Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Ғинуар 2012, 15:31

Эскелекте еңеп буламы?

йәки Үҙ-үҙеңде юғалтмайым тиһәң, үҙ фекереңде яҡлай белергә лә кәрәкОшо һорау әлеге көндә бик күптәрҙе борсой. Нимә генә тимә, эскелек әле бик көслө. Тикшеренеүҙәр буйынса, йән башына 8 литр (эсмәүселәрҙе, хатта яңы тыуған сабыйҙарҙы ла иҫәпкә алып) спиртлы эсемлек ҡулланған халыҡ деградацияға дусар. Ә Рәсәйҙә был һан – 18 литр. ҡот осҡос. Эскелекте социаль сир, тиҙәр. Тимәк, дауаһы ла булырға тейеш бит. Һәр сирҙе дауалар өсөн төп тамырын белергә кәрәк. Әйҙә, шуларҙы юллап ҡарайыҡ.

Эскелекте еңеп буламы?
Эскелекте еңеп буламы?
йәки Үҙ-үҙеңде юғалтмайым тиһәң, үҙ фекереңде яҡлай белергә лә кәрәк

Ошо һорау әлеге көндә бик күптәрҙе борсой. Нимә генә тимә, эскелек әле бик көслө. Тикшеренеүҙәр буйынса, йән башына 8 литр (эсмәүселәрҙе, хатта яңы тыуған сабыйҙарҙы ла иҫәпкә алып) спиртлы эсемлек ҡулланған халыҡ деградацияға дусар. Ә Рәсәйҙә был һан – 18 литр. ҡот осҡос. Эскелекте социаль сир, тиҙәр. Тимәк, дауаһы ла булырға тейеш бит. Һәр сирҙе дауалар өсөн төп тамырын белергә кәрәк. Әйҙә, шуларҙы юллап ҡарайыҡ.
Иң башта антик дәүерҙе алайыҡ. Изге китаптарҙа (ҡөрьән, Библия, Тәүрат) яҙылғанса, Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде бар иткәс, бөтә фәрештәләргә лә, шулай уҡ иң яҡын ярҙамсыһы Ғазазилға ла Әҙәмгә баш эйергә ҡуша. Ғазазил тәкәббер була, баш эйеүҙән баш тарта. Аллаһы Тәғәлә бының өсөн Ғазазилды ожмахтан ҡыуа һәм Иблис тип иғлан итә. Иблис бының өсөн үс алырға ҡарар итә һәм Әҙәмде боҙоҡ юлға баҫтырмаҡсы була. Ләкин Әҙәм бер ҙә бирешмәй, Аллаға тоғро ҡала, тик бер аҙҙан яңғыҙлыҡ тоя башлай. Шунан Аллаһы Тәғәлә үҙенең тоғро ҡолона иптәшкә Һауаны ижад итә. Һауа, Әҙәмдән айырмалы, нәфис, хисле, һуңынан асыҡланыуынса, ҡыҙыҡ­һыныусаныраҡ та булып сыға. Тап шул арҡала тыйылған емеште тәмләп ҡарарға Әҙәмде лә күндерә.
Тыйылған емеш «Изгелек һәм яуызлыҡты таныу ағасы емеше» тиелгән китаптарҙа. Ниндәй емеш һуң ул? Берәүҙәр, алма, ти. Ләкин алманың бер яуызлығы ла юҡ, тимәк, алма түгел. Ғәрәптәрҙә, зәҡҡүм ағасы емеше, тиҙәр. Ләкин зәҡҡүм емешен ашағандар хатта үлемгә дусар, йәғни бында изгелек күренмәй, тимәк, зәҡҡүм дә түгел. Бер телетапшырыуҙа («Диалоги о животных») тропиктарҙа үҫкән емеште күрһәттеләр (исемен онотҡанмын). Был емеш шундай татлы икән: уны бөтә хайуандар ҙа ашарға килә. Филдәр, маймылдар, сусҡалар, антилопалар, хатта арыҫландар ҙа бер тирәлә йөрөй һәм бер-береһенә һис тә теймәйҙәр. Изгелекме? Әлбиттә! Ә яуызлығы бына ниҙә: был емеш ашҡаҙанға төшкәс, фильмда әйтелгәнсә, интенсив әсеү процесы башланамы, әллә ашҡаҙан һуты тәьҫиренән наркотик матдә барлыҡҡа киләме (мин икенсе фекер яҡлы), барыһы ла иҫерә. Минең уйымса, тап ошо ла инде тыйылған емеш, һәм ошоно ашап, Әҙәм менән Һауа иҫергән. Ә иҫерек аңына үҙе теләгәнде һеңдереүе Иблискә ауыр булмаған. Иҫереү ниндәйҙер ялған ләззәт тойғоһо бирә. Тап ошо ләззәтте тағы-тағы теләү, йәғни, ҡыҫҡаса әйтһәк, ләззәткә нәфсе эскелектең төп тамырҙарының «иң-иң»е булып тора ла инде. Бынан ҡотолоу юлы – иман һәм дин. Шулай уҡ кешеләрҙә спиртлы матдәләргә ҡарата кире рефлекс тыуҙырыу. Медицинала, халыҡ медицинаһында ундай ысулдар етерлек. Мәҫәлән, ҡыҫала панцирының онтағын эскесенең ашына һалһаң, ҡоҫтора, шулай уҡ ауыл кешеләре белгән тиреҫ бәшмәге лә (навозник сырой) шундай уҡ реакция тыуҙыра. Эскән һайын килеп тыуған ҡыйынлыҡтар, әлбиттә, эскесене алкоголдән биҙҙерә («Как я выздоровел» журналы, 2011 йыл, 11-се һан). Традициялар ҙа эскелекте булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Миңә, мәҫәлән, тост әйткәндә эсергә кәрәк, кеүек талаптарҙы йыш ишетергә тура килә. Нимә ул тост? Тарихтан белеүебеҙсә, хрис­тиан диненә тиклем ҡайһы бер ҡәүемдәрҙә Вакх илаһына табын­ғандар. Ул үҫемлекселек һәм уңыш Аллаһы тип иҫәпләнә. Вакх шулай уҡ шарап эшләргә өйрәтеүсе лә. Уны данлап, унан уңай тәбиғәт шарттары, муллыҡ һорап, шарап эсеп, оргиялар ҡорғандар. Был вакханалия тип аталған. Тост әйтеп эсеү шул вакханалия ҡалдығы ла инде.
Тантаналар ваҡытында эсергә ҡыҫтаусыларға ошоно һөйләйем дә: «Мин бер генә Аллаһты таныйым, ә Ул эсеүҙе тыя», – тип яуаплайым. Шулай ҙа «хөрмәт итмәйһең» кеүек ғәйепләүҙәр, «хөрмәт итһәң, эс!» кеүек талаптар йыш ишетелә. Ундай саҡта: «Үҙең мине хөрмәт итәһеңме?» – тигән һорауҙы ҡабыр­ғаһы менән ҡуям. «Әлбиттә, шуға эсергә тәҡдим итәм», – кеүек яуап була һәр саҡ. «Хөрмәт итһәң, минең фекерҙе лә һанлар, үҙеңдекен көсләп таҡмаҫ инең, тимәк, үҙең мине хөрмәт итмәйһең, шулай булғас, нисек үҙеңә хөрмәт талап итә алаһың?» – тигән яуапҡа ғәйепләүселәр шаңҡып ҡала. Эсергә яратмаған, тик йолаға ҡаршы тора алмағандарға ошо тәжрибә ярҙам булһын. Үҙ-үҙеңде юғалтмайым тиһәң, үҙ фекереңде яҡлай ҙа белергә кәрәк.
Эскелек тәрбиәнән дә килә. Эскесенән эскесе тыуа. Был – аксиома. Ә бына һәйбәт ғаиләләрҙә лә эскеселәр нисек барлыҡҡа килә һуң?
ҡатын-ҡыҙ күкрәгенең ылыҡтыр­ғыс көсө тураһында белмәһә, сабый ғына белмәйҙер. Рәссамдар, шағирҙар уға арнап илһамланып әҫәрҙәр ижад итә, фильм төшөрәләр һ.б. Быны ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә оҫта файҙалана.
Нимәһе менән арбай һуң ул?
Хәҙер үҙегеҙҙе сабый итеп күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ үҙ аллы йөрөй ҙә, ашай ҙа алмайһығыҙ, асыҡҡанһығыҙ, депрессия. Шул саҡта әсәйегеҙ күкрәге тулы һөт бирә. Имеп тамаҡ туйҙырып алғас, ҡабат күңел күтәрелә, йәшәүгә дәрт, көс арта, тәнең-йәнең ләззәткә тула. Бына ошо көн дә ҡабатлана торғас, шартлы рефлекс барлыҡҡа килә һәм сабый әсәһенең күкрәген күреү менән дәртләнә, талпына башлай. Ваҡыт үтеү менән беҙ быны онотабыҙ һымаҡ. Ләкин төпкөл аңға һеңеп ҡалған хис-тойғолар бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмай. Бына шулар ҙа инде ҡатын-ҡыҙ күкрәгенә ҡараш барлыҡҡа килтереүсе. «Эскелектең бында ни ҡыҫылышы бар?» – тигән һорау биререгеҙҙе һиҙеп торам. Уйлағыҙ әле: сабыйҙы имсәк ташлатҡанда шешә имеҙә башлайҙар бит. Хәҙер шешә сабый­ҙа шундай уҡ рефлекстар уята. Моғайын, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр – бәләкәй балалар сәй йәки башҡаны эсмәй торһа, шешәгә һалып бирһәң, тамсыһын да ҡалдырмай эсеп бөтә, етмәһә, өҫтәп һорай. Бына шулай шешәгә ҡарата «яҡшы» хис-тойғолар тәрбиәләнә. Шешә эсендә нимә булыуы түгел, ә тап шешәнән булғаны өсөн бик күптәр эскелеккә ылығалыр, минең уйымса. Сабыйҙарҙы өҫтәмә туҡландырыуҙа махсус һауыттар шешә формаһында түгел, ә емеш-еләк, йәшелсә формалы булһа, бәлки, эскелек күпкә аҙыраҡ булыр ине. Көсһөҙөрәк бәндәләр депрессия кисергәндә тап шешәгә ҡараусан бит юғиһә. Шул турала ла уйлашайыҡ әле. Тәрбиә бит бала ҙурайғас ҡына түгел, ә ҡарында саҡта уҡ башлана һәм бер кем дә балаһының эскесе булыуын теләмәй.
Эскелектең төп тамырҙарын белдек тип әйтерлек. Бына улар: ялған булһа ла ләззәткә ынтылыу нәфсе, боҙоҡ традициялар һәм хаталы тәрбиә. Ә шулай ҙа эскелектең төп терәге – наҙанлыҡ, дөрөҫөрәге – томаналыҡ. Сөнки наҙан үҙенең наҙанлығын белһә, ул белемгә, наҙанлыҡтан ҡотолорға ынтыла, ә томана үҙенең наҙанлығын танымай, шуға ла белемде инҡар итә. Ундай томаналыҡтың уҡыған кешеләр араһында ла осрауы мөмкин. Мәҫәлән, эскелектең ниндәй мәғәнәһеҙ шөғөл, хәмерҙең зыянлы, хатта, бер хәҙистә әйтелгәнсә, нәжес икәнлеген белә тороп, ҡайһы бер шәхестәр «культуралы эсеү»ҙе хуплап маташа. Эскелек бит, ҡайһылай ҡараһаң да, эскелек! Шул уҡ эскеселәрҙе алайыҡ. Улар ҙа бит матур-матур теләктәр әйтеп, «культуралы» эсә, айырма күләм-самала ғына. Нимә ул хәмер? Минең уны эсемлек тиергә телем әйләнмәй. Эйе, минең дә бар ине хәмерҙе эсемлеккә һанаған саҡтар. Тик ул саҡта сирләй инем һәм табип ҡәтғи рәүештә эсеүҙе тыйҙы.
Ә айныҡ кешегә күренә бит ул эскелектең ниндәй йәмһеҙ күренеш икәнлеге һәм мин шулай эскелектән баш тарттым, шулай ҙа йолаға ҡаршы түгел инем – байрам, тантанала мөмкин тип уйланым. Ә «былай ғына» эсеүҙе яратмайым, тәҡдимдәрҙе кире ҡағыр өсөн, шайтан һейҙеге эсмәйем, тип яуап­лай башланым. Шулай ҙа уйлана төштөм: юҡҡа ғына ризыҡты мыҫҡылламайыммы? Төбөнә төшөргә булдым. Фекер ебе түбәндәгесә барҙы. Араҡы – бойҙайҙан, арыштан, сакэ – дөгөнән, текила, «сәмәй» – шәкәрҙән, шарап, коньяк һ.б. емеш һутынан эшләнә. Йәғни төп компонент – крахмал, шәкәр һәм фруктоза. Былар әсемәйенсә хәмергә әйләнмәй. Әсеһен өсөн төп шарттар – кәрәкле температура, һыу, йәғни консистенция һәм сүпрә (йә тәбиғи бактериялар). Ә бына нисек итеп сүпрә һәм бактериялар был матдәләрҙе тарҡата? Быға тиклем бер ерҙә лә был һорауға яуап күрмәнем һәм белгәнемде эшкә ектем. Сүпрә ул микробәшмәк, бактериялар ҙа үҫемлек түгел, йәғни улар фотосинтез юлы менән туҡлана алмай һәм, әлбиттә, әлеге матдәләр менән туҡлана, шуның иҫәбенә үҫә, үрсей. Организм эшмәкәрлеге барышында күҙәнәктәрҙә төрлө зарарлы ҡалдыҡтар махсус каналдар аша сығарып ташлана. Әлбиттә, микробтар бик ваҡ һәм махсус урынға ҡалдыҡ ташлай алмай, ә шул мөхитте бысрата. Тап ошо ҡалдыҡтар әсене тәшкил итә лә инде. Беҙ организм эшмәкәрлеге ҡалдығын «һейҙек» тип атайбыҙ. Шулай булғас, хәмер ҙә һейҙек булып сыға түгелме ни? Ошо фекеремде башҡаларға еткергәс, күптәр ҡабул итмәне. Бер гәзиттә ошондай хәҙискә тап булдым. Унда сәхәбәләр Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән: «Хәмер эсергә яраймы?» – тип һорай һәм, юҡ, ярамай, сөнки ул нәжес, тигән яуап ала. Тимәк, хәмер­ҙең нәжес икәнлеге 1,5 мең йыл элек үк билдәле булған, тик томана бәндәләр быны иҫкә алмай, иҫләргә теләмәй. Кеше булараҡ юҡҡа сыҡмайыҡ тиһәк, томаналыҡтан ҡотолайыҡ, йәмәғәт!!!
Шулай итеп, эскелекте еңер өсөн иң башта наҙанлыҡты бөтөрөргә кәрәк, яман йолаларҙың нисек килеп сығыуын кешеләргә аңлатып, тик яҡшы йолаларҙы ғына йола итергә, ә сабыйҙарҙы йә күкрәктән генә туйындырырға, йә махсус һауыттар хәмер шешәһенә бөтөнләй оҡшамаҫҡа тейеш.
Донъяға айыҡ күҙ менән ҡарарға тырышайыҡ әле.

Рауил ТАБЫНЛЫ.
Ғафури районы.

Һандар һәм факттар

Рәсәйҙең ике миллиондан ашыу кешеһе алкоголизмдан йонсой. Шулай ҙа спиртлы эсемлек эсеү буйынса беҙ донъяла 18-се урында торабыҙ. Иң күп эсеүселәр Люксембургта йәшәй.

Көнөнә 30 грамдан ашыу таҙа алкоголь эсеү һаулыҡты бөтөрә. Был 60 – 70 грамм араҡыға тиң. ҡатын-ҡыҙҙар өсөн норма ике тапҡырға әҙерәк.

Йыл һайын 40 меңгә яҡын кеше алкоголдән ағыу­ланып үлә. Шул уҡ ваҡытта 550 меңенең дә үлеменең эсеү менән мауығыуға бәйле булыуын асыҡлағандар.

Бер сәғәт эсендә эселгән 500 грамм таҙа спирт – 64 кг ауырлыҡтағы кеше өсөн үлемесле доза.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, быйыл мәктәпте тамамлаған йәштәрҙең 40 проценты ғына пенсия йәшенә етәсәк. Сәбәбе – уларҙың алкоголь ҡулланыуы.

Һуңғы 20 йыл эсендә 15 йәштән 54 йәшкә тиклемге үлеүселәрҙең яртыһы тиерлек эскесе булған.

13 – 16 йәшлек Рәсәй уҡыусыларының һәр өсәүһенең икәүһе даими эсә. Барыһы ла сағыу этикеткалы татлы коктейль эсемлектәренән һәм һыранан башлана.

Үҫмер бер нисә ай дауамында йыш ҡына алкоголь ҡулланһа, эске органдары һәм баш мейеһе зарарлана. Ярты йылдан һуң бәйлелек башлана ла, йәш эскесе аҡыл йәһәтенән үҫеүҙән туҡтай.

Спиртлы эсемлек артериаль ҡан баҫымын күтәрә. Был йөрәк мускулын көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итә, гипертоник сир барлыҡҡа килтерә.
Читайте нас в