Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Июнь 2011, 17:59

Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..

Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәй­һе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...Эш, эш тип йөрөп, хатта балама ла тейешле тәрбиә бирә алмағанмын икән.Һинең менән бергә булһаҡ, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине. Һин мине ташларһың тип уйыма ла килтермәй инем бит... Артығыраҡҡа өмөтләнгәнмен, мине, буласаҡ кәләшем, тип яҡындарың, туғандарың менән таныштырып йөрөһәң дә, буласаҡ йәрең итеп икенсе берәүҙе һайланың.«Бәхетлеһеңме?» – тип һора­ма­йым. Сөнки беләм: ул ҡыҙ менән тормошоң килеп сыҡмаған.

Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..
Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..
Яраттырҙың,
Үҙең яратманың,
Ниңә яратманың, аңлатманың.
Тормош юлдарында юлдаш итеп
Башҡа берәү менән атланың.
Үкенмәйек, ғәфү ҙә үтенмәйек,
Беҙ яттарбыҙ хәҙер, ситтәрбеҙ,
Үткәндәрҙән бергә килгәнбеҙ ҙә,
Киләсәккә айырым киткәнбеҙ.
Йыраҡ киткәнбеҙ,
Һинең дә, минең дә – үҙ
тормошом,
Һинең дә, минең дә –
үҙ ҡыуышым.

Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәй­һе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...


Эш, эш тип йөрөп, хатта балама ла тейешле тәрбиә бирә алмағанмын икән.
Һинең менән бергә булһаҡ, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине. Һин мине ташларһың тип уйыма ла килтермәй инем бит... Артығыраҡҡа өмөтләнгәнмен, мине, буласаҡ кәләшем, тип яҡындарың, туғандарың менән таныштырып йөрөһәң дә, буласаҡ йәрең итеп икенсе берәүҙе һайланың.
«Бәхетлеһеңме?» – тип һора­ма­йым. Сөнки беләм: ул ҡыҙ менән тормошоң килеп сыҡмаған.
Беҙҙең быйыл юбилейҙар – 60 йәшебеҙ. Мөхәббәт төшөнсәһен икенсерәк ҡабул итер йәштәбеҙ. Тормоштоң ел-да­уылдары аҙ һынамаған, ауырлыҡтар сыныҡтырған, аҡыл тупларға мөмкинлек биргән.
Бөгөнгө көтөлмәгән осрашыу шулай ҙа йәшлек хистәремде тағы яңыртты. Ошо һөйләшеүҙән һуң һинең дә мине, йәшлек мөхәббәтеңде, һағынып, зарығып йәшәүеңде аңланым.
Тик юлдарыбыҙ күптән айырылған, ваҡыт тигән аяуһыҙ төшөнсә бер йылғаның ике ярын тоташтырыр күперҙәрҙе күптән емергән инде...
Үткәндәрҙә ҡалһын өмөттәр, матур кисерештәр, бәхетле мәлдәр...

Әлиә.
Асҡын районы.
Читайте нас: