Беҙҙең быуынға бик ауыр йылдар тура килде. Миңә бер йәш тулғанда атайым Мөхөтдинде, «халыҡ дошманы» тип, ҡулға алалар. Әсәйем Менәүәрә өйҙә дүрт бәләкәй бала менән тороп ҡала. Тағы ла дүрт йыл да үтмәй, немец-фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Бөтә нәмә фронтҡа оҙатыла. Әсәйем өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбәнге Төлмәйгә йөрөп эшләү өсөн Инйәр леспромхозына эшкә инә. Дүрт бала өйҙә донъя көтә. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Үҫеп ултырған ағасты утын итеп ҡырҡып, бәләкәй санаға тейәп алып ҡайттыҡ. Һыйырыбыҙҙы ла астан үлтермәҫ өсөн бесәнде бәләкәй сана менән ташыныҡ. Ауылыбыҙҙа бер генә ат булды.
Ошондай ауыр тормошта йәшәп, ваҡытында уҡырға ла бара алманыҡ. Апайҙарымдың кесеһе генә урта белем алды. Мин үҙем һуғыш тамамланғас ҡына уҡырға индем. 20 йәшемдә 10 класты тамамланым. Шул уҡ йылда әрме сафына алындым.
Тауар вагондарына тейәлеп, Көньяҡ Сахалинға юл тоттоҡ. Мин үҙем мотополкҡа эләктем. Ул Доменск ҡалаһының ситендә урынлашҡайны. Беҙҙең батареяла Көйөргәҙенән Рауил Абдрахимов, Бүздәктән Вәзир Ғәлимов, Татарстандың Аҙнаҡай районынан Зәкижан Хәбиров, Минзәләнән Әхмәт Шәйхитдинов, Иркутск өлкәһе Зима ҡалаһынан Михаил Кастомин, Пенза өлкәһенән Александр Дрожалкин, Мордовиянан Иван Козлов һәм башҡалар бик дуҫ йәшәнек. Бер кем һүҙ күтәрмәне, бер кем иптәшен ситкә типмәне һәм йәберләмәне. Нисек булһа ла, бер-беребеҙгә ярҙамлашырға әҙер булдыҡ. Батарея командиры Василий Ваейков, старшина Позняков һәм башҡа офицерҙар үҙҙәренең ҡулы аҫтында булған һалдаттарҙы төрлө яҡлап яҡланы. Һалдаттар ҙа командирҙарҙы яратты һәм бөтөн бойороҡтарын урынына еткереп башҡарырға тырышты. Бер ваҡытта ла үтәй алмаҫлыҡ эштәр ҡушманылар. Тәртип боҙоуҙар булманы. Мин бөтөн яңылыҡтар тураһында дивизиябыҙҙың «Часовой Родины» гәзитенә яҙып торҙом.
1958 йылдың һалҡын февраль – март айында Анива ҡалаһы эргәһендәге полигонда яттыҡ.
ҡыҫҡаһы, 1956 – 1958 йылдарҙа әрме сафына саҡырылыусыларҙың хеҙмәте бик яҡшы үтте. Миңә комсорг, тоҫҡаусы һәм башҡа бурыстарҙы үтәргә тура килде.
Сахалин утрауында офицерҙар өсөн йорт төҙөнөләр. Беҙ шунда ла эшләнек. Яҡшы эшләгән өсөн Маҡтау ҡағыҙы бирелде. ҡайтырға сыҡҡанда полктың «Почет китабы»на индерелеүем тураһында танытма бирҙеләр. Рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалдылар. Полкыбыҙҙа һәм беҙҙең батареяла төрлө милләт егеттәре хеҙмәт итте. Бер кемдең дә милләтен айырманыҡ. Һәр кем менән иптәштәрсә һөйләштек, бер-беребеҙгә ярҙамлаштыҡ.
Нурулла Миһранов.
Белорет районы,
Манышты ауылы.