Был йәй бик бәрәкәтле булырға оҡшай. Ямғырҙы, урыны менән яуа, тиһәләр ҙә, урыны һәр ерҙә, ахыры: ҡояш иртә менән көлөп килеп сыҡһа ла, көн дауамында барыбер ҡайҙа булһа ла ҡойоп ебәрә.
Йылға буйҙарына ашҡыныусылар аяҙ көндәрҙе көтөп, көтөк булды инде.
Синоптиктар киләһе аҙнала ла яуым-төшөм вәғәҙә итә. Бөгөн-иртәгә ямғыр яуа, ә дүшәмбелә көн болотлап ҡына торасаҡ. Артабан инде тағы күк илаясаҡ. Һауа температураһы 20 – 22 градус йылы, йома менән шәмбегә табан 24 – 26-ға етәсәк. Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, һалҡын, ел-дауыллы ямғырҙар осоро үтте. Хоҙай бесән эшләргә көн бирәсәк.
Т. АМАНОВ.