Төрмә хөрмә түгел…
йәки Изоляторҙың «теге» яғынан репортажКеше ғүмерендә иң мөһиме нимә? Һаулыҡ, атай-әсәй, балалар, мөхәббәт, аҡса, яратҡан һөнәр, тип теҙеп алып китер күптәр. Ә минең уйымса, иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһе ул – ирек. Кеше тик физик яҡтан ирекле булған саҡта һаулығын да ҡайғыртыр, аҡсаһын да эшләр, ата-әсәһе, яҡындары янында була алыр... Ошо көндәрҙә Дүртөйлө ҡалаһындағы 5-cе тикшереү изоляторында булғанда шуға инандым.