ти ғаилә башлығы Флүр Яҡупов
Бөгөн һәр кем бәхетте үҙенсә күрә: берәүҙәр – кеҫәһендә аҡса тулып ятыуын, икенселәр ғаиләһенең татыу, балаларының имен-һау булыуын бәхет тип иҫәпләй.
Салауат районының Сулпан ауылында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Флүр Яҡуповтар өсөн ғаилә ныҡлығы, иман, әҙәп, дин, әхлаҡ – йәшәйеш ҡағиҙәһе. Улар бәхеттәрен ошо төшөнсәләргә таянып ҡора.
Флүр Яҡупов – Сулпан ауылы егете. Янғантау урта мәктәбен тамамлап, Малаяҙ профтехучилищеһында шофер һөнәрен үҙләштерә. Аҙағыраҡ унда мал табибы булыу теләге тыуа. Егет күп уйлап тормай, Әлшәй районында был һөнәр буйынса белем ала һәм тыуған ауылына ҡайтып, эш башлай.
Был ваҡытта буласаҡ хәләл ефете Рәшиҙә Шөғәйепова уның барлығы тураһында белмәй ҙә әле. Көндөҙ ҡыҙ Башҡорт медицина колледжында уҡый, ә кисен ашығыс операция ярҙамы күрһәтеү бүлегендә тир түгә. ҡулына диплом алғас, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында ең һыҙғанып эшкә тотона. Шәфҡәт туташы үҙен дауахананың ЭКГ, УЗИ, дежур, ҡан биреү бүлектәрендә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында һынап ҡарай. Мөләйем, һәр кешене ихлас тыңлаған, эшен яуаплы башҡарған йәш белгесте табиптар ҙа, ауырыуҙар ҙа яратып өлгөрә.
– Флүр менән беҙ күптән осрашырға тейеш булғанбыҙ. Сулпан ауылына фельдшер кәрәк тип, мине шунда димләнеләр. Ләкин, күңелем һиҙенһә лә, йөрөргә алыҫ, әлеге эшләгән урыным да оҡшай, тип ни эшләптер был тәҡдимгә риза булманым. Бәлки, саҡырған урынға шунда уҡ барған булһам, Флүр менән күптән донъя ҡорған булыр инек, – тип хәтерләй Рәшиҙә апай.
ормош кәрәкле кешеләрҙе юлығыҙға сығарып ҡуя, кәрәкмәгәндәрен ситләштерә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Күп тә үтмәй, яҙмыш ике йөрәкте осраштыра. Улар араһында мөхәббәт уты тоҡанып, йәш пар тиҙҙән ғаилә ҡороп ебәрә.
Бөгөн Рәшиҙә – Сулпанда фельдшер, ә Флүр ауыл советында шофер булып эшләй. Улар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Света, үҫкән ҡыҙ булараҡ, әсәһенең ярҙамсыһына әйләнгән: һауыт-һаба йыуа, өйҙө йыйыштыра, бәләкәс ҡустыһын ҡараша. Азиз да теремек, телсәр, атаһы кеүек шәп егет булмаҡсы.
Яңыраҡ ғаиләгә хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән “Йәштәргә ярҙам” программаһы буйынса субсидия тапшырылды.
– Хәҙер тырышҡан, булһын, тип йәшәгән, көс түккән ғаиләләргә иғтибар ҙур. Бына беҙ ҙә өй һалырға матди ярҙам алдыҡ. Таныштарыбыҙ субсидия юллап, ғариза яҙырға кәңәш бирҙе. Документтар йыйыу, сиратта тороу ҙа еңел булманы. Ләкин өмөтөбөҙҙө өҙмәнек, көттөк. Көтөп кенә ҡалманыҡ, йортто һала башланыҡ. Өйҙөң ҡыйығын ябыуға шатлыҡлы хәбәр килде – субсидия бирҙеләр! Етмәһә, сертификатты оло байрам – “Салауат йыйыны” барғанда тапшырҙылар.
Шунан дәртләнеп, яңы көс менән эште дауам иттек. Ярҙам итергә кеше булманы. Йорт һалыуҙың бар ауырлығын үҙебеҙҙең елкәлә татыныҡ. Рәшиҙә ҡомдан иҙмә бутаны, мин ташыным, бүрәнәнең бер осонан – ул, икенсеһенән үҙем тоттом. 80 йәшлек әсәйем дә хәленән килгәнсә ярҙам итте: балаларҙы ҡарап торҙо, ваҡ эштәрҙе лә үҙ өҫтөнә алды, – тип һөйләй ғаилә башлығы.
– Әлбиттә, хөкүмәт ярҙам итмәһә, был матур, күркәм өй, бәлки, булмаҫ та ине, – тип һүҙҙе дауам итте Рәшиҙә апай. – Бигерәк тә йәштәр бүлеге рәйесе Илгиз Бәҙретдиновтың ярҙамы ҙур булды. Уға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, бик теүәл һәм аңлайышлы итеп яуап биреп, беҙҙе, өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, тип дәртләндереп торҙо. Ғаиләбеҙ менән уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Тик көс, тир түгеп табылған мал бәхет килтерә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына ошондай ғаиләләргә ҡарап инанаһың.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА,
БДУ студенткаһы.