Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Август 2011, 16:02

Бал тотҡан – бармағын ялаған

Сираттағы оҙайлы ялымды йәйҙең иң ҡыҙыу ваҡытында алдым. Күктә – самаһыҙ ҡайнар ҡояш, аяҡ аҫтында – турғай башы ҙурлыҡ еләк, һауала – иҫ киткес хуш еҫ, һыу буйы тулы – халыҡ. Эйе, был – июль! Отпускымдың тәүге көнөндә үк йәнтөйәгемдә – Күгәрсен районының Бикес ауылында инем инде. Күңелле һәм рәхәт: атайым менән әсәйем эргәһендә, ялға ҡайтҡан апайҙарым, уларҙың балалары менән нисек күңелһеҙ булһын ти?! Юҡ, был ял итеп кенә ятҡан, тип уйлап ҡуймағыҙ. Бесәнгә лә йөрөнөм, еләккә лә барҙым, картуф баҡсаһында ҡуңыҙға ҡаршы ла көрәштем. Һәм тағы ла... Ана шул тағы ла тигәнем тураһында ентекләберәк яҙмаҡсымын.

Бал тотҡан –  бармағын ялаған
Бал тотҡан – бармағын ялаған

Икенсе көнөнә Азамат, ашығыс эше килеп сығып, Салауатҡа ҡайтып китте.
– Олатайымдарҙың бер умартаһынан бал ҡыуып алырға кәрәк. Әгәр теләһәң, үҙең ҡарай тор, көтһәң, мин иртәгә ҡайтам, – тине, йә, эшләй алырһыңмы, тигән кеүегерәк ишаралап. Бына миңә «батырлығымды» һынап ҡарарға мөмкинлек! Был юлы мин – төп ҡортсо, ә күрексе – Гүзәл апайым.
Өй алды баҡсаһына барып инәбеҙ. Бында алты умарта. Мин инде «Балйорт»та тәжрибә тупланым, шуға ла үҙемде харап шәп ҡортсо итеп тойҙом. Магазинға ҡуйылған рамдар лыҡа тулы – бал ялтырап тора. Унан йомшаҡ ағас ботағы менән ипләп кенә ҡорттарҙы һыпырып төшөрәм, апайым махсус һауыт­ҡа теҙә бара. Ун ике рамды ла алып бөткәс, һауытты икәүләп тоторға тура килде.
Аласыҡта бал ҡыуғысҡа (медогон тибеҙ) икешәр рам һалып әйләндерәм. Уныһын да дөбөр-шатыр әйләндерергә ярамай – һәүетемсә генә бер тиҙлектә, юғиһә балауыҙы емерелеүе лә бар. Рамдың ике яғын да бушатҡас, өр-яңы балды күнәккә ағыҙабыҙ. Еҫ кенәһе! ҡорттан сағылып һыҙланыуҙарым онотолдо ла ҡуйҙы.
– ҡарабойҙай балы, – тине әсәйем.
– Йә, ҡорттан сағылдың да, арының да, умарталыҡты күргең дә килмәҫме икән? – тип ҡуйҙы апайымдар.
– Ю-юҡ, хет хәҙер үк тағы бер егермеләгән умартаны ҡарашырға әҙермен! – тим. Ысынлап та, шулай. Барған һайын барғы килә Хоҙай мөғжизәһе булған егәрле нәҙекәйбилдәр янына!

Теманы дауам итеп...

Кеше умарталыҡтан бал ғына алмай. Бал ҡорто етештергән балауыҙ, инә һөтө, ҡорт елеме, ағыуы, сәскә һеркәһе – һәммәһенән дә файҙа күрәбеҙ. Мәҫәлән, һитәлә (һеркә) тәбиғәттә булған барлыҡ витаминдар, аминокислоталар (һыйыр ите, йомортҡа һәм сыр менән сағыштырғанда 5 – 7 тап­ҡыр­ға күберәк) бар. Бал ҡорто һөтөндә лә бөтмәҫ шифа. Балдың үҙе генә лә ни тора! Ул күп эске органдарҙың эшен көйләй, ҡан составын яҡшырта, иммунитетты күтәрә, иң мөһиме – ҡеүәтле энергия сығанағы булып тора һәм организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Балда, шәкәр менән бер рәттән, организмға кәрәкле минераль матдәләр, микроэлементтар, витаминдар, ферменттар, хлор, цинк, кремний, литий, никель, алюминь, хром, аҡ һәм ҡара ҡурғаш, титан, осмий, бор бар.
Йыл дауамында көн һайын 20 – 50 грамм бал ашау ҡанды яҡшыртып ҡына ҡалмай, матдәләр алмашыныуын да яйға һала. Бер һүҙ менән әйткәндә, уның файҙаһын һанап бөтөрөрлөк түгел. Бөрйән бал ҡорттары етештергән солоҡ балы иһә шифаның да шифаһы һанала.
Башҡортостандың ғәжәп тәбиғәтендә йыйылған балдың аналогтары юҡ. Уны күп илдәрҙең ғалимдары өйрәнә. Башҡорт балын йыһангирҙәргә лә юҡҡа ғына тәҡдим итмәйҙәрҙер («Мир» станцияһында көндәлек туҡланыу рационына индерелгән ул). «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» исемлегендәге балыбыҙ халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә фәҡәт еңеүсе рәтендә. Быға 1900 йылда – Парижда үткән Бөтә донъя йәрминкәһендә, 1961 йылда Германияла алтын миҙал алыуын, 1965 йылда Румынияла яулаған көмөш миҙалды индерергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа бындай ҡаҙаныштар артҡандан-арта бара.
Республиканың бөтә балсыларын Умартасылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ емешле булһын, алған балығыҙ һәммәһенә лә шифа килтерһен!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Наҙгөл ХӘЙСӘРОВА фотолары.
Читайте нас: