йәки Мәскәүҙә һуңғы айҙарҙағы иң болалы митинг үтте
«Миллиондар маршы» хаҡында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Хәйер, һуңғы ваҡытта Мәскәүҙәге митингылар йышлығына өйрәнеп тә бөткәйнек инде. Властар оппозицияға ирек бирҙе, тиергә мөмкин. Һәр кем теләгән майҙанына сығып, фекерен белдерә, ризаһыҙлығын әйтә алды.
«Миллиондар маршы» акцияһы ла тап шуның бер күренеше тип ҡабул ителергә тейеш ине. Әммә рөхсәт алынған сара күҙалланмаған сценарий буйынса үтеп, бында ҡатнашҡан 500-ләп кеше ҡулға алынған. Полиция Болотная майҙанындағыларҙы ҡыуырға мәжбүр булған.
Мәскәү мэрияһында теркәлгәнсә, митингыға биш мең түгел, ә 100 меңгә яҡын кеше сыҡҡан, тип яҙған үҙенең блогында Сергей Удальцов. Уның «ата» оппозиционер икәнен белмәһә, ил йәшәйешенә битараф бошмаҫ бер әҙәм генә белмәҫ. Ә полиция, маршҡа – 20 меңләп, ҡайһы бер сығанаҡта, – һигеҙ мең кеше йыйылған, тип хәбәр итә. Кемдең математиканан «өслө»лөр инде? Шулай ҙа рәсми сығанаҡтар менән оппозиция мәғлүмәттәре бер нәмәлә тап килә − был митинг башҡаларына ҡарағанда иң ҡатыһы булған, имеш. Асыулы ҡала халҡы, беҙҙең «һыйыр тулаһа, аттан уҙҙыра» тигән мәҡәлгә ярашлы ҡыланған, ахыры. «Тиҙ ярҙам» саҡырырға ла тура килгән, полиция араһында ла, митингыла ҡатнашыусыларҙан да йәрәхәтләнеүселәр бар. Етмәһә, кемдәрҙер халыҡ араһында күҙ йәше сығара торған газ һиптереп йөрөгән. Тәүҙә был эш полицияныҡылыр, тип уйлаһалар, аҙаҡтан уларҙың бында ҡыҫылышы булмауы асыҡланған.
Шулай ҙа ОМОН да юғалып ҡалмаған – резина дубинкалар шапылдап ҡына торған. Сергей Удальцов, Борис Немцов һәм Алексей Навальный тәртип боҙоуға өндәгәндәре өсөн ҡулға ла алынған булған. Провокаторҙар тураһында ла хәбәр йөрөтәләр. Улар полицияға, журналистарға таш, шешәләр бәргән.
ҡайһы берәүҙәр күҙаллауынса, был акция рөхсәт ителгән һуңғы митинг булған. Ахыры, оппозицияға ҡабат бындай бәхет теймәҫ тә.
Айсын АҡБУЛАТОВА.