Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Апрель 2012, 16:25

Биш балаһы – биш шатлыҒы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика Президенты Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған күп балалы 58 ҡатынға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ара­һында Күгәрсен районының Ялсы һәм Александровка ауылдарынан да әсәләр бар ине.

Биш балаһы – биш шатлыҒы
Биш балаһы – биш шатлыҒы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика Президенты Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған күп балалы 58 ҡатынға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ара­һында Күгәрсен районының Ялсы һәм Александровка ауылдарынан да әсәләр бар ине.
Һүҙебеҙ Ялсы ауылынан биш бала әсәһе Миләүшә Байғус­ҡарова һәм уның таяныс-терәге – тормош юлдашы Ирек, шатлыҡ-ҡыуаныстары – балалары хаҡында.

– Балаларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Үҙем әсәйемдең берҙән-бер ҡыҙы булғас, һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән тормош юлдашымдың туғандары менән үҙ-ара мөнәсәбәтенә гел һоҡланып ҡараным, – ти Миләүшә апай.
Ошо ауыл ҡыҙы ул. Ирек ағай – ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылынан. Татыу ғаиләлә биш малай үҫә. Илгиз, Иль­яс, Искәндәр, Сыңғыҙ, Камил тигән матур исемдәр ҡушҡан ата-әсәләре. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ хыялдары, үҙ шөғөлдәре. Күрше Хоҙайбирҙин мәктәбендә 11-се класта уҡыусы Илгиз компьютер графикаһы менән мауыға, ошо юҫыҡта республика конкурсында ҡатнашып, еңеү ҙә яулаған. Ғөмүмән, һүрәт төшөрөргә ҡулы килешеп кенә тора. «Салауат Юлаев» хоккей командаһының 2010 йылда чемпион булыуы барлыҡ республика үҫмерҙәрендә, улай ғына ла түгел, өлкәнерәктәрҙә лә ошо спорт төрөнә ҡарата һөйөү уятты. Күптәр конькиға баҫты. Байғус­ҡаровтарҙың улдары ла ошо иҫәптә, әлбиттә. Айырыуса Ильяс (ул – етенсе класта) шәп көйәрмән һәм үҙе лә хоккей уйнарға әүәҫ.
Икенсе класта белем алған Искәндәр, өлкән ағаһына оҡшап, һүрәт төшөрөргә оҫта. Әсәләре менән көнө буйы өйҙә булған биш йәшлек Сыңғыҙ менән ике йәшлек Камилдың әлегә уйнап туймаҫ саҡтары. Ағайҙары кеүек уларҙың да шөғөлдәре булыр әле. Малайҙарға аталары ышаныслы өлгө. Үҙе ишле ғаиләнән булған ата улдарында «ҡорос» холоҡ тәрбиәләргә тырыша. Бығаса Ирек ағай «Артыш» йәмғиәтендә эшләгән, киләсәктә үҙ хужалығындағы малдарҙы ишәйтергә ниәтләй. Анау хәтлем йүгереп йөрөгән улдары бар ҙа инде. Улар, әлбиттә, ярҙам итәсәк. Әсәй кеше иһә ғаиләләге именлекте, тыныслыҡты һаҡлаусы. Хужабикәгә йортта эш етерлек – бәйләмгә тотон­һонмо, баҡсала эшләһенме, тәмле аш-һыу өлгөртһөнмө. Байғусҡа­ровтар кеүек ишле һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын ине ул.

А. АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: