Илебеҙҙең баш ҡалаһында һатылыусы аҙыҡ-түлектең 40 проценты – фальсификат. Бигерәк тә, үҫемлек майы, аҡ май, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, минераль һыу, быҡтырылған һарыҡ ите, бал, кондитер изделиелары ялған.
Һуңғы тикшереүҙәр буйынса «ҡара исемлек»тә эремсек, шаурма, салаттар, пирожный алдынғы урында тора.
Ғөмүмән, Рәсәй магазиндарында аҡ майҙың – 50, иретелгән сырҙың – 70, ҡуйыртылған һөттөң – 60, ҡаймаҡ менән эремсектең 30-ар проценты ялған. РФ Ауыл хужалығы министрлығы янындағы Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы башлығы Андрей Даниленко шулай тип хәбәр итә.
«Төп боҙоҡлоҡ шунда – ҡап эсендәге аҙыҡ ҡаптың тышына яҙылғаны менән тура килмәй. Мәҫәлән, яртыһы үҫемлек майынан (растительный жир) торған ризыҡты сыр тип яҙалар, ә ул сыр продукты булырға тейеш», – аңлата Даниленко.
Мәскәүҙә һарыҡтыҡы тип берәҙәк эт итенән блюдолар әҙерләгән ҡытай ресторандар селтәре ябылған. Ашнаҡсылар этте ресторанда һуйған, үҙҙәренең кешеләренә деликатес тип биргәндәр, ә рәсәйҙекеләргә – һарыҡ ите тип. Етештереү ҙә ҡытайҙарға хас – ҡалдыҡһыҙ булған, эсәк-ғәләмәттәренән аш бешергәндәр.
«Форум-чат Сибири» сайты мәғлүмәттәренә таянып, Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.