Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Февраль 2012, 15:36

Тиҙҙән йортло булырбыҙмы?

Республикабыҙҙа социаль торлаҡ төҙөү күләмен быйылдан ҡырҡа арттырыу планлаштырыла Торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алтмышынсы урынды биләй. Ә миллионлы ҡалалар араһында Өфө – исемлектең иң аҙағында. Әлеге мәлдә беҙҙә етем балаларҙы, дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған граждандарҙы, шул иҫәптән дәүләт торлаҡ сертификаты алыусыларҙы социаль торлаҡ менән тәьмин итеүҙә бихисап мәсьәлә килеп тыуған. Улар – йортҡа мохтажДарҙың иң әҙ өлөшө. Йәшәр урыны булмағас, матур хыялдары тормошҡа ашмаусылар бихисап. Яңы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш ғаиләләр, йәш белгестәр, шулай уҡ насар торлаҡ шарттарында көн итеүселәр һаны бик күп.

Тиҙҙән йортло булырбыҙмы?
Тиҙҙән йортло булырбыҙмы?
Республикабыҙҙа социаль торлаҡ төҙөү күләмен быйылдан ҡырҡа арттырыу планлаштырыла

Торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алтмышынсы урынды биләй. Ә миллионлы ҡалалар араһында Өфө – исемлектең иң аҙағында. Әлеге мәлдә беҙҙә етем балаларҙы, дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған граждандарҙы, шул иҫәптән дәүләт торлаҡ сертификаты алыусыларҙы социаль торлаҡ менән тәьмин итеүҙә бихисап мәсьәлә килеп тыуған. Улар – йортҡа мохтажДарҙың иң әҙ өлөшө. Йәшәр урыны булмағас, матур хыялдары тормошҡа ашмаусылар бихисап. Яңы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш ғаиләләр, йәш белгестәр, шулай уҡ насар торлаҡ шарттарында көн итеүселәр һаны бик күп.
Белгестәр иҫәпләүенсә, торлаҡҡа мохтаждарҙың барыһын да ҡәнәғәтләндереү өсөн майҙаны 3,5 млн квадрат метрлыҡ алтмыш меңдән ашыу фатир төҙөргә кәрәк. Былтыр республикала яҡынса 30 мең квадрат метр күләмендә социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был – оло диңгеҙҙәге бер тамсы.
Республика йортонда “Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн социаль торлаҡ төҙөүҙе әүҙемләштереү” темаһына уҙған видеокәңәшмәлә ошо көнүҙәк мәсьәлә ҡуҙғатылды.
Республика Хөкүмәте Премь­ер-министры Азамат Илембәтов былтырғы күрһәткес­тең бик түбән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Бөгөн хөкүмәт алдында социаль торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу мәсьәләһе тора. Дәүләт ярҙамында граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса проблемалар етерлек. Быйыл республика һәм федераль бюджеттан бөтә төр категория граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн яҡынса 4,2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Азамат Фәттәх улы етем бала­лар­ҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәклеген билдәләне. Бөгөн республикала уларҙың һаны дүрт меңдән ашыу. Шуларҙың 1300-ө былтыр уҡ торлаҡ алырға тейеш булған. 2011 йылда федераль ҡаҙнанан 594 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 370 млн һум аҡса бүленгән. Бөгөнгә ни бары 430 кеше йортло булған.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, әлеге мәлдә Башҡортостанда 70 меңдән ашыу граждандың дәүләт ярҙамында торлаҡ алыуға хоҡуғы бар. Былтыр 5,5 мең кешегә 4,3 млрд һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
– Әлеге мәлдә дәүләт үҙ граждандары алдындағы бурысын ни бары 13 процентҡа ғына үтәгән, – тине Сергей Афонин. – Аҡсаның 70 проценты икенсел торлаҡҡа йүнәлтелә. Был проблеманы хәл итеү өсөн төҙөлөүсе йорт дәғүәселек һәләтенә эйә булырға тейеш – торлаҡ программаларында ҡатнашыусыларға осһоҙ хаҡҡа йорттар төҙөләсәк. Бушлай ер биреү һәм инженер селтәрҙәрен республика бюджеты иҫәбенә үткәреү арҡаһында торлаҡ хаҡы кәметеләсәк.
Ошо маҡсат менән былтыр “БР социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы төҙөлгән. Шулай уҡ был фондҡа бушлай ер биреү өсөн норматив-хоҡуҡи документтар ҡабул ителгән. Торлаҡҡа мохтаждарҙы иҫәпкә алыуҙың автоматлаштырылған системаһы булдырылған.
2012 йылда аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе үҫтереү һәм инженер селтәрҙәрен төҙөү өсөн “Башҡор­тостан Республикаһында 2011 – 2015 йылдарға торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү” программаһына ярашлы республика бюджетынан 2,53 млрд һум аҡса бүленәсәк.
Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә бушлай ер биреү, төҙөлөш өсөн майҙандар табыу, социаль торлаҡ төҙөү күләмен асыҡлау, 2012 һәм 2013 йылдар­ҙа төҙөләсәк социаль торлаҡты инженер селтәрҙәре менән тәьмин итеү һәм сығымдарҙы билдәләү тәртибен булдырыу һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Кәңәшмәлә һүҙ алып барылған республика маҡсатлы программаһы тейешле кимәлдә эшләһә, һәр етәксе үҙ бурысына яуаплы ҡараһа, яҡын киләсәктә мохтаждар йортло булыр тип ышанғы килә.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Читайте нас: