Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Март 2012, 15:09

Эшһеҙҙәрҙең күпселеге – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ауыл кешеләре

Әлеге ваҡытта Башҡор­тостанда 31 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә, шуларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандар­ҙың 40 проценты – ауыл кешеләре.

Әлеге ваҡытта Башҡор­тостанда 31 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә, шуларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандар­ҙың 40 проценты – ауыл кешеләре.
Республикала эшһеҙҙәрҙең 24 проценттан ашыуы – 16 – 29 йәштәгеләр, пенсия алды йәшендәгеләр – туғыҙ процент, инвалидтар – ете процент.
Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙең яртыһы тиерлек – үҙ теләге буйынса эштән киткән граждандар. Эшһеҙ ҡалыусыларҙың 20 проценты самаһы ойошмаһы ябылыу йәки хеҙмәткәрҙәр штаты ҡыҫҡартылыу арҡаһында эшһеҙ ҡалған. Оҙаҡ ваҡыт эшләмәгәндән һуң (бер йылдан ашыу) хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә теләгән граждандар өлөшөнә 17,5 процент тура килә. Тағы биш проценты − тәүгә эш эҙләүселәр.
Читайте нас: