Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Август 2011, 15:20

Йылайырҙа урман яна

13 августа Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә сыҡҡан урман янғынын һаман һүндерә алмайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ут 33 гектар майҙанды ялмап алған. Шуның 12 гектарын урман биләй.

Был Башҡортостанда быйыл сыҡҡан иң ҙур янғын тип иҫәпләнә. Уны һүндереүгә 30-лап кеше һәм 11 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Күрше Ейәнсура районында ла урман яна – унда янғын һүндереүсе мобиль төркөм юл алған.
Янғындарҙың сығыу сәбәбе әлегә билдәһеҙ.
Йыл башынан республикала 73 урман янғыны теркәлгән. 458 гектарҙан ашыу майҙанда «ҡыҙыл әтәс» шашын­ған.
Читайте нас: