Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыусыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ветеран уҡытыусылар башҡорт теле уҡытыусыһы булыуҙың, башҡа фән уҡытыусыларынан айырмалы рәүештә, үтә лә яуаплы һөнәр булыуын билдәләп үтте. «Әсә теле уҡытыусыһы – ул тел һаҡсыһы, милләт һаҡсыһы, үҙ халҡының патриоты булырға тейеш», – тине ул.
«Түңәрәк өҫтәл» артында шулай уҡ «Әҙәбиәт дәреслеге бөгөн тормош дәреслеге була аламы?» тигән темаға ла бик йәнле әңгәмә ҡоролдо.
Гимназия-интернат уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханованың төрлө быуын уҡытыусыларын саҡырып, «түңәрәк өҫтәл» ойоштороуы маҡтауға лайыҡ . Быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш.
Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,
мәғариф ветераны.