Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Март 2012, 15:17

12 000 000 инвалид

Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 12 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Эскеселәр, шулай уҡ рәсми күрһәткестәр буйынса – дүрт миллион 580 мең кеше. ҡайһы бер электрон мәғлүмәт сығанаҡтары наркомандар, психик сирлеләр статистикаһы хаҡында ла яҙа.

Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 12 миллиондан ашыу инвалид йәшәй.
Эскеселәр, шулай уҡ рәсми күрһәткестәр буйынса – дүрт миллион 580 мең кеше. ҡайһы бер электрон мәғлүмәт сығанаҡтары наркомандар, психик сирлеләр статистикаһы хаҡында ла яҙа. Тәүге төркөмгә ҡарағандарҙың ике миллиондан ашыуы рәсми теркәл­һә, икенселәре лә аҙ түгел – бер миллион­ға яҡын.
Сирлеләрҙе иҫәпләгәндә, тағы ла туберкулез диагнозы ҡуйылған 890 мең кешене, 22 миллион да 400 мең гипертоникты билдәләргә мөмкин. Ә иҫәптә тороусы ВИЧ-инфекциялылар һаны – бер миллион 740 мең кеше. Эскесе, наркоман, ВИЧ-лыларҙың һаны ысынбарлыҡта әлеге күрһәткестәрҙән бер нисә тапҡырға артығыраҡ булыуын да оноторға ярамай. Илебеҙ, ахыры, сирлеләрҙән генә тора.


Kpe.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: