Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Июль 2011, 17:35

Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...

йәки Баймаҡ районы биләмәһендә таш сығарыусы ойошмаларҙың эше ниңә урындағы халыҡтың һарыуын ҡайната?13 июлдә Баймаҡ районының Темәс ауылында Баймаҡ районы хакимиәтенең күсмә ултырышы уҙҙы. Көн үҙәгендә урындағы халыҡты күптән борсоған мәсьәлә − тәбиғи таш сығарып кәсеп итеүселәр менән мөнәсәбәттәр. Былтыр редакция коллективы менән Бөрйән районына барырға тура килгәйне. Шул саҡта күргәндәрҙән бер ваҡиға иҫтән сыҡмай. Бөрйәндәр ҡунаҡтар өсөн ойошторолған экскурсия барышында беҙҙе урман эсендәге ҙур бер түмәргә алып килде. Хәтерем алдамаһа, түмәре генә лә дәү бер һыуытҡыс ҙурлығындағы ҡарағасты бынан бер нисә быуат элек ҡырҡып алып, һал итеп Рәсәй үҙәгенә ағыҙғандар.

Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...
Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...
Читайте нас: