Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Август 2011, 20:36

Умартасы тигән ҡомар булғанда

Иглин районында умартасыларҙың XI республика һәм «Йәш умартасы» V республика конкурсы үттеБыйыл йәй Иглин ере ни генә күрмәне инде. Тәүҙә шартлауҙары, янғындары менән бар халыҡты хәүефкә һалды, шунан бәләгә ҡалған кешеләргә ике ай эсендә ҙур-ҙур йорттар төҙөп хайран итте, һуңынан райондың 225 йыллығын дан итеп билдәләп ҡуйҙы. Әле килеп умартасыларҙың XI республика һәм «Йәш умартасы» V республика конкурсын шаулатып-гөрләтеп үткәрҙе. Былтырғы бәйгелә был район умартасыһы Рәшит Аҙнабаев еңеүсе булғас, конкурс шарты буйынса, шул районға дан менән бергә киләһе йылда ярышты үткәреү хоҡуғы ла күсә икән. Иглиндар данды ла, изге йөктө лә лайыҡлы күтәрҙе.

Умартасы тигән ҡомар булғанда
Умартасы тигән ҡомар булғанда
Читайте нас: