Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Октябрь 2011, 17:21

”Ҡоро закон” эскелекте бөтөрөрмө?

Күптән түгел Чечен Республикаһы Президенты Рамзан ҡадиров, алкоголизм Рәсәйҙең ауырыуы, тип, илебеҙгә”ҡоро закон” индерергә кәрәклеген белдергәйне. “Алкоголиктың ғаиләһе лә, иле лә, дәүләте лә юҡ. Ул иҫереп ала ла, үҙен контролдә тота алмай. ҡатынын, балаларын туҡмай, шунан барыһын да өйҙән ҡыуып сығара. Йә рулгә ултыра – үҙен дә, башҡаларҙы ла үлтерә. Террорсы менән алкоголик араһында ниндәй айырма бар? Улар бер иш, − тип һанай Чечня башлығы. – Шуға ла спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға кәрәк”. Был фекер менән Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Они­щенко ла килешә. “Алкоголле эсемлектәр тик махсус ма­газиндар­ҙа билдәле ваҡытта ҡиммәт хаҡҡа һатылырға тейеш”, − ти ул. “Собриология” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр, ул бик һирәк ҡулланыла. Собриология – йәмғиәтте айыҡтырыу тураһындағы фән (”собрио” – айыҡлыҡ). Был фән үткән быуаттың башында барлыҡҡа килгән. Уға билдәле ғалимдар Бехтерев, Введенский, Павлов нигеҙ һалған.

”Ҡоро закон”  эскелекте бөтөрөрмө?
”Ҡоро закон” эскелекте бөтөрөрмө?
йәки Алкоголик террорсынан да ҡурҡынысыраҡ.
Күптән түгел Чечен Республикаһы Президенты Рамзан ҡадиров, алкоголизм Рәсәйҙең ауырыуы, тип, илебеҙгә”ҡоро закон” индерергә кәрәклеген белдергәйне. “Алкоголиктың ғаиләһе лә, иле лә, дәүләте лә юҡ. Ул иҫереп ала ла, үҙен контролдә тота алмай. ҡатынын, балаларын туҡмай, шунан барыһын да өйҙән ҡыуып сығара. Йә рулгә ултыра – үҙен дә, башҡаларҙы ла үлтерә. Террорсы менән алкоголик араһында ниндәй айырма бар? Улар бер иш, − тип һанай Чечня башлығы. – Шуға ла спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға кәрәк”.
Был фекер менән Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Они­щенко ла килешә. “Алкоголле эсемлектәр тик махсус ма­газиндар­ҙа билдәле ваҡытта ҡиммәт хаҡҡа һатылырға тейеш”, − ти ул.
“Собриология” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр, ул бик һирәк ҡулланыла. Собриология – йәмғиәтте айыҡтырыу тураһындағы фән (”собрио” – айыҡлыҡ). Был фән үткән быуаттың башында барлыҡҡа килгән. Уға билдәле ғалимдар Бехтерев, Введенский, Павлов нигеҙ һалған. Әммә 30-сы йылдарҙа ул онотола. Шунан алып бер уҡытыусы ла, бер табип та уны өйрәнмәгән. Был теория хаҡында кешеләр алкоголизм ҡот осҡос масштабҡа еткәс кенә иҫенә төшөрә. 80-се йылдарҙа ғына СССР халҡы эскелеккә ҡаршы көрәшергә кәрәклеген аңлай. Теүәл 26 йыл элек илдә алкоголгә ҡаршы кампания башлана. Был заман шул осор кешеләренең хәтерендә шарап магазиндары алдындағы сират-һуғыштар, айыҡ туй-байрамдар, техник спирт эсеп үлеүселәр менән ҡалғандыр. Шул ваҡытта күп йылдар эсендә илебеҙҙә тәүге мәртәбә демографик үҫеш күҙәтелә, тыуым һаны үлемдән юғары була. Тик бөйөк СССР тарҡалыу менән ”ҡоро закон” да юҡҡа сыға.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, Рәсәйҙә йән башына йылына 18 литр спиртлы эсемлек тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы стандартына ярашлы, йән башына 3 литр спиртлы эсемлек тура килһә, был аҙ һанала, 4 − 5 литр – уртаса, 6 − 7 литр – юғары. Белгестәр фекеренсә, был кимәл 8 литрҙан артыҡ булһа, милләт генетик яҡтан һәләк була башлай.
Барыһы ла, Рәсәй кеүек, эскелектән йонсой тип уйлау – хата фекер. Донъяның 600 милләте алкоголле эсемлек эсмәй, тәмәке тартмай, наркотик ҡулланмай. Халыҡ-ара айыҡлыҡ академияһы мәғлүмәттәре буйынса, 41 илдә ”ҡоро закон”, тағы ла 40 дәүләттә − айыҡлыҡ тураһында закон ҡабул ителгән. 416 дин айыҡлыҡты пропагандалай.

Рәсәйҙәр нисә йыл иҫерек?

ХIХ быуатта Рәсәй аҙ эсеүсе илдәр исемлегенә ингән. 1913 йылда йән башына 5 литр хәмер тура килгән. Шул саҡ йәмғиәт уға ҡаршы көрәш башлай. 1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы башланғас, батша Рәсәйҙә “ҡоро закон” индерә. Алкоголле эсемлектәр һатыуҙан алына, етештереү туҡтатыла. Һәм эскелек еңелә тиерлек. Һәр кешегә 200 грамм алкоголь тура килә. Ленин власҡа килгәс, ”ҡоро закон” тураһындағы декретҡа ҡул ҡуя. Илдә мәңгелеккә араҡы эсеү тыйыла кеүек. Әммә пролетар юлбашсы вафат булғас, уның урынына, күрәһең, хәмергә битараф булмағандар килә − 1925 йылда тәүге совет араҡыһы магазин кәштәләрендә урын ала. Ун бер йыл эсендә араҡы эсергә өйрәнмәгән быуын үҫә. Улар шешәгә үрелергә ашыҡмай. Был статистика мәғлүмәттәрендә асыҡ күренә: 1940 йылда илебеҙҙә йән башына 2 литр араҡы тура килә. Ә Бөйөк Ватан һуғышында был һан тағы ла кәмей.
Сит ил халҡының, иҫереклек – рустарҙың милли йөҙө, тип мыҫҡыллауы урынһыҙ. Совет заманында йәшәүсе кеше менән сағыштырғанда, спиртлы эсемлекте инглиздәр − өс, американдар − ете, француздар ун тапҡыр күберәк ҡулланған.
Оло бәхетһеҙлеккә күрә, 1950 йылда ил башлыҡтары спиртлы эсемлектәр һатыу иҫәбенә дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул заманда СССР-ҙа бик күп һыра, шарап, араҡы етештереү заводтары төҙөлә, продукцияны һатыуға план билдәләнә. Һөҙөмтәлә 1965 йылда йән башына − 5, ә 1980 йылда 11 литр спирт тура килә. Һиҙәһегеҙме, ил ҡаҙнаһы нисек тулылана?.. Ә хәмер ҡолдары армияһы йылдан-йыл арта. Тимәк, Рәсәйҙә эскелектең тамыр йәйеүенә мең йыл да, бер быуат та түгел, ә ни бары 50 − 55 йыл.
Тик ауыр тормош шарттарында ҡалғандар ғына эсә, тигәнгә ышанып булмай. Ярайһы уҡ карьера эшләгән, тормошта уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә шешәгә йыш үрелә. Тик айырма шунда: кемдер арзан араҡы, көмөшкә менән үҙен ағыулаһа, икенселәре зиннәтле эсемлектәрҙе һемерә. Ә һөҙөмтә − бер үк. Бөгөн илебеҙҙә йәше лә, ҡарты ла, байы ла, фәҡире лә эсә. Шуның һөҙөмтәһе булып, асоциаль күренештәр арта. Енәйәтселек, суицид, аҙғынлыҡ буйынса илебеҙ лидерҙар рәтенә баҫа.
Әле илебеҙҙә демографик үҫеш күҙәтелә тип шатланабыҙ. Бөгөн күберәк ”ҡоро закон” мәлендә тыуғандар бала таба. Әммә бер нисә йылдан хәл ҡатмарлашасаҡ. Илебеҙ халҡы бөгөнгө темп менән өс йөҙ йыл элек үк эсә башлаған булһа, бөгөн Рәсәй биләмәһендә күптән икенсе халыҡтар йәшәгән булыр ине. Әле юҡҡа сығып өлгөрмәгәнбеҙ. Әммә был процесс ҙур тиҙлектә бара.

Алкоголь һәм ҡатын-ҡыҙ

Ир эсһә − ярты бәлә, ә ҡатын эсһә − фажиғә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Гүзәл зат алкоголизм­ға нығыраҡ бирешә. һаулығы тиҙерәк ҡаҡшай, рухи яҡтан еңел һыналар. Улар ”шайтан һыуы”ның ҡолона әйләнһә, йорттан ҡот китә, балалар етем ҡала, донъяның да рәте-сираты юҡ. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләрҙең көнкүреше менән танышҡан саҡта, ата-әсәһе булып та, ас-яланғас йәшәгән сабыйҙарҙың бик күп булыуын күрҙем. Ғәҙәттә, барыһының да йортонда, ҡаты-ҡотонан тыш, ризыҡ әҫәре булмай, иҙәндә тик буш шешәләр генә тәгәрәшә. Башы-күҙе шешенгән эскесе ата-әсә балаларының тамағын туйҙырыу хаҡында түгел, ә баш төҙәтеү тураһында уйлай.
Алкоголизм ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһына кире йоғонто яһай. Хатта бик һирәк ауыҙына алыусы ”мәҙәниәтле” эсеүселәрҙең дә һаулығында насар эҙ ҡалдыра. Этил спирты ҡатын-ҡыҙҙарҙың түл биҙенә үтеп инеп, буласаҡ балаларының күҙәнәктәрен зарарлай. Ир-егеттәрҙән айырмалы рәүештә, гүзәл заттар­ҙың енси күҙәнәктәре бер ҡасан да яңырмай. Һәм бер ваҡыт ун йыл элек эскән шарап арҡаһында сирле бала тыуыуы ихтимал. Һуңғы йылдарҙа физик һәм психологик тайпылыштары булған балаларҙың артыуы быны асыҡ дәлилләй. Һәр яңы шампан бокалы, һыра көрөшкәһенән һуң ғәрип сабый тыуыу мөмкинлеге тағы ла арта.
Ауырлы ҡатын иҫерткес эсемлектәр ҡулланһа, сабыйы тыумыштан уҡ алкоголик буласаҡ. Әгәр ҙә һау-сәләмәт бала кәрәкһә, киләсәгегеҙгә битараф булмаһағыҙ, хәҙерҙән үк хәмерҙән баш тартығыҙ.

Дуҫлыҡ өсөн эсәләр ҙә, иҫереп, һуғышалар

Хәмер арҡаһында көн һайын әллә күпме кеше вафат була. Кемдер унан ағыулана, кемдер һалҡын мәлдә иҫерек килеш урамда йоҡлап туңа, тапалып ҡала, һыуға бата, үҙ-үҙенә ҡул һала, иҫерек табын артында ғауға сығып, үлтерелә, юл-транспорт фажи­ғәһендә һәләк була... Был исемлекте тағы ла бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Был үлемдәрҙең барыһында ла тик хәмер ғәйепле. Ә үҙебеҙ һаман да туй-байрам һайын өҫтәлгә шешәләр теҙәбеҙ. Дуҫ-туғандар килһә, ҡунаҡсыллығыбыҙҙы күрһәтеп, араҡы менән һыйлайбыҙ.
”Һаулыҡ өсөн”, ”осрашыу хөрмәтенә”, тип рюмкаларҙы күтәргәндә, ошоно эскәс, бәлки, был кешеләр менән ҡабат осраша алмаҫмын – араҡы ғүмеремде өҙөр, сәләмәтлегемде юғалтырмын, тигән уй башығыҙға инеп сыҡмаймы? Был осраҡта “йәшәү өсөн” тип шешәләрҙе сығарып ташлау аҡыллылар эше булыр.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
(Материалда тарих фәндәре докторы В. Кривоногтың мәғлүмәттәре ҡулланылды).

Р.S. Ә һеҙ эскелекте тыйыу тураһында нимә уйлайһығыҙ? Гәзитебеҙҙең www.ye02.ru сайтында был хаҡта фекер алышырға мөмкин.
Читайте нас: