Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Декабрь 2011, 19:44

Сәйәхәттән – тотҡонлоҡҡа

Бер ай элек Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәүсе Гүзәл Иҙрисова апаһы менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ял итергә юллана. Быға тиклем сит илгә бер тапҡыр ҙа бармаған Гүзәлгә тормош иптәше Рәфил матур бүләк эшләй. Ял итеүҙең өсөнсө көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар Шарджа ҡалаһының бер сауҙа йортонда долларҙарҙы урындағы валютаға алмаштырырға бара. Әммә улар ҡулға алына. Ни ғәләмәттәндер, Гүзәлдең йөҙ долларлыҡ купюраһы ялған булып сыға.− Шунда уҡ полицейскийҙар саҡыртыла, икеһен дә участкаға алып китәләр, − тип һөйләне Рәфил Иҙрисов.

Сәйәхәттән – тотҡонлоҡҡа
Сәйәхәттән – тотҡонлоҡҡа

Бер ай элек Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәүсе Гүзәл Иҙрисова апаһы менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ял итергә юллана. Быға тиклем сит илгә бер тапҡыр ҙа бармаған Гүзәлгә тормош иптәше Рәфил матур бүләк эшләй. Ял итеүҙең өсөнсө көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар Шарджа ҡалаһының бер сауҙа йортонда долларҙарҙы урындағы валютаға алмаштырырға бара. Әммә улар ҡулға алына. Ни ғәләмәттәндер, Гүзәлдең йөҙ долларлыҡ купюраһы ялған булып сыға.
− Шунда уҡ полицейскийҙар саҡыртыла, икеһен дә участкаға алып китәләр, − тип һөйләне Рәфил Иҙрисов.
ҡатын-ҡыҙҙарҙың адвокаттары ла, консулдары ла, хатта тәржемәселәре лә булмаған. Был йәһәттән урындағы власть әһелдәре халыҡ-ара хоҡуҡи норма­лар­ҙы үтәмәгән.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәрендә бындай мутлыҡ өсөн ҡаты язаға тарттыралар – Гүзәлгә ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
− Ул өйгә шылтырата ла, күҙ йәштәрен түгә. Балалар хаҡында бик борсола. Бәләкәстәр әсәһен таптырып илай. ҡатынымдың бер ғәйебе лә юҡ. Ялған купюра ҡулына ҡайҙан килеп эләккәнен дә иҫләмәй, бәлки, ҡайҙалыр сдача итеп биргәндәрҙер. Һумдарҙы долларға Башҡортостандағы бер банкыла әйләндереп алғайны, − тине ғаилә башлығы.
Хәҙер Гүзәл Шарджа ҡалаһының отелендә йәшәй, уға унан сығыу тыйылған, бөтә документтары тартып алынған. Апаһы ла уның янында. Ҙур суммаға адвокат яллағандар. Отелдә бер көн йәшәү 5 – 6 мең һумға төшә. Рәфил Иҙрисов, мөлкәтен һәм бизнесын осһоҙға ғына һатып, адвокат хеҙмәте, отель өсөн аҡса ебәреп тора.
Иҙрисовтар ғаиләһендә биш бала үҫә. 17 йәшлек улдары мәктәптә уҡыһа, 6 йәшлек ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Ә игеҙәктәр Таһир, Тимур һәм Әлиәгә әле ни бары 2 йәш ярым. Әйткәндәй, Гүзәлгә былтыр «Әсәлек даны» миҙалы бирелгән.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. Хәмитов ҡарары менән был ғаилә ағзаларына психологик һәм социаль ярҙам күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта яҡташыбыҙға тиҙерәк ҡайтырға ярҙам итеү өсөн Президент Хакимиәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре Дубай­ҙағы РФ генераль вәкиллеге һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәрендәге РФ илселеге вәкилдәре менән бәйләнешкә ингән.
Ял итергә барған ҡатындарҙың сит илдә мутлыҡ ҡылырға маташыуы – абсурд. Быға тиклем долларҙар менән ҡулланырға тура килмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәжрибәһеҙлек арҡаһында ошондай сетерекле хәлгә ҡалыуы көн кеүек асыҡ. Улар урынында һәр кемдең дә булыуы ихтимал.
Гүзәл Иҙрисоваға, был бәләнән имен-һау ҡотолоп, тиҙерәк ҡайтыуын теләргә ҡала.
Читайте нас: