«Йәшлек»тә ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылынан Зыя Юлмөхәмәтовтың һуғыш осоро балаларына мөрәжәғәтен уҡығандан һуң, уның фекере һәм талабы дөрөҫ, тип табам. Үҙем дә, шул осор балаһы булараҡ, ошондай фекерҙәрҙе өҫтәр инем. Эйе, аталары фронттан иҫән ҡайтҡан балалар «аталы бала – арҡалы» булып үҫте, һуғыштан һуң булһа ла ас-яланғаслыҡ кисермәне, теләгән уҡыу йорттарына инеп, уҡый алды. Ә беҙгә, атайһыҙҙарға, һәләтебеҙ булһа ла, бындай бәхет тәтемәне.
Үҙ миҫалымда күптәрҙең яҙмышын яҙам. 7-се класты тамамлағас, 1948 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһына уҡырға индем. Темәс беҙҙең ауылдан 90 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул заманда бер ниндәй транспорт та йөрөмәй ине. Каникул, байрам ваҡыттарында ауылға йәйәүләп ҡайтабыҙ, аҙыҡ-түлек йөкмәп, кире китәбеҙ. Ә аталы балалар ат менән йөрөнө.
Ыҙалыҡтар күреп булһа ла, училищены тамамланым. Дәүләт имтихандарының һөҙөмтәһенә ҡарап, училище дирекцияһы миңә Өфө пединститутына юллама бирҙе. Йәнәһе, конкурсһыҙ уҡырға инеп китә алам. Ә Өфө ул саҡта Әбйәлилгә бик алыҫ ине. Сөнки тура йөрөгән бер транспорт та юҡ. Поезд менән Силәбе аша барырға кәрәк. Юлға ла, барғас, йәшәп китер өсөн дә күп аҡса кәрәк. Беҙ ундай аҡсаны таба алманыҡ. Шул саҡта әсәйемдең әрнеп илағаны әле лә күҙ алдында. «Атайың фронттан ҡайтҡан булһа, аҡса ла табыр, һине үҙе алып барыр ине», – тигәйне.
Атайым Әбүзәр Ирғәлин бер туған ағаһы Абдулхаҡ, уның өс улы, ҡустыһы Хәйернур менән фронтҡа китте.
Шуларҙан Абдулхаҡ апаның ике улы ғына әйләнеп ҡайтты. Берәүһе оҙаҡ йәшәмәй үлде, икенсеһе – Мөждәбә Ирғәлин әле лә, Аллаға шөкөр, иҫән, ләкин бик йыш ауырый.
Ә әсәйем атайым яуға киткәндә 25 йәшендә ике балаһы һәм фронтҡа киткән ағаларының өс балаһы менән тороп ҡалған.
Йәш булғас, колхоздың иң ауыр эштәрендә эшләне – тубыҡтан тиҙәк кисеп, ҡул менән 200-ләп һыйыр һауҙы, ҡул менән иген таҙартыу, ураҡ урыу, бесән сабыу кеүек эштәрҙә эшләне.
Әсәйҙәрҙең һәм һуғыш йылы балаларының ул йылдарҙа күргән ыҙалыҡтарын яҙып бөтөрөрлөк түгел.
Училищенан һуң 40 йылға яҡын мәктәптә балалар уҡыттым. Беҙҙең быуын кешеләре һәр эшкә етди ҡараған кеүек, мин дә эшемде яратып, ихлас башҡарҙым. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Күргән ыҙа эҙһеҙ үтмәне – йыш ауырыйым. Һеңлем һәм башҡа туғандарым был донъянан иртә китте.
Әсәйем, бер кемде лә атайыма тиңләй алмай, башҡа ғаилә ҡорманы, беҙҙе үҫтерҙе, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙы. Атайымды 55 йыл буйы көттө. Уны көтөп ала алмай, 80 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Зыя Юлмөхәмәтов: «Һуғыш йылы балаларын хәстәрләргә ваҡыт етте түгелме?» – тигән һорау ҡуйған. Мин, ул ваҡыт үтеп бара, тиер инем. Инде күптәребеҙ был фани донъяла юҡ. ҡалғандарыбыҙ ҙа – инвалид йәки инвалидлыҡ юллай алмаған сирлеләр. Әлбиттә, хеҙмәтебеҙ буйынса пенсия алабыҙ. Ул беҙгә йәшәргә етә. Ә бына санаторийҙарҙа дауаланырға йәки ҡиммәтле дарыуҙар алырға аҡсабыҙ етмәй.
Хөкүмәт беҙгә атайҙарға түләнә торған пенсияны түләһә, беҙ ҙә бер аҙ донъя рәхәтен күреп үлер инек. Беҙҙең быуын кешеләре күп ҡалманы.
Зыя Юлмөхәмәтовтың һуғыш осоро балаларына мөрәжәғәтенә ҡушылып, «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидерының Өфөләге халыҡ штабына яҙма мөрәжәғәт итәйек.
Минеңсә, һәр райондың ветерандар советы һуғыш йылы балалары исеменән мөрәжәғәт әҙерләһен һәм шул штабҡа тапшырһын.
Һуғыш осорона тура килде
Үҫмер саҡтар, беҙҙең бала саҡ.
Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтар
Онотолмай, иҫтә ҡаласаҡ.
Күп ваҡытта ярым ас булһаҡ та,
Булмаһа ла өҫ-башҡа кейергә,
Өмөт менән ҡараныҡ киләсәккә,
Ышанып йәшәнек беҙ Еңеүгә.
Үҫкәс, эштең еңелен һайламаныҡ,
Байлыҡ артынан да ҡыуманыҡ.
«Эш, эш», – тип йәшәнек тә, үҙебеҙҙе
ҡайғыртырға бер аҙ һуңланыҡ.
Күпте үткәргән йөрәк, арыным, ти,
Аяҡ-ҡулдар беҙҙе тыңламай.
Ғүмер көҙө етте – көттөрмәне.
Их, йәшәргә ине ауырымай!
Их, йәшәргә ине ҡартаймай!
Мәүлиҙә ИРҒӘЛИНА,
Рәсәй мәктәптәренең мәғариф алдынғыһы, Почет билдәһе ордены кавалеры.
Әбйәлил районы,
Байым ауылы.