Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, һауаһы бысраҡ ҡалалар ер йөҙөндәге барлыҡ ҡалаларҙың 50 процентын тәшкил итә.
Рәсәйҙең 36 миллион кешеһе һауаның бысраҡлығы санитар нормаларҙан ун тапҡыр артыҡ булған ҡалаларҙа йәшәй. Мегаполис халҡының һәр береһе йылына үпкәһенә 48 килограмм канцероген матдә һулай. Шуныһы ла билдәле: миллионлы ҡалаларҙа йәшәүсенең ғүмере ауыл кешеһенекенә ҡарағанда дүрт йылға ҡыҫҡараҡ.
Әйткәндәй, донъяла ХIХ быуатта миллион кеше көн иткән дүрт кенә ҡала булған. 1920 йылда – 25, 1960 йылда – 140, әле – 300. Беҙҙең илдә 14 миллионлы ҡала бар.
Ecologrf.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.