+1 °С
Ҡар
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
27 Апрель 2012, 14:56
Талпан туйыр осор башланды
Быйыл да талпандар үҙ һөжүмен башлаған. Үткән аҙнала республикала вирусология лабораторияһына 130 талпанды тикшертергә килтергәндәр. Яҙ иртә килеү сәбәпле, талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе лә арта. Былтыр 42 районда тап ошондай йоғошло бөжәктәр булыуы асыҡланған. Шунлыҡтан һаҡ булырға кәңәш ителә.
Талпан туйыр осор башланды
Быйыл да талпандар үҙ һөжүмен башлаған. Үткән аҙнала республикала вирусология лабораторияһына 130 талпанды тикшертергә килтергәндәр.
Яҙ иртә килеү сәбәпле, талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе лә арта. Былтыр 42 районда тап ошондай йоғошло бөжәктәр булыуы асыҡланған. Шунлыҡтан һаҡ булырға кәңәш ителә.
Талпанды тәндән алғанда ҡаҙалған урынға май һөртөгөҙ. Бөжәкте ялан ҡул соҡоп алырға ярамай. Мотлаҡ махсус бирсәткә кейегеҙ.
Талпан тешләгәндән һуң оҙаҡ (өс аҙна самаһы) температура юғары булһа, кеше хәлһеҙ йөрөһә, тиҙ ҡуҙғып китеүсәнгә әйләнһә, табипҡа мотлаҡ барһын.
Өфөлә энцефалитты асыҡлай торған махсус лаборатория ла бар (Шәфиев урамы, 7, телефоны – (347) 237-58-40).
Читайте нас:
Ултыр беҙҙең арбаға!
"Йәшлек" гәзитенең "Телеграм"дағы каналына ҡушыл, дуҫ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять