йәки Бер ауылдың күсенеү тарихы
Шуныһы ла бар: мөслимдәр яңы йорттар һалдыра башлай ул һалдырыуға, әммә төҙөүселәр араһында ла намыҫһыҙҙар була шул. Бүленгән аҡса тирәләй мутлашыуҙарҙы асыҡларға килгән тикшереү 124 йортта төрлө дефект булыуын да күреп ҡала. Ул ғына ла түгел әле. Артабан комплекслы тикшереү комиссияһы тағы 135 торлаҡта кәмселектәр таба, шунда эш алып барыусы төҙөлөш компанияһына 290 иҫкәрмә яһала. Йорттарҙың күбеһе ҡышын ныҡ һыуыҡ була, хатта бер нисә коттеджды яңы көйөнсә ҡабаттан ремонтларға ла тура килә. Бынан тыш, һыу торбаһы, канализация ла йыш ҡына туңа икән. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, төҙөлөш сифатһыҙ булған, сифатһыҙ материалдар ҡулланылған. Шул «арзанайтыу операцияһы» арҡаһында сама менән 30 − 40 миллион һум аҡса маҡсатһыҙ ҡайҙалыр «осҡан». ҡоншаҡ районы етәкселеге ни өсөн йорттарҙы ҡабул итеп алған һуң? Әлегә был эш буйынса төп ғәйепле асыҡланмаған, дәлилдәр туплау бара. Ә үрҙә телгә алған фонд етәксеһе Бурмистровҡа ағымдағы йылдың беренсе майына тиклем һаҡ аҫтында ултырырға тура киләсәк.
Бөтә был ваҡиғала Мөслим халҡының бер ғәйебе лә юҡ бит – «Маяҡ»ҡа яҡын йәшәүҙәренә лә, нурланыш алыу ихтималы булғанға ла, яңы ергә күсенеүҙәре өсөн дә. Шулай ҙа нәҡ улар – ябай халыҡ, беҙҙең сабыр милләттәштәребеҙ, күпме зыян күрә. Кем әйтмешләй, был донъяла барыһы ла баланслана. Иң үрҙә, ете ҡат күк өҫтөндә ултырыусының үлсәүе, ай-һай, теүәлләй ул…
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.