Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Май 2012, 16:27

Бер үтенесегеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ

Енәйәт эше астырығыҙРезеда Усманова, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы:– Ирем – Таңғатар Дәүләтбирҙин 9 йыл инде балаһына бер тин дә алимент түләгәне юҡ. 300 мең һумдан ашыу бурысы бар. Белеүемсә, Себерҙә эшләп йөрөй. Бөрйән районы буйынса суд приставтары бүлегенә лә күп тапҡыр мөрәжәғәт иттем, әммә мәсьәлә минең файҙаға хәл ителмәй. Тормош иптәшемдең ҡайҙа йәшәгәнен, эшләгәнен дә белмәйҙәр. Алиментсынан бурысын да түләттерә алмаған суд приставтарының эшенә ҡарата мин ҡайҙа дәғүә белдерә алам?

Енәйәт эше астырығыҙ
Резеда Усманова, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы:
– Ирем – Таңғатар Дәүләтбирҙин 9 йыл инде балаһына бер тин дә алимент түләгәне юҡ. 300 мең һумдан ашыу бурысы бар. Белеүемсә, Себерҙә эшләп йөрөй. Бөрйән районы буйынса суд приставтары бүлегенә лә күп тапҡыр мөрәжәғәт иттем, әммә мәсьәлә минең файҙаға хәл ителмәй. Тормош иптәшемдең ҡайҙа йәшәгәнен, эшләгәнен дә белмәйҙәр. Алиментсынан бурысын да түләттерә алмаған суд приставтарының эшенә ҡарата мин ҡайҙа дәғүә белдерә алам?
Балаларҙы ҡарау буйынса закон буйынса тейешле аҡсаны түләттереү суд приставтары ҡарамағында. Алимент түләүҙең ваҡыты сикләнмәгән. Балаһына 18 йәш тулып үтһә лә, атай кеше бурысын ҡапларға тейеш. Суд прис­тавы-башҡарыусы алиментсы менән бурысы бөткәнгә тиклем эшләй.
Суд приставтарына дәғүәләрегеҙ бар икән, һеҙгә Суд приставтары буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ. Етәкселектең ниндәй көндәрҙә граждандарҙы ҡабул итеүе тураһында мәғлүмәт ведомствоның сайтында бар. Оҙаҡ түләмәгән, бурысы ҙур булған алиментсы атайға ҡарата енәйәт эше лә астыра алаһығыҙ.

ҡайтанан инвалидлыҡ юллағыҙ

Азалия Мәхийәнова, Әбйәлил районы, Туйыш ауылы:
– Әсәйемә, ҡан баҫымы юғары булғас (210-240 мм булып китә), 2000 йылда инвалидлыҡ бирәбеҙ тигәйнеләр. Әммә, эшләп йөрөгәс, унан баш тартҡан. Аяғында ҡан тамырҙары киңәйгәс, хәҙер йүнләп йөрөй ҙә алмай башланы. Эшкә инергә медицина комиссияһын үтә алмай, сирлеһең, тиҙәр, МСЭК, сирең дауаларлыҡ, тип инвалидлыҡ биреүҙән баш тарта. Беҙгә хәҙер нимә эшләргә икән?
Әгәр ҙә медицина-социаль экспертизаһы белгестәре инвалидлыҡ биреүҙән баш тарта икән, ошо хаҡта уларҙан белешмә ҡағыҙы алығыҙ. Ошо документ менән МСЭК-тың баш бюроһына дәғүә менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар һеҙгә ҡайтанан медицина- социаль экспертизаһы үткәрергә тейеш.

”Рух”ҡа рәхмәт

Вазифа Ғәлиуллина, Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы:
– Районыбыҙҙа „Рух” гәзите нәшер ителә. Уның биттәрендә, юбилярҙар булараҡ, беҙҙең хаҡта ла яҙып сыҡтылар. Хәбәрсе Рәүилә Бардыбаеваға рәхмәт. Иҫән-һау эшләһендәр, тиражы артһын.

Һаҡланыу үҙегеҙ өсөн

Әбйәлил районы, аноним:
– „Йәшлек”тә „Һинең шәхси тормошоңа бер кем дә ҡыҫыла алмаҫ” тип аталған мәҡәлә сыҡҡайны. Шуға бәйле үҙебеҙҙең хәлгә ҡарата гәзит биттәрендә яуап тапҡы килә. Күршеләрҙең йорттарына яҡын итеп йорт нигеҙе ҡорғайныҡ. Улар үҙҙәре лә төҙөлөштә ярҙам итеп йөрөнө. Ер үлсәүсе килгәйне, өйҙәр араһында аралыҡ кәмендә 5 метр булырға тейеш, тиҙәр. Янғын һүндереүселәр ҙә шулай ти. Хәҙер күршеләр ҙә йортто күтәреүгә ҡаршы. Нимә эшләргә икән?
Йортоғоҙ янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килмәй икән, күп сығым талап итһә лә, нигеҙегеҙҙе икенсе урынға күсерергә кәрәктер. Донъя хәлен белеп булмай. Ут сыға ҡалһа, күршегеҙ менән икегеҙҙең дә мөлкәте юҡҡа сығасаҡ бит.

”Мегафон”ға
мөрәжәғәт итегеҙ

Күгәрсен районы, Үрге Һаҙ ауылы халҡы:
Ауылыбыҙҙа кәрәҙле элемтә бәйләнеше юҡ. Берәй телефон компанияһы Олотауға вышка ултыртһа, яҡшы булыр ине. Ауылыбыҙ тау аҫтында.
Һеҙгә ауыл халҡы исеменән „Мегафон”дың Башҡортостандағы бүлексәһенә хат яҙырға кәрәк.

Үткәргес сафтан сыҡҡан

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы халҡы исеменән шылтыратыу:
– 10 көндән ашыу инде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы күрһәтмәй. Сәбәбе нимәлә икән?
Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса беҙ „Спутник- телеком” компанияһына шылтыраттыҡ. Ундағы дежур беҙгә түбәндәгесә яуап бирҙе: „Электриктарҙың эш ваҡытында Өмөтбайҙа юғары вольтлы линия сафтан сыҡҡан. Билдәһеҙ кешеләр заземление лентаһын да урлап киткән. Май байрамдары булыу сәбәпле, ремонтсылар линияны әлегә эшләмәгән. Оҙаҡламай төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ”.
Өмөтбайҙарға, тимәк, сабыр ғына көтөргә ҡала.
Ошондай уҡ һорау Көйөргәҙе районының Түбәнге Баба ауылынан да булғайны. ”Спутник-телеком”дан: ”Яңы Морапталда ғына көслө ел арҡаһында сигналдар ебәреп тороусы урындағы тарелка әйләнеп, БЮТ күрһәтмәй торҙо. Түбәнге Баба ауылы буйынса бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ”, – тинеләр.

”Дежур телефон”ға шылтыратыуҙарҙы Зөһрә Йәһүҙина тыңланы.
Читайте нас: