Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Май 2012, 16:10

Һәр зыян күреүсегә − ярҙам

Башҡортостан Президен­ты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Урман ҡасабаһы халҡының проблемаларына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Сарала БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашты.

Башҡортостан Президен­ты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Урман ҡасабаһы халҡының проблемаларына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Сарала БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашты.
– Иглин районында бер йыл самаһы элек булған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә ныҡ эшләнек. Ләкин шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер кешеләрҙең власть органдарына дәғүәләре булыуы асыҡланды. Миңә был хәл аңлашылып бөтмәй – бында тағы ниндәй хәлдәр булырға тейеш, нимәгә бәйле, әгәр яңылышлыҡтар булған икән, уларҙы кем ебәргән? – тип мөрәжәғәт итте һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға республика Прези­денты.
Марат Мәһәҙиев белдереүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, муниципаль һәм республика власы органдары үҙ бурысын тулыһынса үтәгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле төрлө сараларға 339 млн һум, шул иҫәптән ҡасаба халҡына компенсация түләүгә 37 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Был ярҙамды 1208 граждан алған. Әммә компенсацияларға дәғүә итеүселәрҙән һаман ғаризалар килә. Әлеге ваҡытта, Рафиҡ Мусин әйтеүенсә, ошондай 700-ҙән ашыу ғариза бар. Халыҡ һораған компенсацияларҙың дөйөм суммаһы 100 миллион һумдан ашып китә.
Иглин районы хакимиәте башлығы билдәләүенсә, компенсация түләүҙән баш тартыуға ғариза биреүселәрҙең Урманда теркәлмәүе төп сәбәп булған.
Республика башлығы билдәләүенсә, әгәр ғариза биргән кешеләрҙең Урманда милке булып, уға килтерелгән зыян документтар менән раҫлан­ған икән, ауылда теркәлеү-теркәлмәүҙең бында әһәмиәте юҡ. Президент район башлығына быға законлы хоҡуғы булғандарҙың барыһына ла компенсация түләү өсөн аҡса табырға ҡушты. Уның урындағы бюджет средстволары булыуы ла ихтимал.
Читайте нас: