.
Фермаға килеп инеү менән танауға үҙенсәлекле еҫ бәрелде. Тик алдан күҙ алдына баҫтырған күренеш булманы. Бында бит бөтөнләй тап-таҙа! Тишек ҡыйыҡ та ялтырамай, малҡайҙар ҙа көр күренә. Дә-ә, “Һәнәк” журналы карикатурасылары фәстерә икән.
Эш күптән ҡайнай, һауынсылар­ҙың миндә ҡайғыһы юҡ. Баш баҫып әле һыйыр аҫтын көрәйҙәр, әле һөт һауыу аппаратын алмаштыралар, малдарҙы йыуалар... “Зайка, бәпәйем, тор!”, “Аҡбаш, сәбәләнмә!”, “Йондоҙом, саҡ ҡына түҙ инде” тигәнерәк тауыштар ишетелә.
Шулай йөрөй торғас, саҡ берәүһенең иғтибарын йәлеп итә алдым, Әлсимә Кашапова менән һөйләшеп киттек. Ул бөтәһе 31 һыйыр һауа икән. 1980 йылдан бирле эшләй. Ул хеҙмәттәштәре менән таныштыра һал­ды. Фермала бөтәһе алты һауынсы эшләй, тағы ла алмаштырыусылар бар. Дилбәр Әми­рова, Нурия Утар­баева, Гөлнара Суфья­нова, Әлфиә Хажина, Рәшиҙә Ғай­сина, Ғилминур Хажина, Анна Петро­ва ҡараштары менән генә мине сәләмләне. Оҙон-оҙаҡ һүҙ ҡатып торор­ға ва­ҡыттары юҡ, йүгерә-атлай эштәрен ар­табан дауам иттеләр. Үрге Яйыҡбай ауылында ошо уҡ хужалыҡтың фермаһында Венера Әминева, Гөлбикә Ғарифуллина, Гөл­сөм Монасипова, Нурзиә Мортази­на, Гүзәл Байғөбә­кова эшләй.
Миңә һауыу аппаратын ышанып тапшырманылар, уның ҡарауы, һөт ташыусы, шулай уҡ швейцар (йәғни ишекте асып-ябыусы) ролендә булдым. Бер аҙҙан: “фермаға килгәс, һыйыр һауып та ҡарамай ҡайтаммы ни?” – тип даулағас, иң тәжрибәле һауынсы Нурия Утарбаева Танаҡай янына илтте. Малҡай сабыр булып сыҡты, оҙаҡ маташһам да, ризаһыҙлыҡ белдермәй, тын ғына көйшәүен белде. Миңнур инәйҙең, утыҙар һыйырҙы ҡул менән һауа торғайныҡ, тип һөйләгәндәрен иҫләгәс, шул осорҙағы һауынсылар өсөн йөрәк әрнене.
Һауынсыларҙың аяҡ аҫтында шулай буталып йөрөй торғас, сәғәт телдәре унға яҡынлашты. Ниһайәт, һыйырҙар һауылып бөттө. Лаборант Гөлнәзирә Кашапова һөттөң күләмен, ҡуйылығын үлсәп, һандарҙы көндәлеккә теркәп ҡуйҙы. “Продук­ция Мәләүез һөт заводына тапшырыла, тиҙҙән уларҙың машинаһы килеп етергә тейеш”, – тине.
Ауыр хеҙмәттән һуң барыһы ла, үҙ-ара шаярыша-көлөшә, тын алырға ултырҙы. “Киске сәғәт 6-ла һауын башлана, киләһеңме?” – тигәс, хеҙмәт алдынғылығы күрһәтеп йөрөп булмаҫ, тип баш тарта һалдым.
Ял-байрамһыҙ таң һарыһынан һыйыр һауыуы, ай-һай, еңел түгел. Ә электр уты булмаған саҡта бар эште ҡул менән башҡарырға тура килә бит. Һауынсылар зарланманы. Бәләкәс кенә эш хаҡына йөрөүҙәре, айҙар буйы “тере” аҡса күрмәүҙәре, ауыр эштән аяҡ-ҡулдары һыҙлауы хаҡында һөйләүҙе артыҡ тип һананылар. “Ауыл ерендә тағы ҡайҙа бараһың? ҡыш та, йәй ҙә көн һайын ошолай эшләйбеҙ. Һәр һөнәрҙең ыңғай һәм кире яҡтары бар инде”, – тип кенә ҡуйҙылар.
Көн һайын ауыр физик эш башҡарырға тура килгән һауынсыларға ныҡлы сәләмәтлек насип итһен һәм хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланһын ине, тигән теләктә ҡалам.
Читайте нас в